Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө

Конституция көнө (рус. День Конституции) — йыл һайын 12 декабрҙә билдәләнгән дәүләт байрамы. 1993 йылың 12 декабрендә илдең Төп Ҡанунын ҡабул итеү өсөн референдум үткәрелә[1].

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Йылдың көнө 12 декабрь
 Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө Викимилектә

Байрамдың тарихы

үҙгәртергә

СССР-ҙа Төп Ҡанун бер нисә тапҡыр ҡабул ителгәнгә күрә, Конституция көнөн байрам итеү ваҡыты ла төрлөсә үҙгәрә. Беренсе Конституция көнө СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумының 1923 йылдың 3 август декреты менән билдәләнә (Конституция бары 1924 йылдың 31 ғинуарында ғына СССР Советтарының II съезында тулыһынса ҡабул ителә). Ҡарар нигеҙендә Төп Ҡанун көнө булып июлдең беренсе йәкшәмбеһе һанала. 1930 йылда совет предприятиелары туҡтауһыҙ эшләү аҙнаһына күскәс, Конституция көнө 6 июлгә билдәләнә, шул уҡ ваҡытта был дата эш көнө булып та ҡала[2].

1936 йылдың 5 декабрендә Советтарҙың VIII ғәҙәттән тыш съезында «Сталин Конституцияһы» тип аталған яңы Конституция ҡабул ителә, был көн бөтә халыҡ байрамы тип белдерелә. Иосиф Сталин идара иткән ваҡытта СССР Конституцияһы көнө, шулай уҡ СССР-ҙың Сталин Конституцияһы көнө тип атала һәм ял көнө була[2].

Илдең Төп Ҡанунының яңы версияһы 1977 йылда ҡабул ителә. Уның рәсми булмаған атамаһы — «үҫешкән социализм Конституцияһы». СССР Юғары Советының 7 октябрҙағы сираттан тыш ултырышында — яңы Конституция, һуңынан «СССР-ҙың Конституцияһын (Төп Ҡанунын) ҡабул итеү көнөн бөтә халыҡ байрамы тип иғлан итеү тураһында» СССР ҡануны ҡабул ителә. 1991 йылда СССР тарҡалғанға тиклем 7 октябрь байрам тип билдәләнә[2].

1993 йылғы Конституцияны әҙерләү

үҙгәртергә

1990 йылдың 12 июнендә РСФСР Халыҡ Депутаттарының I съезы РСФСР Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Документта Төп Ҡанундың яңы тексын эшләргә кәрәклеге яҙыла. Текст әҙер булғансы һәм ҡабул ителгәнсе 1978 йылғы РСФСР Конституцияһы (төҙәтеүҙәр менән) ғәмәлдә була[2].

1990 йылдың июнендә Халыҡ депутаттары съезының Конституция комиссияһы яңы Конституция яҙа башлай. Комиссия етәксеһе — РСФСР Юғары Советы Рәйесе Борис Ельцин. 1990—1993 йылдарҙа төрлө сәйәси һәм ижтимағи хәрәкәттәр тарафынан закондың 20-ләп варианты әҙерләнә, әммә рәсми рәүештә икеһе генә ҡарала. Беренсе варианттың авторҙары — РФ Президенты ҡарамағындағы шәхси хоҡуҡтың тикшеренеү үҙәге советы рәйесе Сергей Алексеев һәм Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Сергей Шахрай була, икенсе вариантты Олег Румянцев етәкселегендәге Конституция комиссияһы әҙерләй[2].

Рәсми рәүештә комиссияға 100-гә яҡын депутат инә, әммә ысынбарлыҡта Конституция проектын 12-15 кешенән торған эш төркөмө яҙа. Бер нисә депутат та, атап әйткәндә Виктор Шейнис, Юрий Рыжов, Борис Золотухин, Фёдор Шелов-Коведяев, Евгений Амбарцумов, Сергей Шахрай, эксперттарҙан Борис Страшун, Леонид Мамут, Владимир Лафитский әүҙемлек күрһәтә. Комиссияның бурысы халыҡ-ара тәжрибә нигеҙендә Рәсәйҙең конституцион моделен булдырыу була[3].

1993 йылың 5 июнендә РФ Президенты Борис Ельцин инициативаһы менән дәүләт хакимиәте, ерле үҙидара органдары һәм ижтимағи ойошмалар вәкилдәре ҡатнашлығында Конституция кәңәшмәһе үтә. Унда яңы Конституцияның һуңғы редакцияһы раҫлана. Шул уҡ ваҡытта съезд һәм РФ Юғары Советы 1993 йылдың 17 ноябрендә халык депутаттарының X съезында раҫларга планлаштырған Төп Ҡанундың үҙ версияһын әҙерләй. Ғәмәлдәге президент халык депутаттары советын, уның менән бер рәттән РФ Юғары Советын да тарҡата һәм улар урынына Федераль Йыйылыш булдырырға ҡарар итә. Әммә РФ Конституция Суды уның ҡарары Төп Ҡанунға ҡаршы килә тип белдерә. Конституция нигеҙендә РФ Юғары Советы Борис Ельциндың Президент вәкәләттәрен туҡтата һәм уларҙы РФ вице-президенты Александр Руцкойға йөкмәтә. Халыҡ депутаттарының X ғәҙәттән тыш съезы ашығыс рәүештә йыйыла. Мәскәүҙә депутаттар ултырған Юғары Совет бинаһы Борис Ельцин бойороғо буйынса эске ғәскәрҙәр һәм милиция тарафынан ябыла. 1993 йылдың 3 октябрендә баш ҡалаға ғәскәр керетелә, улар танк атыуынан һуң икенсе көндө парламент бинаһын штурм менән ала. Оппозиция етәкселәре, шул иҫәптән парламент рәйесе һәм вице-президент ҡулға алына[2].

1993 йылдың октябрь-ноябрендә Ельцин тарафынан хупланған Конституция проекты Конституцион кәңәшмә органдары Йәмәғәт һәм Дәүләт палаталары, Конституцион арбитраж комиссияһы тарафынан эшләп бөтөрөлә. Президент 1993 йылдың 12 декабрендә Конституция проекты буйынса бөтә халыҡ тауыш биреүен үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя[2].

  Необходимо было решать вопрос о подготовке к всенародному

голосованию по основам нового конституционного строя. Для успеха референдума всем политическим силам, органам власти и регионам предстояло сплотиться вокруг общеприемлемых основ новой Конституции, что дало бы мощный стимул государственному единению России. Однако, это требовало громадных усилий всех участников политического процесса. Предстояло как-то перемочь-пережить этот период до референдума — без нарушения баланса властей, с более эффективным управлением страной и созданием адекватного политического обеспечения идущим преобразованиям. — О. Г. Румянцев[4]

 

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул итеү

үҙгәртергә

РФ Конституцияһының яңы варианты 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителә, шул уҡ йылдың 25 декабрендә "Российская газета"ла баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә. 1994 йылда РФ Президенты «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө» һәм «12 декабрҙәге ял көнө тураһында» указ сығара. 12 декабрь дәүләт байрамы дип иғлан ителә[5].

Традициялар

үҙгәртергә

Конституция көнө 2005 йылдан эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, 12 декабрҙә бөтә ил буйынса төрлө патриотик саралар, тантаналы митингылар, байрам концерттары үткәрелә. Традиция буйынса, был көндә атҡаҙанған юристарҙы һәм судьяларҙы бүләкләйҙәр[6].

Конституция көнөндә 14 йәше тулған рәсәйлеләргә паспорт тапшырыла, мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың күбеһе уҡыу йорттарында уҙғарылған тематик сараларҙа ҡатнаша[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Шахрай С. М. О Конституции: Основной закон как инструмент правовых и социально-политических преобразований. Отделение общественных наук РАН. М.: Наука, 2013. С. 58-59.
  • Бабурин С. Н. Русская государственность и Российское государство в системе ценностей и интересов современной политики, международного и конституционного права: морфология. М: ЮНИТИ-ДАНА, 2018. С. 161.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президента Российской Федерации от 19.09.1994 г. № 1926. Дата обращения: 10 декабрь 2021. Архивировано 21 август 2021 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Антон Новодережкин. День Конституции РФ. Что известно об основном законе страны и празднике в его честь. ТАСС (12 декабрь 2022). Дата обращения: 8 декабрь 2023.
  3. Андрей Гольцблат Историческая правка: как принимали российскую Конституцию. РБК (12 декабрь 2028). Дата обращения: 10 декабрь 2023.
  4. О.Г. Румянцев К истории создания Конституции Российской Федерации. О работе Конституционной комиссии (1990-1993 гг.) // Из истории создания Конституции Российской Федерации. Конституционная комиссия: стенограммы, материалы, документы (1990–1993 гг.): в 6 т. / О. Г. Румянцев. — М.: Волтерс Клувер, 1992. — Т. 3. — С. 40. — ISSN 978-5-466-00354-3.
  5. Федеральный закон от 13 марта 1995 г. № 32-ФЗ «О днях воинской славы и памятных датах России». Президент России. Дата обращения: 9 декабрь 2023. Архивировано 26 ноябрь 2021 года.
  6. 6,0 6,1 День Конституции России: история и традиции праздника. РЕН ТВ (12 декабрь 2022). Дата обращения: 10 декабрь 2023.

Һылтанмалар

үҙгәртергә