Редьярд Киплинг
Джо́зеф Ре́дьярд Ки́плинг (ингл. Joseph Rudyard Kipling — /ˈrʌdjərd ˈkɪplɪŋ/; 30 декабрь 1865 йыл — 18 ғинуар 1936 йыл) — Англия яҙыусыһы, шағир һәм новелласы.
Художестволы әҫәрҙәренә «Джунглиҙар китабы», «Ким», шулай уҡ байтаҡ хикәйә, шул иҫәптән «Человек, который бюудет королем» хикәйәһе лә инә[18]. Шиғырҙарынан «Мандалай» (1890), «Гунга Дин» (1890), «Боги заголовков тетрадей» (1919), «Бремя белого человека» (1899) һәм «Если…» киң билдәле (1910). 1907 йылда Киплинг инглиздәрҙән беренсе булып әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. Ошо уҡ йылда ул Париж, Страсбург, Афина һәм Торонто университеттары нашрадаларын ала; шулай уҡ Оксфорд, Кембридж, Эдинбург һәм Даремск университеттарының почетлы исемдәре бирелә.
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы
үҙгәртергәРедьярд Киплинг Британия Һиндостанында Бомбейҙа ғаилә урындағы сәнғәт мәктәбе профессоры Джон Локвуд Киплинг һәм Алиса (Макдональд) Киплинг ғаиләһендә тыуа. Редьярд исемен инглиз күле Редьярд хөрмәтенә алған, тигән фараз бар, сөнки ата-әсәһе шунда таныша. Тәүге йылдары, экзотик күренешһәм Һиндостан тауышы, буласаҡ яҙыусы өсөн бәхетле була. Әммә 5 йәшендә уны 3 йәшлек һеңлеһе менән бергә Англияға Саутсиға (ингл. Southsea, Портсмут) пансионға ебәрәләр[19]. Алдағы алты йылда — 1871 йылдың октябренән 1877 йылд апреленә тиклем Киплинг — шәхси Лорна Лодж пансионда (Кэмпбелл-Гиена, 4) йәшәй, Был пансионды элекке сауҙа флоты капитаны Прайс Э. Холлоуэй (ингл. Pryse Agar Holloway), һәм уның ҡатыны Сара Холлоуэй тота[20]. Уларҙың малай менән насар мөғәмәләлә була, йыш ҡына яза бирә. Бындай мөнәсәбәт уға ныҡ йоғонто яһай һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем йоҡоһоҙлоҡ менән яфалана. Ошо осорондағы тормошона арнап яҙыусы «Мэ-э, паршивая овца» хикәйәһен яҙа.
12 йәшендә ата-әсәһе уны, һуңынан ул абруйлы хәрби академияға уҡырға инһен өсөн, шәхси Девон училищеһына урынлаштыра. Һуңыраҡ училищела үткәргән йылдары тураһында Киплингтың «Сталки и компания» автобиографик әҫәрен яҙа. Училище директоры атаһының дуҫы Кормелл Прайс була. Тап ул малайҙың әҙәбиәткә булған һөйөүен дәртләндерә. Күрәғарашлыҡ Киплингға хәрби карьера һайлау мөмкинлеге бирмәй, ә училищеға башҡа университеттарға инеү өсөн диплом бирмәй. Улының училищела яҙған хикәйәләре тәьҫирендә атаһы уны Лахорҙа (Британия Һиндостаны, хәҙер Пакстан) сыҡҡан «Гражданская и военная газета» (Military Gazette and Civil) редакцияһына журналист итеп урынлаштыра.
1882 йылдың октябрендә Киплинг Һиндостанға ҡайта һәм журналист булып эшләй башлай. Буш ваҡытында шиғырҙар һәм ҡыҫҡа хикәйәләр яҙа, һуңынан улар репортаждар менән бер рәттән гәзиттә баҫыла. Репортер булып эшләү илдең колониаль тормошоноң төрлө яҡтарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Беренсе әҫәре 1883 йылда һатыла башлай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118562290 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2016.
- ↑ 4,0 4,1 Rudyard Kipling // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ http://web.archive.org/web/20170323100843/http://jeugdliteratuur.org/auteurs/rudyard-kipling
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Western Gazette (нем.) — 1936. — вып. 10355. — S. 9.
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 Kindred Britain
- ↑ Souden D. Wimpole Hall: Cambridge — 1999. — ISBN 978-0-7078-0139-1
- ↑ Lundy D. R. Joseph Rudyard Kipling // The Peerage (ингл.)
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://library.leeds.ac.uk/special-collections-explore/8697
- ↑ https://www.thekeep.info/collections/keep-partners/university-of-sussex-special-collections/kipling-papers-wimpole-archive-sxms-38/
- ↑ https://uvic2.coppul.archivematica.org/rudyard-kipling-collection
- ↑ https://norman.hrc.utexas.edu/fasearch/findingAid.cfm?eadid=00953
- ↑ Puck, lutin de la colline
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/c2ea894b-abe5-41f5-8c27-df27962843e9 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ «The Man who would be King» 2013 йыл 20 май архивланған.. Notes on the text by John McGivering. kiplingsociety.co.uk
- ↑ Венгерова З. А. Киплинг, Редьярд // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ «A Very Young Person» // The Kipling Society
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Falls, Cyril. Rudyard Kipling: a critical study. M. Kennerley, 1915. (инг.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Максим Мошков китапханаһында Редьярд Киплинг
- Сказки Киплинга Редьярда Джозефа
- Книги Киплинга в оригинале
- Киплинг Редьярд — о творчестве писателя
- Киплинг Редьярд — более 250 стихотворений на русском
- The Kipling Society
- «Kipling’s Choice» by Geert Spillebeen, 2007. ISBN 978-0-618-80035-3.
- «My boy Jack?» The Search for Kipling’s Only Son by Tonie and Valmai Holt, 2008. ISBN 978-1-84415-704-4.