Родимов Николай Ефимович
Родимов Николай Ефимович (9 декабрь 1918 йыл — 26 август 1975 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкы разведчигы, ефрейтор. Дан орденының тулы кавалеры.
Родимов Николай Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 9 декабрь 1918 |
Тыуған урыны | Волжский район[d] |
Вафат булған көнө | 26 август 1975 (56 йәш) |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Ефимович Родимов 1918 йылдың 9 декабрендә хәҙерге Һамар өлкәһе Волга районы Подгоры ауылында тыуған. 3 класс тамамлаған. Район урман етештереү хужалығында йөк ташыусы булып эшләй.
1939 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың ноябренән алып ҡатнаша. Мәскәү янындағы алыштарҙа Волоколамск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Башы ҡаты яралана, өс ай госпиталдә дауалана. Яңынан фронт сафына килгәндән һуң, 11-се гвардия уҡсылар дивизияһының разведротаһына яҙыла. 1942 йылдың апрель айында йәнә ҡаты яраланып, бер йылдан һуң ғына фронтҡа ҡайта.
371-се уҡсылар дивизияһының 930-сы артиллерия полкына разведчик-корректировщик итеп ебәрелә. Ошо часть менән Еңеүгә тиклем барып етә. Балтик буйы ерҙәрен азат иткәндә һәм Көнсығыш Пруссияла дошманды тар-мар иткәндә айырыуса батырлыҡ күрһәтә.
1944 йылдың июль уртаһында Вильнюс ҡалаһын штурмлау алдынан Родимов төркөм составында ҡалаға үтеп инә. Разведчиктар һыу һурҙырыу башняһында күҙәтеү пункты яһай һәм артиллерия әҙерлеге башланыу менән утты төҙәтәләр. 3 авгусҡа ҡаршы төндә төркөм составында Неман йылғаһы аша сығып, 57-се уҡсылар дивизияһы биләгән ҙур булмаған плацдармға үтә. Разведчиктар күҙәтеү пункты йыһазландыра һәм уҡсылар подразделениелары менән бәйләнеш булдыра. Плацдар өсөн алышта үҙ күҙәтеүҙәре һәм уҡсылар подразделениелары командирҙары һорауҙары буйынса артиллерия уты яуҙырҙы һәм уға төҙәтеүҙәр яһаны. Артиллерия ярҙамында уҡсылар подразделениелары өс аяуһыҙ һөжүмде кире ҡаҡты. Дошман күҙәтеү пунктына үтеп ингән киҫкен минуттарҙа улар утты хатта үҙҙәренә саҡырҙы. 1944 йылдың 21 октябрендә ҡыҙылармеец Родимов, Шталлупёнен ҡалаһынан 5 км төньяҡ-көнсығышта разведкала булғанда, дошман засадаһына юлыға. Алыш барышында бер нисә дошманды юҡ итә, яралана, ләкин башҡа яугирҙәр менән бергә, дошманды сигенергә мәжбүр иткәнсе, үҙ бурысын үтәүен дауам итә. 1944 йылдың 31 октябрендәге бойороҡ менән ҡыҙылармеец Николай Ефимович Родимов III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Көнсығыш Пруссиялағы һөжүм һуғыштарында 1945 йылдың 17 ғинуарында Норкиттен ауылы эргәһендәге Прегель йылғаһы аша сыҡҡанда, пехотаның хәрби тәртибе буйынса хәрәкәт иткәндә, дошмандың ут нөктәһенә әйләндерелгән дүрт танкыһын таба. Уның маҡсатлы күрһәтмәләре буйынса улар полк артиллерияы тарафынан сафтан сығарыла. 23 ғинуарҙа дошман автоматсылары ултырған бинаға шым ғына барып, граната ырғыта, пулемёт менән бергә бер һалдатты әсирлеккә ала. 1945 йылдың 16 мартында бойороғо менән ҡыҙылармеец Николай Ефимович Родимов II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнде.
1945 йылдың 5 апрелендә ефрейтор Родимов башҡа разведчиктар менән бергә башҡа Клайн-Дребнау тораҡ пункты эргәһендәге дошман урынлашҡан ергә баҫып инеп, күп дошман һалдатын юҡ итә. Был алышта тағы яралана, Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршылай. 1945 йылдың ноябрендә Н. Е. Родимов демобилизациялана. Тыуған иленә ҡайта.
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 май Указы менән Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуға барған һуңғы этабында немец-дошман илбаҫарҙары менән һуғыш барышында баш командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ефрейтор Родимов Николай Ефимович I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры була.
Тыуған ауылы Подгорыла йәшәй, балыҡсылыҡ колхозында бригадир булып эшләй. 1975 йылдың 26 авгусында вафат була.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Дан орденының өс дәрәжәһе, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Подгоры ауылы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Г. и. Андреев, д. и. Вакуров һалдат даны. М., 1976. Кн. 4.
- Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
- Батырлыҡ. Куйбышев, 1969
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Николай Ефимович Родимов . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 5 июль 2014.