Ряжск — ҡала (1502[3]) Рязань өлкәһенең Ряжский районы административ үҙәге.

Ряжск
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1502
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ряжский район[d], Ряжское городское поселение[d][1] һәм Ряжский уезд[d]
Административ-территориаль берәмек Ряжское городское поселение[d][1], Ряжский район[d] һәм Ряжский уезд[d]
Халыҡ һаны 21 457 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 125 метр
Майҙан 21 км²
Почта индексы 391960 һәм 391962–391964
Урындағы телефон коды 49132
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Ряжске[d]
Карта
 Ряжск Викимилектә

Халыҡ — 21623 кеше (2017).

Географияһы үҙгәртергә

Рязань ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 117 км алыҫлыҡта, Ока-Дон тигеҙлегенең көнбайыш ситендә, Хупта йылғаһының бейек, текә ярында урынлашҡан. Ряжск I станцияһы — тимер юл линияһы үҙәге Рязань, Тула (Мәскәү тимер юлдары), Пенза (Куйбышев тимер юлдар), Мичуринск (Көньяҡ-Көнсығыш тимер юл) ҡалаларына барыу һәм автомобиль юлдары төйөнө. Ряжскиҙа ташландыҡ аэродром бар, унда 90-сы йылдарҙың аҙағына тиклем Борисоглебский 127 УАП-ы урынлашҡан, ә аҙаҡ Тамбов ВВАУЛ-ы торған.

Уртаса континенталь климат өҫтөнлөк итә. Йылдың июль айы — иң йылы, уның уртаса температураһы 19,3 ° C, иң һыуыҡ ай — ғинуар, уртаса температураһы яҡынса −10.2 ° C.

Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме-460 мм

Тарих үҙгәртергә

1502 йылда беренсе тапҡыр тарихи актта Рясское Поле[3]тип телгә алына. Уға Рясское Полела нығытма пункты булараҡ, Ока һәм Дон йылғалары бассейнын контролдә тотоу өсөн нигеҙ һалына. XV—XVII быуаттарҙа урыҫ ерҙәрен ҡырым һәм нуғай татарҙарынан һаҡлай. Ряжск 1778 йылда[3] өйәҙ ҡалаһы була һәм Ряжск наместниклығына ҡарай, ә һуңынан — губерна ҡалаһына әйләнә.

XIX быуатта ҡала мөһим тимер юл сатындағы үҙәккә әүерелә, Рязань-Урал һәм Сызрань-Вяземский тимер юлдарын бәйләй. Тимер юлсыларҙың ҡасабаһы Новоряжский шул ваҡытта төҙөлгән, хәҙер ҡала һыҙатына инә. Ряжскиҙа 12 сәнәғәт предприятиеһы эшләй, шул иҫәптән он тартыу, кирбес, ярма фабрикаһы бар.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡала аша илдең көнбайышынан эвакуацияланған вагон-вагон предприятиелар һәм уларҙың эшселәре илдең көнсығышына табан күскән. 1941 йылдың ноябрь аҙағында немец ғәскәрҙәре ҡаланан 15 км алыҫлыҡта тора. 3 мең кеше ингән.халыҡ ополчениеһы отрядтары булдырыла, ҡала ҡамауҙа тип иғлан ителә. Немец авиацияһы ҡаланың стратегик мөһим объекттарын бомбаға тота. Был саҡта Ряжск ҡалаһына 84 диңгеҙ пехотаһы бригадаһының 3-сө батальоны килә. Бер көн эсендә совет һалдаттары генерал С. И. Руденко етәкселегендә немецтарҙы Скопин ҡалаһынан бәреп сығара. Аҙаҡ, 1941 йылдың декабрь айында, Ряжск янында 61-се резерв армияһы, авиация генерал-лейтенанты Г. П. Кравченкокомандалығы аҫтында штурмлау авиация дивизияһы туплана, уларҙы һауанан ПВО-ның авиация частары генерал-майор П. М. Стефановский етәкселегенд!ә һаҡлар тора. Ҡаланы немец илбаҫарҙарынан һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Ряжск ҡалаһының бик күп кешеләре орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ряжскиҙа һәләк булған яугирҙәрҙең туғандаштар ҡәбере бар, унда батырҙар хөрмәтенә обелиск ҡуйылған.

Рәсми символика үҙгәртергә

Гимн
 
Номиналы 10 һумлыҡ иҫтәлекле аҡса . Иң боронғо Рәсәй ҡалалары серияһынан (2004 й.)
  На заре шестнадцатого века,

Чтобы землю русскую спасти,
Защитить от грозного набега,
Город-крепость вырос на Руси.

Припев:

Славься, Ряжск, — России отражение!
Ты достоин самых тёплых слов.
Пусть твоё святое возрождение
Величает звон колоколов!
Ты стоишь торжественно и гордо
Посреди ромашковых полей.
Город Ряжск — ты мой любимый город,
Нет на свете города родней.

Припев.

Мы своей историей богаты
И наказом предков дорожим.
За Отчизну ряжские солдаты,
Не жалея, отдавали жизнь.

Припев.

Есть на нашей солнечной планете
И древней, и выше города,
Но на небе Ряжска ярче светит
И моя счастливая звезда.

Припев[4].

 

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 634 Рәсәй Федерацияһының 1112[5] ҡалаһы араһында [6] 375-се урында була

Иҡтисад үҙгәртергә

Ряжскиҙың төп сәнәғәт тармағы — аҙыҡ-түлек сәнәғәте. Эре предприятиелар: «Ряжский погребок», Ряжск һөт комбинаты, «Ряжскзернопродукт», икмәк комбинаты, баҫма фабрикаһы, кирбес заводы, авторемонт заводы бар. Ряжск баҫма фабрикаһы (элекке. «Гознак») Рәсәй почта конверты етештереүсе иң эре предприятие. Нәфис туҡыусылыҡ традициялары бар.

Ряжский районында иген культуралары, картуф, йәшелсә, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәләр, эре мөгөҙлө мал, сусҡа, ҡош үрсетәләр

Транспорт үҙгәртергә

Ряжск — эре транспорт төйөнө. Ҡалала тимер юл һәм автобус транспорты бар.

Ряжск I — Мәскәү тимер юлының төйөн станцияһы. Станцияла ҡаланың үҙәк тимер юл вокзалы бар, ул ҡала яны поездарын һәм алыҫ юлға йөрөүсе поездарҙы хеҙмәтләндерә. Станцияла бер нисә депо бар.

Ҡала автовокзалынан Белгород, Владимир, Волгоград, Липецк, Мәскәү, Рязань, Воронеж, Тамбов ҡалаларына автобустар йөрөй.

Иҫтәлекле урын үҙгәртергә

 
Рождество Христово ғибәҙәтханаһы

Рождество Христово ғибәҙәтханаһы Рязань өлкәһендәге иң боронғо ҡорамдарҙың береһе, ул беренсе тапҡыр 1676 йылда телгә алынған. 1822 йылда манаралы ағас сиркәү урынына яңы таш ҡорам һәм таш ҡыңғырау манараһы төҙөлә. 1939 йылда ябыла, 1998 йылда тергеҙелә.

Успение Пресвятой Богородицы сиркәүе 1753 йылда төҙөлгән. 1939 йылда ябыла, әммә 1947 йылдан алып эшләй[7].

Баяр Кикиндарҙың Большая Алешня поместьеһындағы усадьба йорто һәм Богородица сиркәүе (1805) һәм XIX быуаттағы пейзаж паркы.

Ҡаланан 35 км-ҙа торған Заборово ауылында рус-төрөк һуғышы (1877—1878) геройы генерал М. Д. Скобелев тыуған. 1764 йылда төҙөлгән ҡорам-кәшәнәлә Скобелевтың үҙе һәм ата-әсәһе ерләнгән. Шул уҡ ауылында дин әһеле ғаиләһендә рухи композитор Михаил Виноградов тыуған.

Белем үҙгәртергә

Ҡалала 4 дөйөм белем биреү мәктәбе, 10 балалар баҡсаһы, музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе бар.

  • Ряжск юл техникумы
  • Ряжск технология техникумы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә