Миңлеханов Рөстәм Нурғәли улы

Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының президенты (2010 йылдан)
(Рөстәм Миңлеханов битенән йүнәлтелде)

Миңлеханов Рөстәм Нурғәли улы (1 март 1957 йыл) — дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 2010 йылдан Татарстан Республикаһы Президенты.

Рөстәм Нурғәли улы
Миңлеханов
татар. Рөстәм Нургали улы Миңнеханов
Рөстәм Нурғәли улы Миңлеханов
Флаг
Флаг
Татарстан Президенты
 25 март 2010
Алдан килеүсе: Шәймиев Минтимер Шәрип улы
Флаг
Флаг
Татарстан Премьер-министры
10 июль 1998 — 25 март 2010
Президент: Шәймиев Минтимер Шәрип улы
Флаг
Флаг
Татарстандың финанстар министры
1996 — 1998
 
Дине: Ислам
Тыуған: 1 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (67 йәш)
СССР, Татар АССР-ы, Балыҡ Биҫтәһе районының Яңы Арыш ауылы
Атаһы: Нургали Минниханович Минниханов[d]
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Ҡазан ауыл хужалығы институты
РГТЭУ
Ғилми дәрәжәһе: иҡтисад фәндәре докторы (2001)
 
Сайт: rais.tatarstan.ru
 
Наградалары:
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены Дуҫлыҡ ордены
«Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Дуҫлыҡ ордены (Ҡаҙағстан)
Дуҫлыҡ ордены (Ҡаҙағстан)
Салауат Юлаев ордены
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы

Биографияһы үҙгәртергә

Рөстәм Нурғәли улы Миңлеханов 1957 йылдың 1 мартында Татар АССР-ы (хәҙер Татарстан Республикаһы Балыҡ Биҫтәһе районының Яңы Арыш ауылында тыуған.

1978 йылда «инженер-механик» һөнәре буйынса Ҡазан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса «Сельхозтехника»ның Саба район берекмәһендә инженер-диагностик булып башлай.

  • 1980—1983 йылдарҙа Саба леспромхозының өлкән һәм баш энергетигы була.
  • 1983 йылда Саба районының ҡулланыусылар йәмғиәтенең (русса райпо—районное потребительское общество) рәйес урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
  • 1985 йылдан — Арса райпоһы рәйесе.
  • 1990 йылда халыҡ депутаттарының Арса район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
  • 1992 йылда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
  • 1993—1996 йылдарҙа — Бейектау районы башлығы.
  • 1996—1998 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы финанс министры.
  • 1998 йылдан Татарстан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе.

«Татнефть», «Татнефтехиминвест-холдинг», «Связьинвестнефтехим» ойошмаларының директорҙар советы рәйесе.

  • 2010 йылдан Татарстан Республикаһы Президенты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә