Бикчәнтәев Реан Әнүәр улы

(Реан Әнүәр улы Бикчәнтәев битенән йүнәлтелде)

Бикчәнтәев Реан Әнүәр улы (21 декабрь 1937 йыл1992 йыл) — Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы һәм журналист, СССР-ҙың Журналистар һәм 1982 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Реан Бикчәнтәев
Бикчәнтәев Реан Әнүәр улы
Тыуған көнө

21 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө

Вафат булған көнө

1992({{padleft:1992|4|0}})

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

рус телендә ижад иткән журналист һәм яҙыусы (башлыса сатира һәм юмор)

Атаһы

Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы

Биографияһы

үҙгәртергә

Реан Әнүәр улы Бикчәнтәев 1937 йылдың 21 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан билдәле башҡорт прозаигы Әнүәр Бикчәнтәевтың улы.

Урта белем алғас, Ҡазан дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, артабан Урал дәүләт университетының (хәҙер Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты) ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә.

Университетты тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан йәштәренең рус телендә сыҡҡан «Ленинец» гәзитендә хәбәрсе булып башлай. 1965—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитетында радиохәбәрсе була, 1970—1974 йылдарҙа «Вечерняя Уфа» гәзитендә эшләй. Унан һуң Башҡортостан Композиторҙар союзында яуаплы секретарь, республика телевидениеһында әҙәби мөхәррир вазифаларын башҡара.

Реан Бикчәнтәев 1992 йылда Өфөлә вафат була.

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

Реан Бикчәнтәев ижадының төп йүнәлеше — журналистика. Һөнәри белем алып, республика йәштәр гәзите "Ленинец"та үҙаллы эшләй башлағас та, баҫмаға көндәлек материалдар әҙерләү менән бер рәттән, тәжрибәле хеҙмәттәштәренең кәңәшен тотоп, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән замандаштары хаҡында һүрәтләмәләр һәм портрет-очерктар яҙа. Үҙенә яңы геройҙар эҙләү маҡсаты менән төрлө сәнәғәт предприятиеларында, колхоз һәм совхоздарҙы, шулай уҡ уҡыу йорттарында йыш булырға тырыша. Кәрәкле материал туплауҙы артабан радиохәбәрсе булып эшләгәндә лә, 1970 йылда яңы ғына нәшер ителә башлаған «Вечерняя Уфа» гәзитенә күскәс тә дауам итә. Төрлө быуын вәкилдәре менән даими осрашыуҙар, республиканың билдәле сатирик һәм юморист әҙиптәре менән аралашыу нәфис әҙәбиәт өлкәһендә беренсе аҙым яһаусыға ыңғай тәьҫир итә. Ул үҙен ҡыҫҡа юморесткалар, сатирик хикәйәләр яҙыуҙа ныҡлап һынап ҡарай. Уларҙың күптәрен республиканың рус телендә сыҡҡан гәзит һәм журналдарында, әҙәби альманахтарҙа баҫтыра.

1973 йылда Мәскәүҙең ул саҡтағы киң билдәле «Молодая гвардия» нәшриәтендә СССР-ҙың рус телендә ижад итеүсе йәш сатирик һәм юмористарының 100 мең даналыҡ тираж менән сыҡҡан «Ступив на стезю сатиры…» тигән антологияһына Реан Бикчәнтәевтың «Крутые виражи педагогики», «Насчет вечной жизни», «Баллада о соседях», «Герой нашего времени», «Настанут времена», «Специализация» һәм «Умный в гору не пойдет» тип исемләнгән ете хикәйәһенең индерелеүе уның ижад емештәренең бөтә ил уҡыусыһына тәүге юл алыуы була. Был уға яңы илһам бирә, һәм йәш яҙыусы нәҡ ошо жанрҙарҙы яҡын итеп, яңы әҫәрҙәр өҫтөндә әүҙем эшләй башлай. Һөҙөмтәлә үҙенең һуңғы осорҙа яҙған юмористик һәм сатирик хикәйәләрен бергә туплап, «Не робейте, бомбардиры!» тип исемләнгән беренсе йыйынтығын Башҡортостан китап нәшриәтенә тәҡдим итә, һәм ул 1976 йылда донъя күрә.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Ступив на стезю сатиры…: Анталогия. Произведения молодых сатириков и юмористов / Реан Бикчентаев (стр. 24 — 32) / — М.: Молодая гвардия, 1973. — 304 с. с илл. (рус.)
  • Не робейте, бомбардиры!: Рассказы, юморески. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 80 с. (рус.)
  • Урал улыбается (1977) (Авторская серия. Реан Бикчентаев и др.): Юмор. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1977. — с. (рус.)
  • Даешь контакт!: Юморески, рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 135 с. (рус.)
  • Поднять на смех!: Сборник (рассказы, стихи, басни, притчи в жанре юмора и сатиры). — М.: Современник, 1984. — 336 с. (рус.)

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Шулай яҡшы булыр: Хикәйә // Һәнәк (Өфө). — 1989. — № 13. — 10-сы бит.

Әҙип тураһында

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.

Һылтанмалар

үҙгәртергә