Резникова Мария Егоровна

Резникова Мария Егоровна (20 май 1929 йыл) — совет ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Резникова Мария Егоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Р
Тыуған көнө 20 май 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Һамар өлкәһе, СССР
Оло Чернигов районы
Вафат булған көнө 21 октябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (82 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1929 йылдың 20 майында Һамар өлкәһе Оло Чернигов районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1942 йылдан алып, дүрт класты тамамлағандан һуң, ун өс йәшенән Оло Чернигов районында колхозда эшләй башлай.

1952 йылда тормошҡа сыҡҡандан алып М. Е. Резникова ғаиләһе иренең тыуған яғына Краснодар крайының Лабинск районы Ҡыҙыл ҡасабаһына күсенә. М. Е. Резникова «Вознесенский» сусҡасылыҡ совхозының баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй башлай.

Һуңыраҡ совхоздың сусҡа фермаһына эшкә күсә һәм тиҙҙән малсылыҡ тармағының алдынғы эшсеһе булып китә. 1970 йыл йомғаҡтары буйынса — 996 сусҡа бәрәсе, йәғни һәм инә сусҡанан 19,8 баш, үҫтереп, рекорд ҡуя. Бәрәстәрҙең һур береһенең ике айлыҡ саҡтағы ауырлығы пландан тыш 3,4 килограммға күберәк була.

1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары, дәүләткә ер эшкәртеү һәм малсылыҡ продукцияһын һатыу буйынса биш йыллыҡ планды үтәгәне өсөн» Мария Егоровна Резниковаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Артабанғы йылдарҙағы эш йомғаҡтары буйынса СССР Юғары Советы президиумының 1973 йылдың 6 сентябрендәге указы менән И. Е. Резникова «хеҙмәт отличиеһы өсөн» икенсе тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнә.

1977 йылдан пенсияла, Краснодар крайының Ҡыҙыл ҡасабаһында йәшәй.

Наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Трудовая слава Кубани: люди немеркнущей славы / под ред. Н. Л. Заздравных, Л. Д. Мурзиной. — Изд. 2-е. — Краснодар : Диапазон-В, 2006 г. — 188 с. — ISBN 5-91050-023-6