Рафиҡов Шәмсетдин Хөснөтдин улы

Дан ордендарының тулы кавалеры

Рафиҡов Шәмсетдин Хөснөтдин улы (12 сентябрь 1904 йыл21 август 1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, инженер-сапер батальонының отделение командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Рафиҡов Шәмсетдин Хөснөтдин улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 сентябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Соль-Илецк районы, Рәсәй
Вафат булған көнө 21 август 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Аҡтүбә өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәмсетдин Хөснөтдин улы Рафиҡов 1904 йылдың 12 сентябрендә Ырымбур өлкәһе Соль-илецк районының Григорьевка ауылында тыуған. Татар. 1945 йылдан ВКП/КПСС ағзаһы. 4 класс тамамлаған. Аҡтүбә өлкәһенең Челкар ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

1941 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Сапер Рафиҡов Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Дала, Көньяҡ фронтта һуғыша . Ҡырымды азат итеү һуғыштарында сержант Рафиҡов 51-се армияның 1054-се армия моторлаштырылған инженер батальонында отделение командиры була.

1944 йылдың 9 апрелендә Армянск ҡалаһынан 25 км көнсығышҡараҡ урынлашҡан районда сержант Рафиҡов үҙенең отделениеһы менән 267-се уҡсылар дивизияһы һөжүм итәсәк участкала миналы яланды таҙартыу менә шөғөлләнә. Дошман ҡыйыу саперҙарҙы күреп ҡала һәм был яланды көслө утҡа тота, әммә Рафиҡов, үҙенең ҡурҡыу белмәҫ ынтылышы менән яугирҙарын рухландырып, заданиены үтәүҙе дауам итә. Бер төн эсендә яланда һәм сым һуҙылған урында минаһы таҙартылған ике юл һалына. Шулай итеп хәрби бурыс үтәлә. Таң атыу менән төнөн минанан таҙартылған юлдар буйлап пехота һөжүм башлай, улар артынан танкылар һәм үҙйөрөшлө орудиелар һөжүмгә ҡушыла. Дошман минаһына берәү ҙә эләкмәй. 1944 йылдың 25 майында 51 армияның ғәскәр буйынса фарманы буйынса сержант Шәмсетдин Хөснөтдин улы Рафиҡов 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Польшаны азат итеү һуғыштарында 1-се Украина фронты 13-сө армияның 23-сө моторлаштырылған штрумлау инженер-сапер бригадаһының 110-сы айырым моторлаштырылған штурмлау инженер-сапер батальоны отделениеһы командиры була. 1945 йылдың 27-28 ғинуарында сержант Рафиҡовтың отделениеһы Одер йылғаһы аша күперҙе ремонтлай. Дошмандың туҡтауһыҙ уты аҫтында яугирҙар йылға аша күперҙе тергеҙә. Командир контузия ала, әммә эвакуацияланыуҙан баш тартып, эш тамамлағанға тиклем етәкселек итә. 13 армияның ғәскәр буйынса 1945 йылдың 16 февралендәге фарманы менән сержант Рафиҡов Шәмсетдин Хөснөтдин улы 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 14 апреленән 15 апреленә ҡарай төндә сапер батальонына Нидер-Биллау районында Нейсе йылғаһы аша ғәскәрҙе сығарыу урынын тикшереү эше йөкмәтелә. Сержант Рафиҡов яугирҙәре менән кисеүҙән икенсе яҡ ярға сыға һәм яр буйы тупрағын, ярҙың ныҡлығын тикшерә. Миналар барлығын белгәс, ғәскәрҙе үткәреү өсөн өс юл билдәләп ҡуя. Сержант шәхсән үҙе танкыға ҡаршы ҡуйылған 20 минаны юлдан алып ташлай. Һуңынан, пулемет нөктәһенә шыуышып барып, был ут нөктәһенә гранаталар ташлай. Киләһе төн, 16 апрелдә, сержант Рафиҡов үҙенең отделениеһы менән дошман уты аҫтында күпер һыҙатына паромдар ҡуя. Күрһәткән ҡыйыулығы, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн сержант Рафиҡов сираттағы наградаға тәҡдим ителә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге Указы менән Бөйөк Ватан һуғышының йомғаҡлау этабында дошман илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән иҫ киткес батырлығы өсөн сержант 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. Шудай итеп, Рафиҡов Шәмсетдин Хөснөтдин улы Дан орденының тулы кавалеры була.

1945 йылдың август айында Ш. Х. Рафиҡов демобилизациялана һәм Челкар ҡалаһына ҡайта. Бригадир Геолог-разведка экспедицияһында ьригадир булып эшләй. 1972 йылдың 21 авгусында вафат була.

Өс дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.