Рюмин Павел Иванович
Павел Иванович Рюмин (Вологда өлкәһе Сямженский районы Курьяновская ауылында 1922 йылдың 30 декабрендә тыуған — яҙыусы, шағир, Рәсәй Яҙыусылар ағзаһы (1993 йыл).
Павел Иванович Рюмин | |
Тыуған көнө: |
30.12.1922 |
---|---|
Тыуған урыны: |
Вологда өлкәһе Сямженский районы Курьяновская ауылы |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, шағир |
Жанр: |
проза, шиғриәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Наградалары: |
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Павел Иванович Рюмин |
Тормош юлы
үҙгәртергәПавел Иванович күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә үҫә. Двиницкий тулы булмаған урта мәктәбен тамамлай. П. Рюмин Тотем педагогия училищеһында уҡый. 1939—1941 йылдарҙа ауылда башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Павел Иванович Рюмин Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда алына. Кесе лейтенант званиеһында 28-се армияның 6-сы тау мина-инженер батальоны сафында фашистарға ҡаршы һуғыша. 1943 йылда Ростов йүнәлешендәге хәрәкәттә ҡатнаша. Азов ҡалаһын азат иткәндә, плашкоуттар ҡуйып, хәрби частарҙы күпер менән тәьмин итә. Дондағы Ростовты немецтарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Павел Иванович Рюмин Дон аша һалынған Буденный бейек стратегиялы күперен тергеҙә, сюрприз миналарҙы һәм Дондағы Ростовтың Станиславский, Мәскәү урамдарындағы өйҙәр башында һәм йорттар араһында, ишек алдарында шартламай ҡалған бомбаларҙы зарарһыҙландыра. Павел Иванович Мәскәүҙе обороналауҙа, Миус-фронтта, Грозный, Украина, Белоруссия, Польша, Прага, Берлинды алыу өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша.
Павел Иванович Ҡораллы көстәрҙә 33 йыл хеҙмәт итә.
Унан хаҡлы ялға сыҡҡас, Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт иҫтәлектәрен һаҡлау йәмғиәтенең Ростов өлкә бүлегендә яуаплы сәркәтип булып эшләй.
Павел Иванович Рюмин — отставкалағы полковник, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, Вологда өлкәһее Сямженский районының маҡтаулы гражданы.
Ижады
үҙгәртергәП. И. Рюминдың «От Дона до победы»; «Раскрытое окно» (стихи); «Донские горизонты» (стихи); «Победа» (стихи); «Дорогие наши герои» (очерки); «Голоса сердец» (стихи); «Поэзия солдат» (стихи); «Во мне поет ростовская душа», «Ростовчане на службе Отечеству» һәм башҡа әҫәрҙәре 1976 йылдан алып коллектив йыйынтыҡтарҙа нәшер ителеп килә.
Павел Иванович Рюмин — 15 шиғырҙар һәм мемуарҙар китабы авторы, күп әҙәби конкурстарҙың лауреаты.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
- Ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены
- 20 миҙал
П. И. Рюмин әҫәрҙәре
үҙгәртергәАйырым баҫмалары
- Абруй ҡаҙаныу Стихи. — Ростов на/Д: Ростиздат, 1978.
- Грозовая высота. Стихи. — Ростов на/Д: Ростиздат, 1984.
- На перекрестках памяти. Стихи. — М, Воениздат 1989.
- Боль моя и радость. Стихи. — Ростов на/Д: Ростиздат 1991.
- Грани риска. Стихи. — Ростов на/Д: Красное знамя, 1992.
- Тревожный зов. Стихи. — Ростов на/Д: Красное знамя, 1993.
- Выговаривай, гармошка. Частушки. — Ростов на/Д: Пегас 1996.
- Колокола Победы. — Ростов н/Д: МПП «Танаис» 1997.
- Штурмовая трижды орденоносная. Мемуары. — Ростов на/Д: Пегас, 1993.
- Ростов — судьба моя. Мемуары. — Ростов на/Д: МПП «Танаис», 1997.
- Журавушка. Рассказы. — Ростов на/Д: Пегас 2002.
- Мое подгорье. Мемуары. — Ростов на/Д: Пегас, 2002.
- Забвению не подлежит. Мемуары. — Ростов на/Д: Пегас 2005.
- Этот день победы. Песни. — Ростов на/Д: Пегас 2005.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5