Баллирони
Баллирони (ингл.Ballyroney) — Төньяҡ Ирландияның Даун графлығындағы бәләкәй ауыл.
Элек ауыл аша Ирландияның иң мөһим тимер юлдарының береһе үткән. Тимер юл станцияһы 1880 йылдың 14 декабрендә асылған һәм 1955 йылдың 2 майында ябылған. Ауыл ул саҡта мал тейәүҙең төп пункттарының береһе була, бынан хайуандарҙы Англияның төньяҡ-көнбайышына порттарға оҙатҡандар.
Баллирони яҙыусы Томас Майн Ридтың тыуған ере булараҡ билдәле.