Ревишвили Амиран Шотаевич

Амиран Шотаевич Ревишвили (груз. ამირან შოთას ძე რევიშვილი; 11 февраль 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәй табип-кардиохирургы, уйлап табыусы, ғалим, медицина фәндәрен ойоштороусы, профессор. РФА һәм РАМН академигы, РАМН Президиумы ағзаһы, А. В. Вишневский исемендәге хирургия милли медицина тикшеренеү үҙәге директоры (2015), Рәсәй аритмологтары йәмғиәте президенты[1].

Ревишвили Амиран Шотаевич
груз. ამირან შოთას ძე რევიშვილი
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 11 февраль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө кардиолог
Эшмәкәрлек төрө кардиохирургия[d]
Эш урыны Научный центр сердечно-сосудистой хирургии имени А. Н. Бакулева[d]
НМИЦ хирургии им. А.В. Вишневского[d]
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме РФА академигы[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] (1973)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ревишвили Амиран Шотаевич Викимилектә

СССР дәүләт премияһы (1986), Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2017) һәм Рәсәй федерацияһы хөкүмәте премияһы (2003) лауреаты.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ревишвили Амиран Шотаевич 1956 йылдың 11 февралендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.

1979 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын, һуңынан ул уҡыу йортоноң аспирантураһын тамамлай.

19821998 йылдарҙа А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институтында эшләй: тәүҙә өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара, һуңынан гипербарик оксигенация лабораторияһы етәксеһе була.

1990 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Профессор дәрәжәһенә эйә була.

2002 йылда РАМН-дың «кардиохирургия» һөнәре буйынса мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

2011 йылда РАМН-дың «кардиохирургия» һөнәре буйынса ғәмәлдәге ағзаһы итеп һайлана.

2013 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының физиология һәм фундаменталь медицина бүлеге буйынса ғәмәлдәге ағзаһы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

үҙгәртергә
  • Дәүләт премияһы лауреаты (1986 йыл).
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2003 йыл)[3].
  • Ике тапҡыр «Призвание» Милли премияһы лауреаты (2007 йыл[4]; 2011 йыл[5]).
  • Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы (2017 йыл)[6].
  • Почет ордены[7] (2018 йыл).
  • Пирогов ордены[8] (2020 йыл).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә