Вәдүтов Рәжәп Муллағәле улы

(Рәжәп Вәдүтов битенән йүнәлтелде)

Вәдүтов Рәжәп Мулләғәле улы (16 май 1948 йыл) — баянсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008) һəм атҡаҙанған (1995) артисы, күп һанлы халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломаты.

Вәдүтов Рәжәп Муллағәле улы
Тыуған көнө 16 май 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (76 йәш)

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәжәп Мулләғәле улы Вәдүтов 1948 йылдың 16 майында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Кесе Учалы ҡасабаһында (хəҙер Учалы ҡалаһы) тыуған. Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡырға инә. Икенсе курсты тамамлағандан һуң Рәжәп 1968 йылда Куйбышев ҡалаһында музыка-педагогия институтына ҡабул итеү имтихандары бирә һәм мораҙына ирешеп ҡайта. 1972 йылда Куйбышев педагогия институтын тамамлағандан һуң Учалы балалар музыка мəктəбендə уҡыта башлай, 1973 йылдан алып Башҡорт филармонияһы, 1985 йылдан — Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты мəҙəниəт йорто баянсыһы, 1989 йылдан — Өфө сəнғəт училищеһы администраторы, 19902008 йылдарҙа Башҡорт филармонияһының аккомпаниаторы, солист‑инструменталисы.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Вәдүтов Рәжәп Мулләғәле улының уйнау сəнғəтенə һоҡланғыс башҡарыу техникаһы, стилде нескə тойоу, аһəңлек һəм музыкаллек хас. Репертуарында сит ил (И. С. Бах, В. Монти, Д. Скарлатти, А. Фоссен һәм башҡалар) һəм ватан композиторҙары (С. В. Рахманинов, А. Н. Скрябин, З. Ғ. Исмəғилев, Т. Ш. Кəримов, К. Й. Рəхимов һәм башҡалар) əҫəрҙəре, 10‑дан ашыуы Вәдүтов тарафынан эшкəртелгəн башҡорт, татар, рус халыҡ көйҙəре. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндəрендə ҡатнаша (1997). СССР буйлап гастролдəрҙə була.

Халыҡ‑ара варган музыка фестивале (Мольн ҡалаһы, Австрия, 1998), Асыҡ аккомпаниатор‑баянсылар һəм аккордеонсыларҙың конкурсы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 2003) лауреаты; «Петро-Павловск ассамблеялары» («Петро-Павловские ассамблеи») Халыҡ‑ара музыка фестивале (Санкт-Петербург, 2005), Халыҡ‑ара баянсылар һəм аккордеонсылар конкурсы (Кастельфидардо ҡалаһы, Италия, 2010) дипломанты. 19811982 йылдарҙа Мәскәү һәм Ленинградта ике соло пластинкалары, 2000 йылда соло аудиокассетаһы донъя күрә һәм республика күләмендә бик күп ҡаҙаныштарға эйә була.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Обработки народных мелодий и пьес для баяна. Өфө, 2008.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә