Сабитов Сәлих Ғиззәт улы

Бөйөк Ватан һуғышы яугире
(Сабитов Сәлих Ғиздәт улы битенән йүнәлтелде)

Сабитов Сәлих Ғиззәт улы (10 октябрь 1912 йыл — 18 май 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия уҡсылар полкының миномет ротаһы тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Сабитов Сәлих Ғиззәт улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 октябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Йәрәмкә, Дүртөйлө ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР
Вафат булған көнө 18 май 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Йәрәмкә
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлих Ғиззәт улы Сабитов 1912 йылдың 10 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе [1] Йәрәмкә ауылында тыуған.

Мәктәптә башланғыс белем ала. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Һуғышҡа тиклем «Яҡтыкүл» колхозында эшләй.

1941 йылдың июлендә Шаран районы хәрби комиссариаты тарафынан Совет армияһына саҡырыла. 1941 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 175-се гвардия уҡсылар полкының миномет ротаһы тоҫҡаусыһы (58-се гвардия дивизияһы, 5-се гвардия армияһы, 1 Украина фронты) гвардия рядовойы С. Ғ.Сабитов немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта үҙен ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәтә.

Һуғыштан һуң С. Ғ. Сабитов Шаран районының Ф.Энгельс исемендәге колхозында эшләй.

1979 йылдың 18 майында Өфөлә вафат була, Йәрәмкә ауылында ерләнә[2].

Батырлығы

үҙгәртергә

«1944 йылдың 9 ноябрендә Келецк воеводалығының Пацанувск өйәҙе Ратае Галина ауылы районындағы (Польша) һуғыштарҙа, контратакаға килеүсе дошманға минометын теүәл тоҫҡап, иптәш Сабитов миномет уты менән дошмандың өс ут нөктәһен, 40-тан ашыу һалдат һәм офицерын юҡ итә, шулай итеп дошман контратакаһын кире ҡағыуға һәм беҙҙең подразделениеларҙың алға хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә. Иптәш Сабитов расчеты менән бергә, тиҙ арала һәм оҫта ут позицияһын үҙгәртеп, дошмандың тере көстәрен һәм ут нөктәләрен юҡ итеүен дауам итә…».

Был батырлығы өсөн 1944 йылдың 1 сентябрендә Сабитов С. Ғ. III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

«…1945 йылдың 20 ғинуарында һөжүм итеү ваҡытында, көстә өҫтөнлөклө булған дошман ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә һәм артиллериянан көслө ут алып бара. Иптәш Сабитов, үҙенең минометын сәпкә теүәл тоҫҡап, дошмандың 4 ут нөктәһен баҫтыра, дошман пехотаһының взводҡа яҡын һалдатын юҡ итә һәм тарата. Шулай итеп, иптәш Сабитов тиҙ арала һәм яҡшы итеп хәрби бурысты үтәүгә — беҙҙең подразделениеларҙың алға барыуына булышлыҡ итә…».

Шәхси ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1945 йылдың 2 апрелендә Сабитов С. Ғ. II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Р. Ғ. Сабитов 1945 йылдың апрелендә һуғышып Нейсе йылғаһы аша сыҡҡанда батырлыҡ һәм инициатива күрһәтә. «1945 йылдың 16 апрелендә һуғышып Нейсе йылғаһы аша сыҡҡанда иптәш Сабитов, миномет расчетының яраланған командирын алмаштырып, ҡыйыу рәүештә дошмандың тере көсөн һәм ут сараларын баҫтыра, пехотаға йылға аша сығыуға юл аса.

Был һуғышта, дошмандың көслө утына ҡарамаҫтан, үҙенең миномет уты менән подразделениеларҙың йылғаның көнбайыш ярына сығыуын тәьмин итә, дошмандың бер пулемёт ут нөктәһен һәм 20 һалдатын юҡ итә, ошоноң менән командованиеның хәрби заданиеһын үтәүгә булышлыҡ итә…».

Һуғышта күрһәткән шәхси батырлығы һәм инициативаһы өсөн, 1945 йылдың 27 июнендә Сабитов С. Ғ. I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • I, II һәм III дәрәжә Дан ордендары,
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Башҡортостандың данлы улдары.