Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы

(Сабирйән Абдулла улы Ҡунаҡбаев битенән йүнәлтелде)

Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы (29 декабрь 1901 йыл — 3 июль 1996 йыл) — ғалим-селекционер, БССР Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1950). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963).

Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 29 декабрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Олокүл, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 июль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Совет Рәсәйе
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены заслуженный агроном РСФСР

Биографияһы

үҙгәртергә

Сабирйән Абдулла улы Ҡунаҡбаев 1901 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһының Олокүл ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә өс ҡыҙ һәм алты малай була. Дүрт йыл земство башланғыс училищеһында уҡый. Уны бик яҡшы тамамлап, Өфө мәҙрәсәһенә уҡырға инә.

Хәкимиә мәҙрәсәһендә уҡый. 1927 йылда К. А. Тимирязев исмендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.

19271932 йылдарҙа Башҡортостан игенселек халыҡ комиссариатында; 19321955 йылдарҙа — Шишмә селекция станцияһында эшләй.

19561958 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.

1958 йылдан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының ужым культуралары селекцияһы һәм беренсел орлоҡсолоҡ лабораторияһы мөдире.

Ҡунаҡбаев С. А. Башҡорт АССР-ында селекционерҙарҙың фәнни мәктәбен аса.

Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы 1996 йылдың 3 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Ҡыҫҡа һабаҡлы йығылмай торған ужым арышы «Сулпан»; Ҡарабойҙайҙың «Шишмә» һәм «Дим» сорттарын, «Лютесценс-9» ужым бойҙайын һәм «Башҡортостан-1» ужым тритикале, бөтәһе 19 сорт сығара.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы уның исемендәге премия булдырған.

2010 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты «Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә» арыш сорты сығарған[1].

  • С. Кунакбаев Мал золотник, да дорог //Наука в СССР, АН СССР. 1983, № 5;
  • С. Кунакбаев «Селекция короткостебельных сортов озимой ржи» // Вестник сельскохозяйственной науки. 1984, № 2;
  • С. Кунакбаев «Рождение сортотипа культурной ржи» (Secale cereale var vulgare Korn.).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә