Рибәт (ғәр. رباط‎ — ҡунаҡхана‎; рус. Рибат) — башта өлкәнең күп урындарында булған ҡарауыл йорто йәки нығытмаһы тигәнде аңлата, артабан ислам ингән төбәктәрҙә уларҙың сиктәрен һаҡлау, яҡлау өсөн булдырыла.

Рибәт
Рәсем
Дәүләт  Тунис[1]
 Рибәт Викимилектә
Монастирҙағы рибәт.
Сүстәге рибәт.

Рибәттәр артабан коммуникацияларҙы һаҡлау өсөн ҡулланылыу менән бер рәттән суфыйлыҡ мистик мәҙәниәте үҙәктәре булып хеҙмәт итә

 
Ламтейҙәге рибәт.

Рибәттәрҙә суфыйҙарҙың беренсе йыйылыштары үткәрелә, улар ғибәҙәт ҡылыу менән генә шөғөлләнмәй, фиҙакәр яугирҙәр ҙә була. Беренсе рибәткә Әбәдәндә 767 йылда Әбделвәхит ибн Зәйд нигеҙ һалған тип иҫәпләнелә. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — IX быуатта Рамләлә күфәле Әбү Хашим хөрмәтенә һалынған[2].

Рибәттәрҙәге йыйылыштар тәжрибәһе ислам донъяһының күп кенә төбәктәрендә тарала.

Оборона тотоуҙар

үҙгәртергә

Билдәле булыуынса, Әбү Исхаҡ әл-Ҡазаруни Иранда 65 рибәткә нигеҙ һалған. Рибәт халҡы ислам территорияларын тәре йөрөтөүселәр, һиндостан мәжүсиҙәре, Испания Реконкистаһының тышҡы агрессияһынан обороналауҙа әүҙем ҡатнаша [2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Такья // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Hassan S. Khalilieh. The Ribat System and Its Role in Coastal Navigation // Journal of the Economic and Social History of the Orient, Vol. 42, No. 2 (1999), pp. 212—225 (Focusing on a coastal ribat system on the eastern Mediterranean and Indian Ocean which provided refuge for traders from pirates and hostile fleets).
  • Majid Khadduri. War And Peace in the Law of Islam. Johns Hopkins Press, (1955) ISBN 1-58477-695-1. p.81.