Аҙ һанлы төп халыҡтар

Аҙ һанлы төп халыҡтар (аҙ һанлы халыҡтар[1], автохтон халыҡтар[2]) — Рәсәй ҡануниәтендә төп халыҡтарҙы билдәләү өсөн ҡулланылған төшөнсә. Төп халыҡтар аҫтында «ата-бабаларының традицион территорияларҙа йәшәүсе ғәҙәткә ингән тормош рәүешен, хужалыҡ һәм кәсептәрен һаҡлап алып ҡалған айырым халыҡ төркөмдәре» аңлашыла[1].

Аҙ һанлы төп халыҡтар
Исемлеккә ҡараған категория Category:Lists of indigenous peoples of Russia[d]

XVI быуаттан башлап Рәсәйҙә юл ярыусылар үҙләштергән ситтәге ерҙәрҙә йәшәгән урыҫ булмаған халыҡты исемләү өсөн «иноземец», «иноверец», «инородец» һәм «туземец» һүҙҙәре ҡулланыла башлай[3].

Рәсәй империяһында аҙ һанлы төп халыҡтарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн тәүге норматив-хоҡуҡи акттар араһында 1822 йылда ҡабул ителгән «Урыҫ булмаған халыҡтар менән идара итеү Уставы» була[1]. Шул уҡ йылда «Себер ҡырғыҙҙары тураһында Устав» ҡабул ителә.

1920-се йылдарҙа уларға алмашҡа «Төньяҡ, Себер, Алыҫ Көнсығыш кесе халыҡтары», «Төньяҡ ерле кесе халыҡтары», «төньяҡ милли аҙсылыҡтар» һәм «төньяҡ сиктәрендәге ерле халыҡтар һәм ҡәбиләләр». Мәҫәлән, совет власының декреттарында һәм ҡарарҙарында, атап әйткәндә, 1926 йылдың 25 октябрендәге Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының, РСФСР-ҙың халыҡ Комиссарҙары Советының «РСФСР төньяҡ сиктәрендәге ерле халыҡтар һәм ҡәбиләләре менән идара итеү буйынса Ваҡытлыса Положениены раҫлау тураһында» декретта башта үҙ эсенә 24 этник берлекте алған ябыҡ исемлеге килтерелә [1][3][4].

1993 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 69-се статьяһында рәсми рәүештә «аҙ һанлы ерле халыҡтар» төшөнсәһе нығытылып ҡуя[1][3].

2000 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан Рәсәй Федерацияһының аҙ һанлы ерле халыҡтарының берҙәм исемлеге ҡабул ителә, ә 2006 йылда — Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш аҙ һанлы ерле халыҡтар исемлеге[1] Бынан тыш Дағстан Республикаһы Дәүләт советы үҙенең 2000 йылдың 18 октябрендәге 191-се һанлы «Дағстан Республикаһының аҙ һанлы ерле халыҡтары тураһында» исемле ҡарарына ярашлы аҙ һанлы төп халыҡтар исемлеген ҡабул ителә.

2015 йылға ҡарата Берҙәм исемлек үҙ эсенә ала[1]:

Закондар сығарыуҙы көйләү

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының милли аҙсылыҡтарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм уларҙың хәл-торошона бағышланған ҡануниәт нигеҙендә дөйөм халыҡ-ара хоҡуҡ принциптары һәм нормалары ята, атап әйткәндә, улар Рәсәйҙең милли аҙсылыҡтарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше хоҡуҡтары тураһында дәүләт-ара килешеүҙәрендә сағылдырылған. Милли хоҡуҡ «Рәсәй Федерацияһының аҙ һанлы төп халыҡтарының хоҡуҡтарын гарантиялау тураһында»ғы Федераль законында 1999 йылда, шулай уҡ 2000-се һәм 2001-се йылдарҙағы «Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер, Алыҫ Көнсығышындағы аҙ һанлы ерле халыҡтар общиналарының дөйөм ойоштороу принциптары тураһында»ғы һәм «Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер, Алыҫ Көнсығыш аҙ һанлы төп халыҡтарҙың традицион тәбиғәтте файҙаланыу территориялары тураһында»ғы Федераль закондарына ярашлы ҡабул ителә. 2007 йылда «Төньяҡ, Себер, Алыҫ Көнсығышындағы аҙ һанлы төп халыҡтарҙың 2015 йылға тиклемге иҡтисади һәм социаль үҫеше» маҡсатлы федераль программаһының концепцияһы раҫлана. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субьекттары төбәк кимәлендә милли аҙсылыҡ йәшәгән территориялар менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү хоҡуғына эйә[1].

Аҙ һанлы төп халыҡтар дәүләт яғынан яҡлау менән тәьмин итеү маҡсатында айырым бер халыҡтар төркөмөнә бүлеп сығарыла. Улар айырым статусҡа һәм ҡайһы бер льготаларға эйә[1]:

  • йәшәү ареалы биоресурстары менән файҙаланыу өҫтөнлөгөнә эйә булыу;
  • пенсияға иртәрәк сығыу;
  • альтернатив граждан хеҙмәтен үтеүгә өҫтөнлөк хоҡуғы, шул иҫәптән эштәр иҫәбенә болансылыҡты индереү;
  • ер һалымынан азат итеү.

Теге йәки был этник берлек аҙ һанлы төп халыҡ булып танылыу өсөн Рәсәй ҡануниәтендә ҡайһы бер билдәләр ғәмәлгә индерелгән [1]. Этнос билдәләре:

  • үҙ аллы этник илентификацияға эйә булыу үҙен үҙ аллы этник берлек сифатында аңлау);
  • үҙенең боронғо территорияһын йәки йәшәү мөхитен һаҡлап алып ҡалыу;
  • халыҡ кәсептәре аша үҙенә башҡа иҡтисади киңлекте һаҡлап ҡалыу;
  • үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу;
  • барыһы өсөн дөйөм булған туған теле һаҡлап ҡалыу;
  • Рәсәй территорияһында 50 меңдән ашыу булмаған халыҡ һанына эйә булыу.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә