Сангишев Хәбибулла Ғибзат улы
Сангишев Хәбибулла Ғибзат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР Эткөсөк, Әбет ауыл Советы, Мәләүез районы, СССР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сангишев Хәбибулла Ғибзат улы (рус. САНГИШЕВ Хабибулла Гибзатович 1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
үҙгәртергәСангишев Хәбибулла Ғибзат улы 1902 йыл хәҙерге Башҡортостандың Мәләүез районы Эткөсөк ауылында тыуа. 1941 йылда Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында миномет мастеры булып хеҙмәт итә[1].
Батырлығы
үҙгәртергә1943 йылдың 18 сентябренән 10 октябргә тиклем һөжүм итеү һуғыштары барышында Сангишев Хәбибулла Ғибзат улы үҙен ныҡ һәм маһир, минометтар оҫтаһы итеп күрһәтә, 1943 йылдың 26 октябрендә Днепр йылғаһы аша кисеү ваҡытында бик оҫта итеп минометтарҙы сығарыуҙы ойоштороп, ике утлы взводты хәрби кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә, ул дошмандың көслө уты аҫтында ике минометты йүнәтә һәм һөжүм итеүсе эскадронды ут менән тәьмин итә. Был батырлығы өсөн Сангишев Хәбибулла Ғибзат улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. САНГИШЕВ Хабибулла Гибзатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сангишев Хабибулла Гибзатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)