Гамбург (аэропорт)

Гамбург (нем. Flughafen Hamburg-Fuhlsbüttel) (IATA: HAM, ICAO: EDDH) — Гамбург халыҡ-ара аэропорты, Германия. Ҡала үҙәгенән 8,5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Илдең иң көсөргәнешле эшләгән биш аэропорты иҫәбенә инә, пассажирҙар әйләнеше йылына яҡынса 12,84 миллион кеше[9].

Гамбург
Тармаҡ воздушный транспорт[d][1]
Нигеҙләү датаһы 1911
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Hamburg Airport Helmut Schmidt[2]
Кем хөрмәтенә аталған Гамбург һәм Гельмут Шмидт[d]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Северный Гамбург[d]
Урын Фульсбюттель[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Гамбург
Ойошма ағзаһы Association of German Airports[d][3], Deutsches Verkehrsforum[d][3], Hamburg Chamber of Commerce[d][3] һәм Международный совет аэропортов[d][3]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы яуаплылығы сикләнгән ойошма[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 53 фут[4]
Хужаһы Гамбург[5] һәм Hochtief Airport[d][5]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Фульсбюттель[d], Северный Гамбург[d], Гамбург, Германия[1]
Рәсми асылыу датаһы ғинуар 1912
Пассажирҙар ағышы 11 091 797[6]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Гамбург[7]
Регулярные рейсы в Франкфурт-на-Майне[d] һәм Мюнхен[d]
Майҙан 570 гектар
Адрес Flughafenstr. 1 – 3, 22335 Hamburg[8]
Электрон почта info@ham.airport.de[8]
Рәсми сайт hamburg-airport.de
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Вид с воздуха
Контрольная точка аэродрома 53°37′49″ с. ш. 9°59′18″ в. д.HGЯO
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 32 299
Осоу-ултырыу һыҙаты 05/23[4] һәм 15/33[4]
ИАТА аэропорты коды HAM
ИКАО аэропорты коды EDDH[4]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Hamburg Airport[d]
Map
 Гамбург Викимилектә

Гамбург аэропорты

«Гамбург» халыҡ-ара аэропорты Германияла иң боронғо эшләүсе аэропорт һанала. Ул 1911 йылдың ғинуарында асыла. XX быуаттың 90-сы йылдарында уны Гамбургтан төньяҡҡараҡ күсерергә планлаштырыла, ләкин һуңыраҡ проекттан реконструкциялау файҙаһына баш тарталар: инфраструктураның һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы биналары, ҡунаҡхана, транспорт инә торған юлдар төҙөлә. Шулай уҡ ҡала электричкаһы линияһы үткәрелә. 2016 йылдың 10 ноябренән Гамбург аэропорты Гельмут Шмидт исемен йөрөтә[10].

Характеристика

үҙгәртергә

Аэропорттың асфальт менән ҡапланған ике осоу-ултырыу һыҙаты бар. Береһенең оҙонлоғо 3 250 метр, икенсеһенеке — 3 666 метр. Ике осоу-ултырыу һыҙаты ла, шулай уҡ ерҙән тәгәрләп барыу юлдары һәм платформалар барлыҡ һауа судноларын ҡабул итергә әҙер, шул иҫәптән Airbus A380. Ошо типтағы самолеттар авиакомпанияларға тапшырыу алдынан нәҡ бында буяу процесы үтә[9].

Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр

үҙгәртергә
Авиакомпания Тәғәйенләнгән пункт Терминал
Aer Lingus Дублин 1
Аэрофлот Москва-Шереметьево 1
AirBaltic Рига, Вильнюс 1
Air France Лион, Париж-Шарль де Голль, Роттердам 1
Air Malta Мальта 1
Austrian Airlines Вена (сезонный) 2
British Airways Лондон-Хитроу 1
Brussels Airlines Брюссель 2
Bulgarian Air Charter Бургас (сезонный), Варна (сезонный) 1
Cirrus Airlines Дрезден 1
Czech Airlines Прага 1
EasyJet Лондон-Гатвик, Манчестер 1
Lufthansa Дюссельдорф, Кёльн/Бонн, Лондон-Хитроу, Мадрид, Москва-Домодедово, Мюнхен, Пальма-де-Мальорка, Париж-Шарль де Голль, Рейкьявик-Кефлавик, Санкт-Петербург, Франкфурт, Цюрих, Штутгарт 2
Lufthansa Regional Штутгарт 2
Россия Санкт-Петербург 1
Turkish Airlines Анталья, Стамбул-Ататюрк 1
Viking Hellas Ларнака 1

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Германия аэропорттары исемлеге

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә