Томас Майн Рид
Томас Майн Рид (ингл. Thomas Mayne Reid; 1818 йылдың 4 апреле, Баллирони ауылы, Даун графлығы, Ирландия — 1883 йылдың 22 октябре, Лондон, Англия) — инглиз яҙыусыһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡайһы берҙәре «Капитан Майн Рид» исеме аҫтында баҫтырылған мажаралы романдар авторы.
Томас Майн Рид | |
Thomas Mayne Reid | |
Тыуған урыны: |
Баллирони, Төньяҡ Ирландия Гражданлығы Бөйөк Британия, АҠШ |
---|---|
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Ҡултамғаһы: | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Тормош юлы
үҙгәртергәТомас Майн Рид Ирландияның Даун графлығы Баллирони ауылында пресвитериан руханийы Томас Майн Рид Өлк. ( ингл. Rev. Thomas Mayne Reid Sr) ғаиләһендә тыуған. Атаһы ла, әсәһе лә сығыштары буйынса шотланд булған.
Рид белемде Белфаста ала һәм 1840 йылда мажаралар эҙләп АҠШ-ҡа китә. 1846—1848 йылдарҙа хәбәрсе булараҡ Америка-Мексика һуғышында ҡатнаша. 1849 йылда Рид үҙ ирке менән Бавария революцияһына ҡушылырға йыйына, ләкин кире уйлай һәм Төньяҡ Ирландияға китә. Яралы булараҡ, Лондонға ҡайта, унда 1850 йылда Мексика һуғышы ваҡиғаларына арналған тәүге «Ирекле уҡсылар» романын (ингл. The Rifle Rangers) баҫтыра. 1854 йылда Рид үҙенең нәшерсеһе Дж. Хайдтың ҡыҙы ун биш йәшлек Элизабетҡа өйләнә. Баллы айҙан һуң яҙыусы әҙәби ижадҡа әйләнеп ҡайта. Уның был осор әҫәрҙәре һаман да Ридтың АҠШ-тағы мажараларына нигеҙләнгән. 1865 йылда Ридҡа дан килтергән «Башһыҙ һыбайлы» романы (ингл. The Headless Horseman) сыға. 1867 йылда Рид Нью-Йоркҡа ҡайта, унда «Onward Magazine» журналын ойоштора. Рид элеккесә уңышҡа иҫәп тота, әммә уны һәм яңы әҫәрҙәрен һалҡын ҡаршылайҙар. 1870 йылға һуғышта алған яраһы үҙен һиҙҙерә башлай һәм ул бер нисә ай дауаханала үткәрә. Ридтың ҡатынына АҠШ-та оҡшамай, шуға Ридты 1870 йылдың 22 октябрендә дауахананан сығарғас та, улар Англияға китә һәм Херефордширҙа төпләнә.
Майн Рид күңел төшөнкөлөгө менән яфалана, тағы госпиталгә ебәрелә. Ул яҙыусылыҡ һөнәренә ҡабат тотоноп ҡарай, әммә ниәттәрен тулыһынса бойомға ашыра алмай. Уның бюджетының нигеҙе булып АҠШ хөкүмәте тарафынан хәрби хеҙмәте өсөн тәғәйенләнгән пенсия тора. Тормошоноң һуңғы йылдарында Рид ғәрипкә әйләнә: ҡултыҡ таяғы менән генә йөрөй ала. Рид 1883 йылда 65 йәшендә Лондонда вафат була. Ул Кенсал Грин зыяратында (ингл. Kensal Green Cemetery) ерләнгән.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә лә, Советтар Союзында Майн Ридтың китаптары киң танылыу таба, ә тыуған ерендә һәм АҠШ-та ул осорҙа киң ҡатлам уҡыусыға билдәһеҙ була тиерлек. ХХ быуат аҙағында-XXI быуат башында уға ҡыҙыҡһыныу ҡабат уяна.
Библиография
үҙгәртергә- «Ирекле уҡсылар»
- «Аҡ бизонды эҙләгәндә»
- «Башһыҙ һыбайлы»
- «Аҡ юлбашсы»
- «Ҡыйыу һунарсы ҡыҙ»
- «Квартеронка»
- «Левиафанға һунар»
- «Оцеола, семинолдар юлбашсыһы» һ.б.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://lib.ru/MAJNRID/
- http://www.borisba.com/litlib/m_reid/index.html 2012 йыл 19 май архивланған.
- Андрей Танасейчук. Майн Рид: йәшәгән ти, ҡыйыу капитан. — М.: Молодая гвардия, 2012. — (ЖЗЛ) — ISBN 978-5-235-03338-2