Сара Леандер

швед киноактрисаһы һәм йырсыһы, дөйөм алғанда, кңпселеген Германияла эшләгән.

Сара Леандер (немец әйтелешендә Цара Леандер; швед. Zarah Leander, тыумыштан Сара Стина Һедберг (Zarah Stina Hedberg), 15 март 1907 йыл23 июнь 1981 йыл) — Швеция киноактёры, йырсы, башлыса Германияла эшләй.

Сара Леандер
швед. Zarah Leander
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Sara Stina Hedberg
Тыуған көнө 15 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Карлстад[d], Карлстад[d], Вермланд[d], Швеция[2][4][5][…]
Вафат булған көнө 23 июнь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2][1][3][…] (74 йәш)
Вафат булған урыны Оскар[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[4]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны Häradshammar Church[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Anders Lorentz Sebastian Hedberg[d][6]
Әсәһе Mathilda Ulrika Wikström[d][6]
Хәләл ефете Nils Leander[d][7], Arne Hülphers[d] һәм Vidar Forsell[d][7]
Балалары Göran Forsell[d]
Һөнәр төрө йырсы, автобиограф, кино актёры, театр актёры
Йырсы тауышы контральто[d] һәм глубокое контральто[d]
Музыка ҡоралы вокал[d], фортепиано һәм скрипка
Жанр оперетта[d]
Рәсми сайт zarah-leander.de[8]
Тасуирлау биттәре forum.genealogi.se/index…[9]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
 Сара Леандер Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Маклер ғаиләһендә тыуған. 1911 йылда фортепианола уйнарға өйрәнә, 1913 йылда йырҙарын беренсе тапҡыр башҡара, 1922 йылда гимназияла уҡый; бер нисә йыл нәшриәттә секретарь булып эшләй. 1926 йылда актёр Нильс Леандерға кейәүгә сыға. 1929—1935 йылдарҙа Швецияла күп һанлы ревю һәм оперетталарҙа уйнай, скандинав илдәрендә гастролдәрҙә була. 1930 йылдарҙа уның йырҙары яҙылған пластинкалар сыға.

Леандерҙың кинолағы беренсе ролдәре ялтырауыҡлы мөхиттә йәшәгән,ирҙәрҙе ымһындырып һәләк итеүгә һәләтле ҡатын-ҡыҙ була. 1932 йылда ул швед журналисы Видар Форселлгә кейәүгә сыға, 1936 йылда Австрияға китә, Вена театрында Ральф Бенацкиҙың «Аксель ожмах ҡапҡаһы янында» опереттаһында Макс Ханзен менән бергә уйнай. Шул уҡ йылда Леандер ҡатнашҡан немец телендәге тәүге фильм сыға: ул ваҡиғалар театр әйләнәһендә барған «Премьера» детектив фильмыда ревю йырсыһы ролен башҡара. Был амплуала, үҙе менән килешеү төҙөгән УФА (UFA) фильмдарында сығыш яһай.

1941 һәм 1942 йылдарҙа Адольф Гитлер пропаганда министрлығының Сара Леандерға дәүләт актрисаһы исемен биреү тураһындағы тәҡдимен кире ҡаға. 1943 йылда унан немец гражданлығын алыуын һәм валютала алған гонорарының күп өлөшөнән баш тартыуын талап иткәндәр. Быға яуап итеп ул УФА (UFA) менән контрактын өҙгән һәм Швецияға кире ҡайтҡан. Ул ҡатнашҡан фильмдар прокатта ҡала, әммә немец матбуғатында уның исемен телгә алыу тыйыла.

1944 йылда Скандинавиянан эмигрант хеҙмәттәштәре уға бойкот менән янағандан һуң, Сара Леандер Карл Герхардттың Стокгольм ревюһында ҡатнашыуҙан баш тартырға мәжбүр була, әммә был хәл уға швед радиоһында сығыш яһарға ҡамасауламай. 1945 йылдың уртаһынан уға Германияла һәм Австрияла сығыш яһау тыйыла. 1948 йылдың 13 ноябрендә ул Саарбрюккенда үҙенең һуғыштан һуңғы тәүге концерты менән сығыш яһай.

Советтар Союзында Сара Леандер ҡатнашҡан бер нисә фильмды трофей сифатында күрһәткәндәр: 1948 йылда «Королеваның йөрәге» (Das Herz der Königin, 1940) — «Эшафотҡа юл» атамаһы аҫтында, 1949 йылда «Сүл йыры» (Das Lied der Wüste, 1939) — «Сүл ихтилалы», 1956 йылда «Ул саҡта» (Damals, 1943) — «Кем ғәйепле?» атамаһы биреп.

Шағир Иосиф Бродский үҙенең «Трофейное» китабында былай тип яҙа: «Мин уны тик бер тапҡыр ғына, ул саҡта бер аҙна ғына барған Мария Стюарт тураһындағы „Эшафотҡа юл“ фильмында күрҙем. Йәш кенә бер паж һәләкәт алдында торған королеваның һоҡланғыс балтырын күреп, хәсрәтле башын эйгән күренештән башҡа бер нәмә лә хәтеремдә ҡалмаған. Минең ҡарашҡа, ул экранда ҡасан да булһа күренгән иң матур ҡатын-ҡыҙ булған, һәм бынын һуң миңә оҡшағандар, хөрмәткә лайыҡлы булһалар ла, ул күрһәткән идеалдан тайпылыу ғына булған. Минең буталсыҡ һәм оҙайлы романтик карьерамды аңлатырға тырышыуҙарым араһынан,ғәжәп булһа ла, бына ошоноһо ҡәнәғәтләндерерлек булып тойола»[11].(Романтик карьера- тормошондағы мөхәббәткә бәйлеваҡиғалар).

1949 йылда Леандер концерттары менән яңынан Европа һәм Көньяҡ Америка буйлап сығыш яһаған. 1956 йылда дирижёр Арне Хюльферсҡа кейәүгә сыға. Кинола бары тик эпизодик ролдәрҙә генә уйнай. «Һинең менән һәр саҡ шулай яҡшы булды» фильмында, элекке йырҙарын йырлап, үҙен үҙе уйнай.

Сара Леандер Венала һәм ФРГ-ла оперетталарҙа һәм мюзиклдарҙа уйнай, гастролдәрҙә һәм телевидениела сығыш яһай (1978 йылда ZDF -ла «Йәкшәмбе концерты»).

1978 йылдың 10 октябрендә Стокгольмда һуңғы тапҡыр сәхнәгә сыға. Икенсе көндә уны инсульт һуға.

Фильмографияһы

үҙгәртергә
 
Сара Леандер 1931 йылда
  • 1930 — Загадки Данте / Dantes Mysterier
  • 1931 — Фальшивый миллионер / Falska Millionären
  • 1935 — Скандал / Äktenskapsleken
  • 1937 — Премьера / Premiere
  • 1937 — К новым берегам / Zu neuen Ufern
  • 1937 — Хабанера / La Habanera
  • 1938 — Родина / Heimat
  • 1938 — Чернобурка / Der Blaufuchs
  • 1939 — Средь шумного бала / Es war eine rauschende Ballnacht
  • 1939 — Песнь пустыни / Das Lied der Wüste
  • 1940 — Сердце королевы / Das Herz der Königin
  • 1941 — Путь на свободу / Der Weg ins Freie
  • 1942 — Великая любовь / Die große Liebe
  • 1942 — Тогда / Damals
  • 1950 — Габриела / Gabriela
  • 1952 — Куба Кабана / Cuba Cabana
  • 1953 — Аве Мария / Ave Maria
  • 1954 — С тобой было всегда так хорошо / Bei Dir war es immer so schön
  • 1959 — Голубой мотылек / Der blaue Nachtfalter
  • 1964 — Небылицы / Das Blaue vom Himmel, ТВ
  • 1966 — Изюминка женщин / Das gewisse Etwas der Frauen

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Марика Рёкк
  • Йоханнес Хестерс
  • Ольга Чехова

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә