Оло Әрмет (Рәүҙәк ҡушылдығы)
Оло Әрмет (рус. Большая Арметка) — Башҡортостандың Ишембай һәм Ғафури райондарындағы йылға. Ғафури районы Ҡурғашлы ауылынан 4,5 км төньяҡтараҡ (Саранцев) шишмәһенән башлана.Рәүҙәк йылғаһына уң яҡтан уның тамағына 2,6 км ҡалараҡ барып тоташа. Ишембай заказнигының көнбайыштан тәбиғи сиге. Оҙонлоғо — 36 км[1].
Оло Әрмет | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 36 км км |
Һыу ағымы | |
Инеше | Ручей Саранцев |
· Координаталар | 53°51′11″ с. ш. 56°37′12″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Рәүҙәк |
· Координаталар | 53°39′06″ с. ш. 56°31′35″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Рәүҙәк → Егән → Ағиҙел → Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башкортостан |
РДҺР | 10010200712211100018538 |
— инеше, — тамағы |
Ярҙарындағы тау һоро тупраҡта киң япраҡлы урмандар үҫә (ҡарама, йүкә). Йылға буйындағы ауылдар (йылға үрендә):
Оло Әрмет Бейектүбә тауының көнсығыш итәгендә аға, Кесе Әрмет — тауҙың көнбайыш итәгендә. Оло Әрмет менән Кесе Әрмет бер береһенә параллель аға, Кесе Әрмет Рәүҙәккә түбәндәрәк барып ҡушыла .
Атамаһының килеп сығышы
үҙгәртергәӘрмет (Ғафури, Ишембай райондарында аҡҡан йылға) исеме филология фәндәре кандидаты Г.Х Бохаров докладында[2], башҡорт гидронимдарында осрай торған һинд-иран һүҙе тип атала, йәки һинд-иран алиһәһе Арматай, Армаити исеменә бәйле булыуын фаразлай. Был һүҙҙе санскриттағы: amrta — «бессмертный», «мир богов», «бессмертие», «напиток бессмертия», «нектар», «целебный напиток», «вода», «молоко»[3](Бухарова, С.23) һүҙҙәренә лә бәйләйҙәр.
Ләкин урындағы халыҡ телендә (диалект) «әрмет/армыт» йылғаның бер тармағы тигәнде аңлата.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәОло ҡушылдыҡтары:
Топографик карта
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Большая Арметка (руч. Саранцев)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Бухарова Г. Х. Индоиранский субстрат в башкирской гидронимии//Профессор Джалиль Гиниятович Киекбаев и его вклад в развитие урало-алтайской и тюркской филологии: материалы Международной научно-практической конференции. Уфа: ООО "Издательство «Диалог», 2011. — 524 с. С.22-24
- ↑ Кочергина,1996, с.68=Кочергина В. А. Санскритско-русский словарь. М.: Филология, 1996. — 944 с.