Сальск дачаһы (Волгодонск)
Сальск дачаһы (Пан дачаһы) — Волгодонск ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан яһалма урман массивы. 1889 йылда П.А. Лукьянов тарафынан һалынған 2867 гектар майҙанды биләй. Әлеге ваҡытта Сальск дачаһында ағас үрсетеүҙең агротехник алымдарын ҡулланып барлыҡҡа килгән төрлө осорҙағы үҫентеләр һаҡланып ҡалған. 1978 йылда был урман массивтары айырыуса ҡиммәтле тәбиғәт объектына индерелгән[1]. Сальск дачаһы Волгодонск урмансылыҡ участкаһының өлөшө булып тора.
Сальск дачаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1889 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Волгодонской район[d] |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәСальск дачаһында имән, ҡорос ағас, грек сәтләүеге, ҡырым ҡарағайы, ҡарама, аҡ акация; ҡыуаҡтарҙан: баҡса айыу баланы һәм һары акация үҫә. Урман ҡатламы әрем, аҡтамыр, ҡыяҡлыларҙан тора. Ултыртылған ағастарҙың уртаса йәше 30 йәш, 13 м бейеклектә һәм олондарының диаметры 15 см тәшкил итә. 45 йәшлек имән үҫентеләре Һаҡланып ҡалған.
Тарихы
үҙгәртергәБарлыҡҡа килеүе
үҙгәртергә1880 йылдар башында Дон ғәскәре өлкәһе урман һәм урман материалдарына ҡытлыҡ кисерә. Әҙ һанлы тәбиғи урман массивтары йылға үҙәндәрендә һәм өлкәнең төньяғында урынлашҡан. Был осорҙа өлкәнең әҙ йәшәлгән көнсығышы үҙләштерелә. 1882 йылда үҙәге Великокняжеская станицаһы (хәҙер Пролетарск) менән яңы Сальск округы барлыҡҡа килә. Ярымсүл райондарға яйлап күсеп ултырыуҙар урындағы шарттарға акклиматизацияланған ағас үҫентеләренә ҙур ихтыяж тыуҙыра.
1884 йылдың башында Дон өлгөлө урмансылығы мөдире Федор Тиханов һәм уның ҡустыһы Михаил өлкә биләмәһендә яңы урман хужалығын асыу тураһында доклад әҙерләй. Буласаҡ урмансылыҡ өсөн урындар һайлау Новочеркасскта Дон ғәскәре өлкә Идаралығы урман бүлексәһенең коллеж секретары Дмитрий Домашевскийға йөкмәтелә. Өлкәнең ҡарап сығыу һөҙөмтәһенән һуң Домашевский үҙенең докладында урман плантациялары өсөн перспективалы урындар тәҡдим итә. 1884 йыл аҙағында Дон ғәскәрендә батша указы менән дүрт яңы урмансылыҡ, шул иҫәптән Сальск урмансылығы раҫлана, ул 1888 йылдың 16 сентябрендә рәсми рәүештә асыла. Яңы урман плантацияһы өсөн Цимлянск һәм Тернов станицаһы сигендә өс мең гектар ер бирелә, был Донда иң ҙур урман массивы була. Ерҙең өстән ике өлөшө урман фондына, өстән бер өлөшө сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр өсөн тапшырыла.
Урман өсөн тәғәйенләнгән территория тәрән булмаған йырындарҙан торған ҡалҡыу тигеҙлектән ғибәрәт. Беренсе урман ҡараусы булып Павел Андреевич Лукьянов тәғәйенләнә, ул Дон урмансылығында 24 йылдан ашыу эшләй. Урмансы штатынан тыш ер төҙөүселек эштәренең күп өлөшөн күскенсе крәҫтиәндәр башҡара[2].
Үҫеше
үҙгәртергә1914 йылға Сальск дачаһы «Пан урманы» йәки «Пан дачаһы» тигән икенсе исемен ала, дача исеме яһалма булдырылған урман массивын аңлата. Урындағы климат шарттарын яҡшы белеү Павел Лукьяновҡа асыҡ далала тотороҡло үҫтерелгән урман булдырыу мөмкинлеген бирә. Ул Рәсәйҙең көньяғында беренсе булып ҡоро далала урман үҫтереү өсөн лиман һуғарыуын ҡуллана башлай. Тотош урман ултыртыуҙы кире ҡағалар, уның урынына өҫтәмә һыу ағымы булған тар үҙәктәрҙә ултыртыу ҡарала. Һыу аҡмаларын көйләү өсөн урмансылыҡта ҡар һәм ямғыр һыуы менән туҡланыусы быуалар төҙөлә. .
Тәүге йылдарҙа Лукьянов тотош имәндәр ултыртыу менән мәшғүл була. Имәндәр культуралы рәттәрҙә лә ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар менән комбинацияла ла ултыртыла. Тотош ағас үрсетеү дымлылыҡтың етмәүенә һәм тупраҡтың тоҙлолоғона килтереү арҡаһында тотороҡло һәм сыҙамлы имәндәр үҫеүенә мөмкинлек бирмәүе асыҡлана. Ваҡыт үтеү менән Лукьянов имәндәрҙе башҡа ағас тоҡомдары һәм ҡыуаҡлыҡтар менән ҡатнаштырыуҙан баш тарта. 1900 йылға мең ярым гектар ерҙә тотороҡло урман ҡатламы булдырыла.
Граждандар һуғышы осоронда урмансылыҡта бөтә эштәр туҡтатыла, архивтар өлөшләтә юғала. Ултыртылған ағастар контролһеҙ ҡырҡыуҙан ныҡ зыян күрә. 1928 йылда яңы урман кадастрын төҙөү һәм урман тергеҙеү буйынса эштәр башлана. Сальск урмансылығы Ҡара диңгеҙ урман хужалығы тресына тапшырыла. Был осорҙа урмансылар ағастарҙың һыҙатлап ултыртыуына күсә, һыҙаттар киңлеге 10 метрҙан алып 25 метрға тиклем тәшкил итә. Имәндән тыш ҡоро ағас, саған, аҡ акация, гледичия, һары акация, аморфа, татар сағаны үҫтерелә[3].
Һуғыштан һуңғы тергеҙеү
үҙгәртергәСальск урмансылығы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҙур зыян күрә, өлгөрөп еткән имәндәр ҡырҡыла, уларҙан бер нисә ағас ҡына ҡала. Һуғыштан һуң тәүге йылдарҙа ағас ҡырҡыу бик әүҙем бара — ағас төҙөлөшкә китә һәм йылытыу өсөн ҡулланыла. 1952 йылға тиклем 453 гектарҙа имән ултыртыла. 1950 йылға тиклем Сальск урмансылығының 250 гектар майҙанында тәбиғи урман, 742 гектарҙа культуралы урман, 153 гектар һөрөнтө ер һәм сабынлыҡтар була. 720 гектарҙа тоҡомло имән (шул иҫәптән 382 гектарҙа уртаса йәштәге) һәм 265 гектарҙа ҡорос ағас (шул иҫәптән 149 гектарҙа уртаса йәштәге) ултыртыла. 1951 йылдан алып 1956 йылға тиклем 1480 гектар самаһы ерҙә урман ҡырҡылған. 1953 йылда Сальск дачаһына Киев өлкәһенән имән сәтләүектәре килтерәләр.
2007 йылда янғындар арҡаһында урман массивтарының күп өлөшөнә юғалыу ҡурҡынысы янай. 13 августа дала янғыны ултыртылған ағастарға күсә. Ике айға яҡын яуым-төшөм булмай. Түбәнге янғын өҫкә күсә, ағас сатырҙарын ялҡын ялмай. Ут меңләгән гектар урманға ҡағыла. Уларҙың яҡынса 100 гектары тулыһынса яна. Ҡалған участкаларҙа бер нисә йылдан урман тергеҙелә. Әлегә тиклем массивта ҙур янған участкалар тороп ҡалған, улар яйлап эшкәртелә. Иҫке ағастар элекке хәрби ҡаласыҡ янында ғына тороп ҡала[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сальская дача около хутора Мокросоленого . Заповедная Россия. Дата обращения: 19 ғинуар 2017. 2017 йыл 5 август архивланған.
- ↑ 3
- ↑ 3,0 3,1 Сто двадцать семь лет назад около будущего Волгодонска было заложено Сальское лесничество . Блокнот. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.