Рига (аэропорт)
Рига аэропорты (лат. Starptautiskā lidosta "Rīga"; IATA: RIX, ICAO: EVRA) — Латвияның баш ҡалаһы халыҡ-ара Рига аэропорты. Ҡала үҙәгенән 13 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Латвия Республикаһының бәйләнеш Министрлығы биләмәһендә урынлашҡан. Аэропорт операторы — TAV Airportsтөрөк холдингы.
Рига | |
Нигеҙләү датаһы | 1974 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Riga, Riga, Riga һәм Riga |
Кем хөрмәтенә аталған | Рига |
Дәүләт | Латвия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Марупская волость[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 36 фут |
Хужаһы | Кабинет министров Латвии[d] |
Алыштырған | Спилве[d] |
Хеҙмәтләндереүсе | SJSC Riga International Airport[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1974 |
Пассажирҙар ағышы | 2 353 064[2] һәм 5 380 779[3] |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Рига[4] |
Электрон почта | customer@riga-airport.com[5] |
Рәсми сайт | riga-airport.com |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Осоу-ултырыу һыҙаты | 18/36 |
ИАТА аэропорты коды | RIX |
ИКАО аэропорты коды | EVRA |
Рига Викимилектә |
Рига аэропорты — йөк һәм пассажирҙар ташыу күләме буйынса Балтия илдәрендә иң ҙур аэропорт. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса аэропорттың пассажирҙар ағымы 7 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән[6]. Рига аэропортынан донъяның 100 -гә тиклем ҡалаһына туранан-тура рейстар менән барырға мөмкин.
Латвияның airBaltic милли компанияһы, шулай уҡ чартер авиакомпанияһы һәм Wizz Air лоукостеры өсөн үҙәк аэропорт булып тора. Аэропортта шулай уҡ Raf-Avia, Inversija һәм Avia Vip урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәРига районындағы Скулте ҡасабаһы эргәһендә 1973 йылда төҙөлгән. Уға тиклем Рига аэропорты сифатында ҡулланылғандары:
- Спилве аэропорты (1930 йылдан алып 1986 йылға тиклем); әлеге ваҡытта аэродром сифатында ҡулланыла, әммә ҡала үҫеше планы буйынса был территорияла торлаҡтар төҙөү күҙаллана;
- Румбула аэропорты. Икенсе донъя һуғышынан һуң хәрби аэродром булараҡ нигеҙ һалына. 1965 йылдан башлап ҙур самолеттарҙа пассажирҙар рейсын хеҙмәтләндергән, сөнки Спилве һыҙаты аэропортта бәләкәй булған. Рига аэропорты төҙөлгәндән һуң граждандар осошо туҡтатыла. 1978 йылда ябыла, хәрби самолеттар Лиелвард аэродромына күсерелә. Беҙҙең көндәрҙә элекке аэродром биләмәһен автомобилдәр баҙары биләй. Аэродром территорияһында парапланда осоштар үткәрелә.
Рига аэропортын тулыһынса модернизациялау һәм көньяҡ өлөшөнөң төҙөлөшө 2001 йылда Риганың 800-йыллығы байрамына тамамлана.
2006 йылда терминалының төньяҡ өлөшө төҙөлөп бөтә, шулай уҡ техник хеҙмәтләндереү һәм самолеттар ремонтлау өсөн заманса ангар төҙөлә. Аэропорт тарихында бер тапҡыр ҙа авариялар булмай.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергә2005 йылда Мюнхенда Халыҡ-ара аэропорттар советының Европа ойошмаһы конгресында «Рига» аэропорты Европала бер йылда бер миллиондан алып биш миллионға тиклем пассажирҙарҙы, самолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса категорияла иң яҡшыһы тип таныла. Жюри пассжирҙарҙы, самолеттарҙы хеҙмәтләндереү, хәүефһеҙлек саралары буйынса аэропорттарҙы баһалай.
2008 йылдың 17 октябрендә осоу-ултырыу һыҙатын 650 м алып 3,2 км тиклем оҙонайтыу буйынса эштәр тамамлана, хәҙер аэропаорт бөтә төр самолеттарҙы ҡабул итә ала (һыҙат 30 октябрҙә файҙаланыуға тапшырыла) Был проектты тормошҡа ашырыу 16,51 млн лат тәшкил итә. (23,58 млн евро).
2009 йылда «Рига» халыҡ-ара аэропорты аҙна дауамында халыҡ-ара рейстарҙа хеҙмәтләндерелеүсе пассажирҙар һаны буйынса беренсе тапҡыр донъя аэропорттарының «Топ-100» рейтингына инә: OAG Aviation Solutions авиация индустрияһының тикшереү-аналитика мәғлүмәттәре буйынса 24 августан 30 авгусҡа тиклем бер аҙна эсендә халыҡ-ара рейстарҙа 66,427 пассажирҙы хеҙмәтләндереп, 98-се урында тора.
2009 йылда Рига аэропортында пассажирҙар һанының артыуы 10,2 % тәшкил итә. 2011 йылда Рига аэропортында пассажирҙар һаны 9,5 % арта.[7] Аэропортҡа йәнәш территорияла асыҡ һауала авиамузей эшләй. Унда совет хәрби һәм граждандар самолеттары, шулар иҫәбендә Аэрофлот авиакомпанияһының Ту-134 самолеты бар.
Перспективалары
үҙгәртергә10 йыл дауамында аэропортты үҫтереү буйынса программа бар. План үҙ эсенә икенсе осоу-ултырыу һыҙаты, яңы терминал, (йылына 10 млн пассажирҙар ҡабул итә алырлыҡ), автомобилдәр туҡталышы биләмәһендә хәҙерге терминалға өҫтәмә майҙандар төкәтмәһе (теркәү залын киңәйтеү, яңы магазин бинаһы һәм офистар асыу өсөн), яңы контроль башняһы, аэропорт тирәләй бизнес-парк, яңы ҡунаҡхана, яңы паркинг төҙөү, ҡала үҙәгенә тиклем яңы трамвай линиялары йәки тимер юл тармағын төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ Ryanair авиакомпанияһы базаһын асыу планлаштырыла .
Латвия хөкүмәте 2010 йылдың 9 февралендә airBaltic милли авиакомпанияһы тәҡдим иткән яңы терминал төҙөү проектын раҫлай. 58 мең квадрат метр майҙанды тәшкил иткән терминалды төҙөү планлаштырыла, ул йылына 15 миллионға тиклем. пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә ала. Инвестициялар күләме — 92 миллион евро (инвестициялар шәхси секторҙарҙан, мәҫәлән TAV компанияһынан йәлеп ителә).
2012 йылда осоу-ултырыу һыҙатын яңыртыу, яҡтыртыу системаһын модернизациялау һәм өҫтәмә маневр юлдарын төҙөүҙө күҙаллаған проектты башлау планлаштырыла. Был проектты тормошҡа ашырғандан һуң аэропорттың үткәреү һәләте һәм Европа авиабаҙарында конкурентлыҡ һәләте артасаҡ. Сығымдар 66,94 млн лат (100 миллион евро) тәшкил итәсәк[8]
Авиакомпаниялар һәм тәғәйенләнеш пункттары
үҙгәртергә2019 йылдың ғинуарына ҡарата Рига аэропорты түбәндәге авиакомпания рейстарын хеҙмәтләндерә:
| airBaltic |Амстердам, Барселона, Берлин (Тегель), Биллунн, Брюссель (Национальный), Будапешт, Варшава (Шопен), Вена, Вильнюс, Гамбург, Гётеборг, Дублин (2019 йылдың 31 мартынан), Дюссельдорф, Женева, Киев (Борисполь), Копенгаген, Ларнака, Лиепая, Лиссабон, Лондон (Гатвик), Мадрид, Малага, Милан (Мальпенса), Минск, Москва (Шереметьево), Мюнхен, Осло (Гардермуэн), Паланга, Париж (Шарля де Голль), Прага, Рим (Фьюмичино), Санкт-Петербург, Стокгольм (Арланда), Таллин, Тампере, Тбилиси, Тель-Авив (Бен-Гурион), Турку, Франкфурт-на-Майне, Хельсинки, Цюрих, Штутгарт (2019 йылдың 31 мартынан)
Миҙгелле: Абердин, Абу-Даби, Алматы, Афины, Баҡы, Бордо, Венеция, Гданьск, Дубровник, Ҡазан, Калининград, Катания, Львов (2019 йылдың 1 апреленән), Мальта, Ницца, Одесса, Ольбия, Пальма-де-Мальорка, Попрад, Рейкьявик, Риека, Родос, Салоники, Сочи [9], Сплит, Ставангер
Чартер: Верона, Зальцбург
| Ellinair | Йәйге: Салоники
Йәйге чартер : Ираклион, Керкира
| Finnair
выполняется Nordic Regional Airlines|Хельсинки
| LOT Polish Airlines |Варшава (Шопен)
| Lufthansa |Франкфурт-на-Майне
| Norwegian Air Shuttle |Копенгаген, Осло (Гардермуэн), Стокгольм (Арланда), Тронхейм
Миҙгелле: Берген
| Ryanair | Бергамо, Берлин (Шёнефельд), Бремен (2019 29 мартына тиклем), Брюссель (Шарлеруа), Бургас, Восточный Мидландс, Халыҡ-ара (аэропорт)Глазго, Дублин, Жирона , Кёльн/Бонн, Лидс-Брадфорд, Лондон (Станстед), Мальта, Манчестер, Прага (2019 йылдың 2 апреленән), Хан, Эдинбург
Йәйге: Пафос
| Scandinavian Airlines | Стокгольм (Арланда)
| SmartLynx Airlines | Чартер: Анталья, Афины, Бургас, Ираклион, Лас-Пальмас-де-Гран-Канария, Люксембург, Монастир, Тенерифе, Хургада, Шарм-эш-Шейх, Маскат , Варна
| Turkish Airlines | Стамбул (Ататюрк)
| Uzbekistan Airways | Ташкент (Южный)
| Utair Внуково (аэропорт)Мәскәү
| Wizz Air | Барселона, Бари, Берген, Донкастер-Шеффилд, Дортмунд, Киев (Жуляны) (2019 йылдың 2 мартынан), Кутаиси, Лондон (Лутон), Рейкьявик (Кеблавик), Осло (Торп), Тель-Авив (Бен-Гурион), Эйндховен
Миҙгелле: Эйлат (Увда)
| Аэрофлот | Мәскәү (Шереметьево)
| Белавиа | Минск
| Украинаның Халыҡ-ара авиалиниялары |Киев (Борисполь)
}}
Статистика
үҙгәртергәЙыл | Пассажирҙар, кеше | Йөк, тонна | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2016 | ▲ 5,401,243 | ▲ 19,760 | |||||
2015 | ▲ 5,162,149 | ▼ 18,863 | |||||
2014 | ▲ 4,813,959 | ▼ 32,984 | |||||
2013 | ▬ 4,793,045 | ▲ 53,540 | |||||
2012 | ▼ 4,767,764 | ▲ 32,953 | |||||
2011 | ▲ 5,106,926 | ▲ 12,665 | |||||
2010 | ▲ 4,663,647 | ▲ 12,294 | |||||
2009 | ▲ 4,066,854 | ▲ 9,431 | |||||
2008 | ▲ 3,690,549 | ▼ 7,669 | |||||
2007 | ▲ 3,160,945 | ▼ 8,130 | |||||
2006 | ▲ 2,495,020 | ▼ 12,558 | |||||
2005 | ▲ 1,878,035 | ▲ 15,896 | |||||
2004 | 1,060,426 | 8,751 | |||||
Сығанағы: Riga International Airport[6] |
Туҡталыштар
үҙгәртергә«Рига» аэропорты территорияһында ҡыҫҡа ваҡытлы (P1) һәм тәүлек әйләнәһенә ике оҙайлы (P2, P3) туҡталыштар бар.
Аэропорт эргәһендә Park&Fly хеҙмәте күрһәтелә. Park&Fly — был тәүлек әйләнәһенә автомобилдәр туҡталышы, ул Рига аэропортынан бер минутлыҡ алыҫлыҡта урынлашҡан. Пассажир үҙенең машинаһын Park&Fly ҡалдыра, ә үҙен багажы менән бергә бушлай аэропаорт ишеге алдына килтереп ҡуялар. Рига аэропортына кирег ҡайтышлай Park&Fly бушлай автобусы пассажирҙы автомашинаһына килтереп ҡуя.
Транспорты
үҙгәртергәАэропорттан Ригаға тиклем бер нисә ысул менән — такси, йәмәғәт транспортында һәм airBaltic авиакомпанияһының Airport Express маршрут микроавтобусында барырға мөмкин
- 22-се ҡала автобусы маршруты аэропортты ҡала үҙәге менән бәйләй (Абренес үҙәге). Хәрәкәт интервалы — 10-30 минут[10]. Юл оҙайлығы яҡынса 30 минут тәшкил итә. Билетты водитель үҙе һата (хаҡы 2.00 евро) йәки билет автоматында алырға була (1.15 евро).
- Airport Express микроавтобусы һәр ярты сәғәт һайын йөрөй. Рига үҙәгенә тиклем юл яҡынса 20 минут.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Рига авиация музейы — Рига аэропорты территорияһында урынлашҡан, Европала иң ҙур авиация музейҙарының береһе музейға авиацияһы европаның иң ҙур ҡалаларының береһе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ https://www.riga-airport.com/press-room-2/news-2/riga-airport-handled-2-35-million-passengers-in-2021/en
- ↑ https://www.riga-airport.com/en/media/1318/download
- ↑ https://store.aci.aero/wp-content/uploads/2018/05/2014_Traffic_Report_sample.xlsx
- ↑ https://www.riga-airport.com/en/contacts-1
- ↑ 6,0 6,1 Riga International Airport - Итого за год . riga-airport.com. Дата обращения: 3 октябрь 2017. 2017 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Международный аэропорт «Рига» в 2011 году обслужил 5,107 млн пассажиров — на 9,5 % больше, чем в 2010 году, сообщили BNS в аэропорту.
- ↑ ЕK утвердила проект модернизации взлетной полосы Рижского аэропорта
- ↑ Из аэропорта Сочи запустят регулярные рейсы в Ригу. Scapp.ru. Онлайн-издание о Сочи
- ↑ Расписание отправления автобуса 22 от аэропорта
Һылтанмалар
үҙгәртергәРига (аэропорт) Викимилектә |
- Официальный сайт аэропорта на русском языке 2019 йыл 15 май архивланған.
- Официальный сайт аэропорта на латышском языке 2017 йыл 12 ноябрь архивланған.