Рәфис
Рәфис — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәРәфис ғәрәп теленән билдәле, күренекле тигән мәғәнәлә[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Ҡадиров Рәфис Фәйез улы (рус. Кадыров Рафис Фаизович; (7 июнь 1955 йыл) — банк хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1993 йылдан «Восток» Халыҡ-ара коммерция банкының рәйесе.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Республика, ҡала һәм райондарҙың социаль һәм иҡтисади үҫеш буйынса комиссия ағзаһы.
- Зыязитдинов Рәфис Миңлеғәли улы (4 ноябрь 1952 йыл) — тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2011), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2015), Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2002).
- Батырҡаев Рәфис Хөтип улы (псевдонимы — Батырҡай; 22 май 1951 йыл — 16 август 2014 йыл) — рәссам, керамист, дизайнер.
- Вәлиев Рәфис Шәмсиәхмәт улы (23.03.1942), Краснокама районы педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәлимов Рәфис Иҙиәт улы (6.05.1959), мәҙәниәт эшмәкәре. 2003—2011 йылдарҙа һәм 2018 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Садиҡов Рәфис Рауил улы (1959), спортсы, дәүләт хеҙмәткәре. 1999—2010 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе. Грек‑рим көрәше буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994) һәм атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003).
- Мөхәрләмов Рәфис Исхаҡ улы (1940—2004), ғалим-инженер-химик. 1970—2004 йылдарҙа Ҡазан химия-технология институтының һәм Ҡазан дәүләт технология университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1970).
- Исламов Рәфис Усман улы (1944), хужалыҡ эшмәкәре. 1984—2000 йылдарҙа Ҡариҙел районының «Совет» колхозы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Рәфис Ишбаев — йырсы.
- Рәфис Мөхәмәтдинов — шағир.
- Сәйәхов Рәфис Фәнис улы (1.01.1969), журналист, «Кызыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Бермөхәмәтов Рәфис Ҡасим улы (1963—2005)- БДУ- ның химия факультетын тамамлаған, «Тарк» машина майын уйлап табыусы, бик күп патент авторы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |