Йыһанов Рәшит Рәхим улы

(Рәшит Йыһанов битенән йүнәлтелде)

Йыһанов Рәшит Рәхим улы (28 июнь 1952 йыл) — башҡорт композиторы. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 19772012 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, профессор (1997) Башҡорт АССР-ының (1990) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Йыһанов Рәшит Рәхим улы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

28 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны

СССР,
Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор

Хеҙмәттәшлек

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Наградалар

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990) Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008)

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәшит Рәхим улы Йыһанов 1952 йылдың 28 июнендә Өфө ҡалаһында балетмейстер Рәхим Фәиз улы Йыһанов ғаиләһендә тыуған.

1977 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Заһир Исмәғилев класы) һәм ошо юғары уҡыу йортонда эшкә ҡалдырыла, бында ул 2012 йылға тиклем уҡыта. 1995—2001 йылдарҙа — композиция кафедраһы мөдире була. 1997 йылдан — профессор.

Рәшит Йыһанов 1992—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры, 1992—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара.

Композитор Өфө дәүләт нефть техник университетының (ул ваҡытта Өфө нефть институты) «Шаян» һәм «Альтарес» (1978—1982), Башҡорт дәүләт педагогия институтының «Инйәр» (1982—1995) музыкаль төркөмдәренең, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының «Ufa» рок-төркөмөнөң ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе.

Концерт менән Рәсәй ҡалаларында, Германия, Голландия, Бельгия, Австрия һәм Англияла сығыш яһаған.

Рәшит Йыһанов — «Алһыу сәскә» (Аленький цветочек, 2003; Сергей Аксаковтың шул уҡ исемле әкиәте буйынса, И. Х. Хәбиров либреттоһы), «Ут» («Огонь», 1998; Әнғәм Атнабаевтың шул уҡ исемле драмаһы буйынса И. Х. Хәбиров либреттоһы) балеттары, «Ҡара һыуҙар» (1977, Мостай Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса) оратория-балеты авторы.

Поэма (1980), 6 симфония (1-сеһе, 1987; 2-сеһе, «Иман символдары» — «Символы веры», 1996; 3-сөһө, «Дала әреме» — «Полынь степная», 1998; 4-сеһе, «Салауат Юлаевҡа гимн» — «Гимн Салавату Юлаеву», 2003; 5-сеһе, «Һуғышҡа ҡаршы» — «Антивоенный», 2006; 6-сыһы, 2011), «Баяс» (1998).

Радик Гәрәев иҫтәлегенә орган менән оркестр өсөн концерт дилогияһы (1997), фортепиано менән оркестр өсөн (1999); кларнет, фагот, валторна һәм симфоник оркестр өсөн «Рагавардхана» (2002); валторна һәм оркестр өсөн (2004), һуҡма музыка ҡоралдары менән оркестр өсөн «Timpanorama»(2005) һәм башҡалар.

Салауат Юлаев шиғырҙарына «Тыуған Уралым» (1996) хор поэмаһы, А. А. Блоктың «Скифтар» (1992, башҡорт теленә Риф Мифтахов тәржемәһе) хор циклы.

Муса Ғәли, Риф Мифтахов шиғырҙарына вокаль циклдар, Суфиян Поварисовтың «Ауылымдың айлы кистәре», Рауил Ниғмәтуллиндың «Умырҙая», Гөлфиә Юнысованың «Әсәй» һ.б. шиғырҙарына йырҙар.

Камера-инструменталь әҫәрҙәре: кларнет һәм фортепиано өсөн 2 соната (1977, 2006), флейта һәм фортепиано өсөн 2 соната (1977, 2006), скрипка һәм фортепиано өсөн 4 соната (1995, 2005, 2010, 2012), тынлы, һуҡма музыка ҡоралдары һәм фортепиано өсөн квинтет (1980), 1-се ҡыллы квартет (1995) һәм башҡалар.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Р. Зиганов. Багатели для фортепиано // Изд. Советский Композитор, М., 1983.
  • Р. Зиганов. Поэма для валторны и фортепиано // Изд. Мин.культ. РБ — Уфа, 1991.
  • Р. Зиганов. Сонаты для фортепиано // Изд. «Ижад» Уфа, 1992.
  • Р. Зиганов. Родина у всех одна // Песни для детей Башкнигоиздат. — Уфа, 1993.
  • Р. Зиганов. Эстрадные песни // Башкнигоиздат. — Уфа, 1985.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).
  • Давыдова Э. М. Творчество Р. Зиганова // Башҡортостан ҡыҙы. 1992. № 12
  • Юнысова Г. А. Яны йырҙар // Башҡортостан ҡызы. 1995.
  • Зинатшина Н. В. Творческий путь Рашита Зиганова// Башҡортостан. 1982. № 11
  • Зиновьева Т. С. Музыкальный дебют // Китап — Уфа, 1995.
  • II Международный фестиваль Европа-Азия // Буклет Изд. СК РТ — Казань, 1996.
  • Скурко Е. Р. Композиторы и музыковеды Башкортостана // Китап — Уфа, 2002.-240с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә