Баҡса айыу баланы
Айыу баланы (рус. жимолость, лат. Lonícera) — тура баҫып, үрмәләп йә ергә йәйелеп үҫә торған ҡыуаҡтарҙан; айыу баланы ғаиләһенең типлы ырыуынан. Латинса атамаһы немец математигы, физигы һәм ботанигы Адам Лоницер (1528—1586) исеменән алынған, ә башта уны Карл Линней каприфоль тип атарға йыйынған булған (Caprifolium, сөнки Европала тап бына ошо төр -айыу баланы каприфоль үҫтерелә торған булған[3].
Айыу баланы | |||||||||||||||
Айыу баланы каприфоль. Ырыуҙың тип төрө | |||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||
Lonicera L. | |||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||
Төр өлгөһө | |||||||||||||||
Төрҙәре | |||||||||||||||
|
Үҫкән урындары
үҙгәртергәТөньяҡ ярымшарҙа һәр ерҙә тиерлек осрай. 190 төрө билдәле, күберәк Гималайҙа һәм Шәрҡи Азияла үҫә. Рәсәйҙә ҡырағай 14 төрө бар.
Ботаник үҙенсәлектәре
үҙгәртергәСәскәләре эре генә, аҡ, алһыу, һарғылт йә зәңгәрһыу. Япраҡ төптәрендә йә суҡтарҙың осонда икешәр булып урынлаша.
Емештәре лә парлы, ҡайһы саҡ ҡушар булып үҫә.
Ашарға яраҡлы төрө
үҙгәртергәҠырағай төрө республикабыҙҙа ла үҫә, ул ҡыҙыл еләкле һәм ағыулы. Айыу баланының ашарға яраҡлы төрҙәре лә күп, хәҙер уны беҙҙә баҡсаларҙа үҫтерә башланылар. Оҙонса еләктәренә, әйтерһең, көртмәле менән мышар тәме ҡушылған, тиресәһе лә көртмәле төҫөндә. Ҡыуаҡтан ғына алып ҡапҡанда әллә ни тәмле лә түгел кеүек, әсерәк. Әммә шәкәр йәки бал менән – хәтәр шәп! Етмәһә, ул июнь башында уҡ, башҡа еләктәрҙән алда, бешеп тә етә. Ҡайнатма ла, компот та әҙерләргә була унан, ә ойотҡан-ҡатыҡ, кефир менән шунда уҡ ҡына бына тигән файҙалы, тәмле ризыҡты табынға ҡуйып була.
Төрҙәре
үҙгәртергәЫрыуҙа 200 төр бар[4] Ҡайһы бер төрҙәре:
Ҡайһы бер сорттары
үҙгәртергә- ' Бакчар ғорурлығы'. Сорт Турчанинов айыу баланы нигеҙендә барлыҡҡа килтерелгән[6]. Төньяҡ баҡсасылыҡтың Бакчар терәк пунктында селекция яһалған. Дәүләт селекцион ҡаҙаныштар реестрына 2006 йылдан индерелгән. Ҡыуаҡ бейеклеге 1,6 метрға етә , уртаса ҡуйылыҡта, ярымтүңәрәк. Төп ботаҡтары арка һымаҡ урынлашҡан. Уртаса бер ҡыуаҡтан - 1,8 кг емеш бирә, 8—10 йылдан 2,6 кг-ға етә, еләктәренең уртаса ҙурлығы - 1,2 г, оҙонлоғо 4 см-ға етә. Тәме әскелт-татлы, ҡырҡыулығы юҡ, татлы табынға яраҡлы, дегустацияла ҡуйылған баһа - 4,8[7].
Аш-һыуҙа ҡулланылышы
үҙгәртергәОйотҡан-ҡатыҡ менән баллы эсемлек
2 кешелек: 2 балғалаҡ бал йәки 4 балғалаҡ шәкәр 100 г айыу баланы 2 стакан ҡатыҡ ( ойотҡан) йә кефир
Еләктәрҙе иҙеп ҡатыҡҡа ҡушабыҙ, бал йә шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә ныҡ итеп болғатабыҙ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
- ↑ 2,0 2,1 Entry for Lonicera L. (ингл.). NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0 (Sept 24, 1997). Дата обращения: 29 ноябрь 2010. Архивировано 3 июнь 2012 года.
- ↑ Айыу баланы (Lonicera). Айыу баланы ғаиләһенән . Энциклопедия декоративных садовых растений. Дата обращения: 12 февраль 2010. Архивировано 19 февраль 2012 года.
- ↑ По данным книги «Флора СССР» (см. раздел Литература).
- ↑ В базе GRIN ранг данного вида понижен до подвида Lonicera caerulea var. edulis Turcz. ex Herder
- ↑ Жимолость 2010 йыл 1 июль архивланған. на сайте ГНУ НИИ садоводства Сибири имени М.А. Лисавенко 2013 йыл 21 июнь архивланған.
- ↑ Савинкова Н. В., Гагаркин А. В. Жимолость на Бакчарском опорном пункте северного садоводства, этапы работы и некоторые итоги. // Материалы конференции "Состояние и перспективы развития культуры жимолости в современных условиях".
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Род 8. Жимолость — Lonicera L. // Деревья и кустарники СССР. Дикорастущие, культивируемые и перспективные для интродукции. / Ред. тома С. Я. Соколов. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1962. — Т. VI. Покрытосеменные. Семейства Логаниевые — Сложноцветные. — С. 211—299. — 380 с. — 2400 экз.
- Род 1401. Жимолость — Lonicera L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1958. — Т. XXIII. — С. 467—573. — 776 с. — 2300 экз.
- Шейко В. В. Спектр современных взглядов на структуру рода Lonicera L. (Caprifoliaceae) // Turczaninowia : журнал. — 2007. — В. 10 (1). — С. 13—54.
- Ситдиҡова Гүзәл. Айыу баланы - "Башҡортостан", 2013, 21 июнь [1] 2016 йыл 9 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Баҡса айыу баланы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2010)
- Жимолость // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)