Розалия Хладек (нем. Rosalia Chladek, 21 май 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][4][5][…], Брно[d], Цислейтания[d][3]3 июль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][4][5][…] (90 йәш), Вена[3]) — Австрия бейеүсеһе, хореографы[8] һәм педагог. XX быуаттың заманса бейеүе буйынса иң күренекле Европа вәкилдәренең береһе[9]. Уның уҡытыу стиленә ярашлы, «Бейеү — хәҙерге заман педагогикаһы» курсы элеккесә Венаның шәхси музыка һәм сәнғәт университетында һәм халыҡ-ара учреждениеларҙа уҡытыла[10]

Розалия Хладек
нем. Rosalia Chladek
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Чехословакия
Тыуған көнө 21 май 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][4][5][…]
Тыуған урыны Брно[d], Богемия тажының ерҙәре[d], Цислейтания[d], Австро-Венгрия[3]
Вафат булған көнө 3 июль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][4][5][…] (90 йәш)
Вафат булған урыны Вена, Австрия[3]
Ерләнгән урыны Венаның Үҙәк зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө музыка педагогы, хореограф, балет артисы, бейеүсе
Эшмәкәрлек төрө бейеү[6] һәм dance education[d][6]
Әүҙемлек урыны Дрезден
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7]
 Розалия Хладек Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Розалия Хладек 1905 йылдың 21 майында Австро-Венгрияның Брно ҡалаһында тыуған.

Брнола композитор Маргарет Каллаб (Kallab Margarete) мәктәбендә уҡый .

1921—1924 йылдарҙа Дрезден янында 1911 йылда Халлерауҙа ойошторолған Эмиль Жак-Далькроздың музыка һәм ритм институтында уҡый. Уҡытыусыларының береһе Валерия Кратина була. 1925 йылда мәктәп менән бергә Лаксенбургҡа күсеп килә.

Хеллерау-Лаксенбургта (Hellerau Schule-Laxenburg, 1925—1939) курс алып бара[11], уның уҡыусылары Мечинская Янина (Janina Mieczyńska)[12] һәм Хорс Мария була[13]. 1925 йылда «Путь к силе и красоте» фильмында төшә, унда төрлө ритмик хәрәкәттәр һәм һикереүҙәр башҡара.

Венала пианист һәм композитор Артур Кляйнер менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

1932 йылда Парижда Халыҡ-ара хореографтар конкурсында наградаға лайыҡ була (бейеүҙең Халыҡ-ара архивы ойоштора). 1933 йылда Варшавала яңғыҙ бейеүҙең Халыҡ-ара конкурсында икенсе бүләген ала (беренсе — Рут Сорель[en])[14].

1941 йылда Германияла Доротея Гюнтер, Ютта Кламт, Лотта Верник, Мэри Вигман һәм Густав Фишер-Климт менән бергә уҡытыусылар өсөн күпләп бейеүҙең уҡытыу программаһын төҙөй[15].

Музыка һәм башҡарыу оҫталығының Вена университеты профессоры була.

1995 йылдың 3 июлендә Венала 90 йәшендә вафат була. Венала Үҙәк зыяратта ерләнә.

Хәтер үҙгәртергә

Австрия театр музейында фотоһүрәттәренең ҙур коллекцияһы, шулай уҡ Розалия Хладектың театр костюмдары һаҡлана, уларҙы өйрәнеү буйынса бейеү тәнҡитсеһе Андреа Аморт шөғөлләнә[16].

Вена ҡалаһының шәхси музыка һәм сәнғәт университетында мәғлүмәт туплау һәм өйрәнеү өсөн Розалия Хладектың Халыҡ-ара йәмғиәте (Internationalen Gesellschaft Rosalia Chladek, IGRC) мираҫы ҡалған, ул 1972 йылда ойошторолған. Ҙур мираҫы булып, башҡалар араһында, Розалия Хладектың билдәле коллегалары менән хатлашыуынан, шулай уҡ уның эштәре тураһында материалдарҙан тора, ҡиммәтле күҙәтеүҙәр һәм программалар йыйынтыҡтары бар[11].

Розалия Хладектың 1960—1970 йылдарҙа актриса Елена Полевицкая менән яҙышҡан хаттарының бер өлөшө Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында һаҡлана[17].

Розалия Хладек исемен Венала урам йөрөтә (Rosalia-Chladek-Gasse).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #93644155 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Gadzinski A. Rosalia Chladek // KALLIOPE Austria (нем.): Frauen in Gesellschaft, Kultur und WissenschaftWien: Bundesministerium für Europa, Integration und Äußeres, 2015. — S. 180. — ISBN 978-3-9503655-5-9
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Rosalia Chladek // http://tls.theaterwissenschaft.ch/wiki/Rosalia_Chladek (нем.) / Hrsg.: A. Kotte
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 ROSALIA Chladek // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=5754 (нем.)
  6. 6,0 6,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. https://data.performing-arts.ch/a/51231fcb-6da9-4337-816b-3f4ca8ef09d2 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  8. Хладек Розалия. Российский государственный архив литературы и искусства. Дата обращения: 20 марта 2021.
  9. Ганюшина, Катя. История современного танца. dancerussia.ru (23 мая 2017). Дата обращения: 20 марта 2021.
  10. Rosalia Chladek - Erschließung und Beforschung des Nachlasses (нем.). Theatermuseum. Дата обращения: 20 март 2021.
  11. 11,0 11,1 Rosalia Chladek - Erschließung und Beforschung des Nachlasses (нем.). Theatermuseum.
  12. «Польские артистки танцевального авангарда. Истории и реконструкции», ред. Иоанна Шимайда. Culture.pl.
  13. Maria Hors passed away (ингл.). Hellenic Olympic Committee. 2021 йыл 15 апрель архивланған.
  14. Балетные конкурсы // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2016.
  15. Конаев, Сергей Запись тела и тело записи // Театр : журнал. — 2015. — № 20.
  16. Rosalia Chladek - Erschließung und Beforschung des Nachlasses (нем.).
  17. Хладек Розалия