Рогов Виктор Яковлевич
Рогов Виктор Яковлевич (7 ноябрь 1909 йыл, Екатеринбург, Екатеринослав губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙер Днепр, Украина — ?) — совет ғалимы, физика-математика фәндәре кандидаты, доцент, Воронеж дәүләт университеты (1945—1946)[1] һәм Иркутск дәүләт университеты ректоры (1956—1962).
Рогов Виктор Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 7 (20) ноябрь 1909 (115 йәш) |
Тыуған урыны | Днепр, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | физик |
Эш урыны | Воронеж дәүләт инженерлыҡ технологиялары университеты |
Уҡыу йорто | К. Д. Ушинский исемендәге Ярославль дәүләт педагогия университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре кандидаты[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1909 йылдың 7 ноябрендә Екатеринославта тыуған. 1933 йылда — Ярославль педагогия институтының физика-математика факультетын, 1936 йылда А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтында аспирантура тамамлаған. Шул уҡ йылда Благовещен агропедагогия институтының физика кафедраһы мөдире һәм физика факультеты деканы була. 1939 йылдан Воронеж педагогия институтының физика кафедра мөдире.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда — рота командиры. 1943—1945 йылдарҙа — Воронеж педагогия институтының директор урынбаҫары (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1941 йылда дөйөм физика кафедраһын етәкләй, Воронеж ҡалаһында оборона ҡоролмаларын төҙөүҙә ҡатнаша, ә 1942 йылдың июлендә институт менән бергә Киров өлкәһенең Уржум ҡалаһына эвакуациялана, унда кафедра менән етәкселек итеүҙән тыш, институт директоры урынбаҫары була. 1944 йылда ҡайтанан институт менән бергә Воронежға килә[2]). 1945—1946 йылдарҙа — Воронеж дәүләт университеты ректоры. Һуңынан шунда уҡ ғилми эштәр буйынса проректор була, 1946—1952 йылдарҙа — теоретик механика һәм физика кафедраһы мөдире[3].
1952 йылдан 1954 йылға тиклем Корея Халыҡ Демократик Республикаһында кәңәшсе булараҡ командировкала була. Кореяла эшләгәне өсөн Кореяның 2-се дәрәжә «Дәүләт байрағы» ордены менән бүләкләнгән. Кире ҡайтҡас, йәнә Воронеж дәүләт университетының теоретик физика кафедраһын етәкләй.
1956 йылдың ғинуарынан 1962 йылдың февраленә тиклем Иркутск дәүләт университеты ректоры вазифаһына тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта физика-математика факультетында (ядро физикаһы курсы) уҡыта, квант электродинамикаһы буйынса семинар алып бара.
1962 йылда Иркутскиҙан Воронежға китә, унда 1962—1967 йылдарҙа Воронеж дәүләт технология институтының физика кафедраһын етәкләй[4].
Башлыса квант физикаһы өлкәһендәге 30-ҙан ашыу хеҙмәт авторы; авторлыҡ танытмалары бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены («белгестәр әҙерләүҙә һәм фәнде үҫтереүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн») (СССР Юғары Советы Президиумының 1961 йылдың 15 сентябрендәге указы)
- «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- 2-се дәрәжә Дәүләт Байрағы ордены[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ректоры
- ↑ История кафедры . Сайт кафедры общей физики ВГУ. Дата обращения: 13 июль 2018. Архивировано 20 июль 2018 года.
- ↑ Галерея ректоров и профессоров ИГУ \ Ректоры. Виктор Яковлевич Рогов . ИГУ, Научная библиотека им. В. Г. Распутина. Дата обращения: 13 июль 2018. Архивировано 17 июль 2018 года.
- ↑ http://library.isu.ru/ru/escience/rector/rectors/Rogov.html
- ↑ http://library.isu.ru/ru/escience/rector/rectors/Rogov.html
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Рогов Виктор Яковлевич // Иркутский государственный университет, 1918—1998 : справ. : в 3 т. / сост. С. И. Кузнецов. — Иркутск, 1998. — Т. 3: Ректоры, деканы, профессора. — С. 10-11.
- Абкин Б. Организаторы науки / Б. Абкин // Alma mater: Иркутский классический… : ист.-публицист. очерки, посвящ. 85-летию Иркут. гос. ун-та / гл. ред. А. Гимельштейн. — Иркутск, 2003. — С. 82 : портр.
- Рогов Виктор Яковлевич // Иркутск: энциклопедический словарь / рук. проекта С. И. Гольдфарб. — Иркутск, 2006. — С. 282.
- Петрушин Ю. А. Университет в условиях интенсивного освоения края. В. Я. Рогов: ректор ИГУ в 1956—1962 гг. / Ю. А. Петрушин, С. И. Кузнецов // Иркут. ун-т. — 2010. — 29 апр.