Рәсим — башҡорт ир-ат исеме, төрки халыҡтарҙа ла киң таралған.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Рәсим башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе рәссам, художник, рәсем төшөрөүсе тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы (14 декабрь 1951 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, генерал—майор, 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе, 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007). Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.

Әмиров Рәсим Зәкир улы (28 февраль 1923 йыл — 2 декабрь 1995 йыл) — терапевт, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977).

Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы рус. Насибуллин Расим Мухлисович; (15 июнь 1960 йыл) — рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008). Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы ижади союзы ағзаһы.

Шакиров Рәсим Сабирйән улы (1956 йыл) — төҙөлөш тармағы эшмәкәре. «Нефтекама төҙөлөш-монтаж идаралығы» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.

Акчурин Рәсим Сөләйман улы (24 декабрь 1931 йыл) — СССР хәрби етәксеһе, генерал-полковник (1990 йылдың 17 декабре)

Рәсим Ғәджиев йәки Рәсим Хәжи (лезг. Рәсим Гаджидин хва Гьаджиев (10 июнь 1941 йыл — 7 ғинуар 2008 йыл) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, Дағстан АССР-ының халык шағиры (1974).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ