Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы

(Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова битенән йүнәлтелде)

Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16 март 1934 йыл — 14 сентябрь 2005 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).

Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова
Файл:HALIKOVA R.H.jpg
Тыуған көнө

16 март 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Үзбәк ССР-ы, Ҡаршы ҡалаһы

Вафат көнө

14 сентябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (71 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

лингвистика

Эшләгән урыны

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Жәлил Кейекбаев исемендәге премия (2003)

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова 1934 йылдың 16 мартында Үзбәк ССР-ының Ҡаршы ҡалаһында тыуған.

1958 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы Көнсығыш телдәр институтын тамамлай.

1962—1967 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.

1967—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшләй.

1973—1993 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хеҙмәткәр булып эшләй.

1995 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһын етәкләй. «Белем» йәмғиәтенең башҡорт яҙыуы һәм әҙәбиәте тарихы, телмәр мәҙәниәте буйынса әүҙем лекторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән башҡорт яҙмаһы һәм әҙәби теле тарихы буйынса, милли мәктәптәр өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары:

  • Книга для внеклассного чтения учащихся 4 класса национальных школ РСФСР. — Л.:Просвещение, 1988. — 270 с. (авторҙаш)
  • Очерки истории башкирского литературного языка. — М., 1989.
  • Язык башкирских шежере и актовых документов XVIII—XIX вв./ Р. Х. Халикова ; Отв. ред. Э. Р. Тенишев; АН СССР, Урал. отд-ние, Башк. науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. — М.: Наука, 1990. — 198 с.
  • Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө: Китап, 1993. — 320 б. (авторҙаш)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ғалим һәм яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев. Библиография. Өфө. БДУ, 2011. ISBN 978-5-9613-0167-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә