Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы

Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы (рус. Ражетдинов (Рожетдинов) Зуфар Загафуранович; 14 май 1926 йыл15 апрель 2020 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Таймый ауылы, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (93 йәш)
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Зөфәр Зәғәфуран улы Рәжетдинов 1927 йылдың 14 майында Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Таймый ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлын 1943 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре сифатында башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яранан һуң икенсе төркөм инвалиды булып ҡала.

Хәрбилек юлын һайлаған егет 1950 йылда Һарытау хәрби училищеһын тамамлай һәм эске ғәскәрҙәр сафында хеҙмәтен дауам итә.

1963—1983 йылдарҙа айырыуса мөһим объекттарҙы һаҡлаусы часть командиры урынбаҫары һәм командиры, эске хеҙмәт полковнигы була.

1983 йылда полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Зөфәр Зәғәфуран улы Рәжетдинов Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн», Жуков миҙалдары бар[4].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Өйләнгән. Ғаиләлә бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Олег атаһы юлын һайлаған: инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, ҡыҙҙары Светлана ла Эске эштәр министрлығында медицина-санитария өлкәһендә эшләй[5]

Вафаты үҙгәртергә

Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы 2020 йылдың 15 апрелендә вафат булған. Сергиевский зыяратында ерләнгән[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2021)

Һылтанмалар үҙгәртергә