Савчук Анна Антоновна

Савчук Анна Антоновна (28 май 1910 йыл — 19 сентябрь 1991 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Савчук Анна Антоновна
рус. Анна Антоновна Савчук
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 (28) май 1910
Тыуған урыны Новоселица[d], Заславский уезд[d], Волын губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 сентябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (81 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Анна Антоновна Савчук 1910 йылдың 15 майында Рәсәй империяһының Новоселица ауылында (хәҙер Украинаның Хмельницкий өлкәһе Полонский районы) нда тыуған.[1]

1948 йылдан Анна Антоновна Ростов өлкәһенең Чертковский районы Тарасово-Меловское ауылында йәшәй. Ленин исемендәге колхозда 25 йылдан ашыу быҙау ҡараусы булып эшләй. Ошо осорҙа 2300 быҙауҙы тәрбиәләп үҫтерә. Йыл һайын 50-60 быҙау ала (25-30 нормала).1957 йылдан быҙауҙарының уртаса тәүлек артымы 683 грамм сиктәрендә тәшкил итә. 1961 йылда «Дондың данлыҡлы быҙау ҡараусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.[1]

1966 йылдың 22 мартында СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән малсылыҡты үҫтереүҙә, ит етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн Анна Антоновна Савчукҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

КПСС ағзаһы, хеҙмәт ветераны. 1970 йылдар уртаһында хаҡлы ялға китә.

1991 йылдың 19 сентябрендә вафат була.[1]

Тарасово-Меловское ауылы урамдарының береһе Герой исемен йөрөтә[2]

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Анна Антоновна Савчук СССР ВДНХ миҙалдары һәм «Хеҙмәт батырлығы өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100-йыл айҡанлы» юбилей миҙалы менән бүләкләнә (1970).
  • 1966 йылда «РСФСР ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһе ала.
  • «РСФСР-ҙың атҡаҙанған колхозсыһы»[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Список Героев Социалистического Труда (Ростовская область)

Библиография үҙгәртергә

  • Герои Труда Дона : к 70-летию учреждения звания «Герой Социалистического Труда» : биобиблиографический справочник / Министерство культуры Ростовской области, Дон. гос. публ. библиотека, Ростов н/Д, 2008.
  • Сельское хозяйство Дона в биографиях и цифрах : славное прошлое, настоящее и будущее! / Ростов н/Д : Печатная лавка, 2016.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә