Раян (неол.) — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Раян — «һәр яҡтан тулы» мәғәнәһен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Раян Алтыншин (27 февраль 1976 йыл) — йырсы, Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Раянов Фәнис Мансур улы (12 декабрь 1938 йыл) — хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2018) кавалеры.

Раянов Рөстәм Ринат улы (? 1982 йыл) — юстицияның өлкән советнигы, Дүртөйлө район-ара прокуроры (2021), Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһында тыуған. 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2004 — 2008 йылдарҙа Учалы район-ара прокуроры ярҙамсыһы, тәфтишсе, Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһы тәфтишсеһе, Салауат ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы, республиика прокуратураһының енәйәт-процессуаль һәм оператив-тикшереү эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса идаралыҡ бүлеге прокуроры, 2008 — 2016 йылдарҙа — Краснокама һәм Нефтекама прокуроры урынбаҫары, 2016 йылдан 2021 йылдың 29 апреленә тиклем — Ғафури районы прокуроры

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ