Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы

иҡтисадсы, статистик, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
(Рөстәм Ғатауллин битенән йүнәлтелде)

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы, Рөстәм Нурыев (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, сәсән, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2018)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). Башҡорт Википедияһы ирекмәне (2005) һәм хакимы (2006), «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө ағзаһы (2015). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсәтле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019). Тел төрлөлөгөн һаҡлаған өсөн Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың «КЛЮЧЕВОЕ СЛОВО» исемле Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаты (2020) Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Ҡушамат Рөстәм Нурыев
Тыуған көнө 2 август 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Ләмәҙтамаҡ, Ләмәҙтамаҡ ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, статистик, дәүләт хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмғиәт эшмәкәре, викимедиасы, википедист
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе[d]
Уҡыу йорто Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы
Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]
Ҡатнашыусы Вики-конференция 2020[d] һәм Вики-конференция 2022[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин 1963 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.

1970—1979 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә (хәҙерге ваҡытта Вафа Әхмәҙуллин исемен йөрөтә) белем ала.

1979—1983 йылдарҙа Өфө иҫәпте механизациялау техникумында (хәҙерге Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы) уҡый.

1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1985—2001 йылдарҙа Мәсетле районында эшләй.

1999 йылда ситтән тороп Бөтә союз финанс-иҡтисад институтын тамамлай.

2001 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1985—1998 — механик, инженер-проектировщик, инженер-программист вазифаларын башҡара, Мәсетле районының статистик бүлегенең етәксеһе була.

1998—2001 йылдарҙа Мәсетле биләмәһе статистик бүлегенең етәксеһе була.

2001—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының статистика буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары.

2003—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының статистика Комитеты етәксеһенең урынбаҫары.

2005 йылдан алып Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары.

18 фәнни хеҙмәте баҫылып сыҡҡан.

Ижады жанр төрлөлөгө менән айырыла. Башҡорт фольклор традицияларына, атап әйткәндә, бәйет, ҡобайыр, әйтеш жанрына мөрәжәғәт итә. Шиғриәтенә гражданлыҡ, лиризм хас. Публицистикала тарихи, әхләҡи-этик проблемалар, кеше яҙмыштарын яҡтырта. Ижадының төп темаһы — шәхестең ата-бабалар хәтере алдында яуаплылығы, рухи ҡиммәттәргә тоғролоҡ, тыуған еренең данлыҡлы үткәне менән ғорурланыу, туған телдең киләсәге өсөн борсолоу. «Реальные истории старого служака из Кряжа» мемуар-хикәйәләр йыйынтығының идея-йөкмәткеһе: «армия — тормош мәктәбе», «илһөйәрлек рухы» хәҙерге заман актуаль проблемаларының береһе. 4 китап авторы:

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
фоторәсемдәр

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Салауат Юлаев ордены (2022)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003)
  • Статистика отличнигы (2010).
  • «Совет Армияһы алдынғыһы» билгеһе (1985).
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «2002 йылда Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» билгеһе
  • 2014, 2017 йылдар Вики-Премияһы лауреаты.
  • «Хеҙмәт ветераны» исеме ()
  • Росстаттың Почет грамотаһы (2022)
фоторәсемдәр

Фәнни мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • К юбилею — библиографический справочник «Статистика Башкортостана. 175 лет на службе обществу» // Гатауллин Р. Ш., Статистика и общество: история, современность, развитие. Материалы Всероссийской научно-практической конференции (Уфа, 17 марта 2010 г.) — Уфа, Башкортостанстат, ИСППИ АН РБ, 2010. — в 2 т. — Т. 1 — 418 с. — с. 34.
  • Бюллетень Башкирского ЦСУ 1923—1927 гг. в описании Н. Н. Барсова // Гатауллин Р. Ш., Статистика и общество: история, современность, развитие. Материалы Всероссийской научно-практической конференции (Уфа, 17 марта 2010 г.) — Уфа, Башкортостанстат, ИСППИ АН РБ, 2010. — в 2 т. — Т. 1 — 418 с. — с. 44.
  • Статистика праздников и праздник статистиков // Гатауллин Р. Ш., Актуальные проблемы и перспективы развития государственной статистики в современных условиях: Материалы второй Всероссийской научно-практической Интернет-конференции, посвященной памяти начальника ЦСУ РСФСР с 1970 по 1985 годы Александра Павловича Дрючина (Саратов, 2 — 30 ноября 2009 г.) — Саратов, 2009.
  • История становления и развития службы государственной статистики Башкортостана. Часть 1. 1835—1918 гг.// Гатауллин Р. Ш.: Аудиолекция. — Уфа, 2009. — 59 мин.
  • Мечетлинский район // Гатауллин Р. Ш., Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 4. Л — О / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2008. — 608 с.: ил., карты. — с. 196—197.
  • Использование информационных ресурсов службы государственной статистики Башкортостана в научных и образовательных целях // Гатауллин Р. Ш., Информационные технологии в образовании: Материалы Всероссийской научно-практической конференции (Уфа, 19-20 февраля 2008 г.) — Уфа, 2008. — 156 с. — с. 14.
  • Социально значимая информация в публикациях органа государственной статистики (на примере Башкортостанстата) // Гатауллин Р. Ш., Статистика в диалоге общества и власти: Материалы международной научно-практической конференции (Санкт-Петербург, 27-30 января 2008 г.). — Спб.: Знание, 2008—316 с. — с. 152
  • Некоторые аспекты конфиденциальности индивидуальных статистических данных // Гатауллин Р. Ш., Статистика в диалоге общества и власти: Материалы международной научно-практической конференции (Санкт-Петербург, 27-30 января 2008 г.). — Спб.: Знание, 2008—316 с. — с. 102
  • Динамика административно-территориального подчинения исторического Башкортостана // Гатауллин Р. Ш., Организация территории: статика, динамика, управление: Материалы IV Всероссийской научно-практической конференции (Уфа, февраль 2007). — Уфа: Башкортостанстат, 2007. — 288 с. — стр. 98-103.
  • Башкиры в современном евразийском пространстве // Гатауллин Р. Ш., Евразийство и национальная идея: Материалы Межрегиональной научной конференции (Уфа, 25 февраля 2005 г.). — Уфа: Аэрокосмос и Ноосфера, 2005, — С. 147—153.
  • Уровень высшего и среднего профессионального образования населения Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 г.) // Гатауллин Р. Ш., Стратегия социально-экономического развития Республики Башкортостан: Материалы Республиканской научно-практической конференции (Уфа, октябрь 2004г.). — Уфа, 2004. — С. 54-62.
Авторҙаш
  • Некоторые аспекты истории и развития службы государственной статистики Башкортостана // Ганиев А. М., Гатауллин Р. Ш., Гагина Г. П., Статистика и общество: история, современность, развитие: Материалы Всероссийской научно-практической конференции, посвященной 175-летию образования службы государственной статистики в Башкортостане (Уфа, 17-18 марта 2010 г.) — Уфа, 2010.
  • Земская статистика. // Гатауллин Р. Ш., Нугаева Ф. Г., Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 3. З — К / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2007. — 672 с.: ил., карты. — с. 68.
  • Домохозяйства Республики Башкортостан: традиции и реальность в итогах переписи населения 2002 года: аналитическая записка / Терр. орган Фед. службы госстатистики по РБ. Под общей ред. А. М. Ганиева, Р. Ш. Гатауллина, Отв. за вып.: И. Б. Утяшева — Уфа: Башкортостанстат, 2005. — 20 с.
  • Высшее профессиональное образование в Республике Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 г.): аналитическая записка / Терр. орган Фед. службы госстатистики по РБ. Под общей ред. А. М. Ганиева, Р. Ш. Гатауллина, Отв. за вып.: И. Б. Утяшева, С. С. Курбанова — Уфа: Башкортостанстат, 2005. — 8 с.
  • Региональная рождаемость (на примере Республики Башкортостан) // Гатауллин Р. Ш., Утяшева И. Б., Проблемы демографии, медицины и здоровья населения России: история и современность: Материалы Всероссийской научно-практической конференции (Пенза, ноябрь 2005 г.). — Пенза: РИО ПГСХА, 2005. — С. 55-57.
  • Формирование семейно-брачных отношений в Республике Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 г.): аналитическая записка / Терр. орган Фед. службы госстатистики по РБ. Под общей ред. А. М. Ганиева, Р. Ш. Гатауллина Отв. за вып.: И. Б. Утяшева, Г. Р. Баймухаметова — Уфа: Башкортостанстат, 2005. — 26 с.
  • Население Республики Башкортостан: от переписи к переписи. (по данным Всероссийской переписи населения 2002 г.): аналитическая записка / Терр. орган Фед. службы госстатистики по РБ. Под общей ред. А. М. Ганиева, Р. Ш. Гатауллина Отв. за вып.: И. Б. Утяшева — Уфа: Башкортостанстат, 2004. — 13 с.
  • Итоги ВПН 2002: Население Республики Башкортостан по национальной принадлежности // Гатауллин Р. Ш., Утяшева И. Б., Современные этнополитические и этносоциальные процессы в России: модель Республики Башкортостан: Материалы Межрегиональной научно-практической конференции (Уфа, 3 декабря 2004г.). — Уфа: Информреклама, 2004. — 352 с. — с. 167—172.
  • Урбанизация башкир в Республике Башкортостан //Гатауллин Р. Ш., Баймухаметова Г. Р., Городские башкиры: проблемы языка, культуры, здоровья и демографии: Материалы II Межрегиональной научно-практической конференции (Уфа, 28 марта 2002г.). — Уфа, 2002 — С.21-27.
=== Матбуғат баҫмаларында ===
  1. Сага о народном курорте Урала и Поволжья. // Рустам Нурыев, 1. «Подслушано в Соль-Илецке» (блог). 2022 йыл, 28 июнь. 2. «Илецкая Защита» гәзите, 30 июнь.
  2. Бәхет хаҡы — фатирмы? (тамашасы фекере). // Рөстәм Нурыев, «Тамаша» журналы, 2022 йыл, май.
  3. Театр, мин һине һағындым! // Рөстәм Нурыев, «Тамаша» журналы, 2021 йыл, апрель.
  4. Үкенерлек түгел, Рәми ағай! // Рөстәм Нурыев, «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 3 ноябрь.
  5. Йәш шоңҡарҙар булыр аҡһаҡал. Шиғыр // Рөстәм Нурыев, «Киске Өфө» гәзите, 2015 йыл, 36-сы һан (шул уҡ шиғырҙың икенсе варианты «Йыһанға йышыраҡ ҡара» китабында нәшер ителгән.
  6. «Беҙ Мәсетле!» йырының тарихы // Рөстәм Нурыев, «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 11 март — башы, 12 март — аҙағы.
  7. Даны ҡайтты иленә. // Рөстәм Нурыев, «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, 8 май, № 90 (26442)
  8. Виртуаль донъя — Башҡортса Википедия // Рөстәм Нурыев, «Ватандаш» журналы, 2013 йыл, апрель.
  9. «Һауа шары» уйыны. // Рөстәм Нурыев, «Шоңҡар» журналы, 2013 йыл, апрель.
  10. БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ — Уның эстәлеген кемдәр тулыландыра? // Рөстәм Нурыев. «Киске Өфө» гәзите, 2013 йыл, ғинуар, № 3.
  11. Спортсы, ойоштороусы, тәрбиәсе. Атайым һабаҡтары. // Рөстәм Ғатауллин, Мәсетле тормошо гәзите , 2012 йыл, 6 декабрь, № 140 (9525), (башҡортса)(рус.)
  12. Современная инквизиция в Русской Википедии. // Рустам Нурыев, «Тере Журнал» сайты, 2012 йыл, 12 ноябрь. (рус.)
  13. Йәшәү мәғәнәһе — изгелек ҡылыуҙа // Рөстәм Нурыев. «Ағиҙел» журналы, 2012 йыл, июль, № 7.
  14. Нет предела совершенству, и от земляков не отрекайтесь! // Гатауллин Р. Ш. газета «Мечетлинская жизнь», 2011, 15 сентября, № 107 (9342). (рус.) (башҡортса тәржемеһе бар)
  15. Районға яҙма һәйкәл // Гатауллин Р. Ш., «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 24 ноябрь, № 234 (23801).
  16. НӘФСЕҢДЕ АҘҘЫРМАҺАҢ… отолмаҫһың бер кемдән // Рөстәм Нурыев. «Киске Өфө» гәзите, 2010 йыл, сентябрь.
  17. Яңы быуат бәйете. Шиғри әҫәр. // Рөстәм Нурыев. «Йәшлек» гәзите, 2010 йыл, август, «Киске Өфө» гәзите, 2010 йыл, сентябрь.
  18. Забытая перепись и забытая личность // Гатауллин Р. Ш., журнал «Ватандаш», 2009, № 8, С. 28-33. (рус.)
  19. 100 лет электросвязи на северо-востоке РБ // Гатауллин Р. Ш., газета «Связист Башкортостана», 2008 год,28 ноября, № 44 (733). (рус.)
  20. "Тәҙрә уйыусы"ларға «тар ярыҡтан» ҡараш, йәки Ябай башҡорт уҙаманының уйланыуҙары // Рөстәм Нурыев. «Башҡортостан» гәзите, 2008 йыл, 5 февраль.
  21. Земская статистика Уфимской губернии — взгляд через столетие // Гатауллин Р. Ш., «Экономика и Управление: научно-практический журнал», № 1, 2007. — Уфа: БАГСУ,2007. — стр.47-52.
  22. История Земской статистики Уфимской губернии. // Гатауллин Р. Ш., «Вопросы статистики», 2007, № 8. — М.:Статистика, 2007 — стр.78-82. при финансовой поддержке РГНФ, 2007, проект 07-01-00469а, «Земская статистика Уфимской губернии».
  23. Административно-территориальное деление Мечетлинского района // Гатауллин Р. Ш., газета «Наша жизнь», 2005, 18 октября. (рус.) (башҡортса тәржемеһе бар)
  24. Итоги переписи населения 2002: Башкиры в регионах России // Гатауллин Р. Ш., журнал «Ватандаш», 2005, № 6, С. 39-42. (рус.)

Уның тураһында

үҙгәртергә
  • Башҡорт теле — донъя киңлегендә // С. Нәзиров. «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, 9 февраль.
  • Рөстәм Нурыевҡа. Шиғыр // Фирүзә Абдуллина. Ихлас күңелдән! Шиғырҙар. — Сибай, 2016—146 бит.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә