Растёгин Григорий Сергеевич

Растёгин Григорий Сергеевич (1902 — 30 ноябрь, 1971, Сембер губернаһы, Лаишевка ауылы) — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары (1939).

Растёгин Григорий Сергеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Лаишевка[d], Симбирский уезд[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 сентябрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Вафат булған урыны Ульяновск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Растёгин Григорий Сергеевич 1902 йылда тыуған Сембер губернаһының Лаишевка ауылында (хәҙер Һамар өлкәһе, Ульяновск районы) тыуған.

1926 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Куйбышев өлкәһенең һыу транспорты өлкәһендә партия хеҙмәткәре (1931—1937), 1937—1938 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Ульяновск ҡала комитеты секретары (Куйбышев өлкәһе), 1938 йылда ВКП (б)-ның Үҙәк комитеты аппаратында, 1939 йылда — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары.

Һуғыш алдынан Г. С. Растёгин Куйбышев өлкә комитетының икенсе секретары була, ВКП (б)-ның Үҙәк комитеты ағзалығына кандидат (1939 йылдың 21 мартынан алап 1941 йылдың 20 февраленә тиклем). Бөйөк Ватан һуғышында Көньяҡ, Брянск, Ленинград һәм Беренсе Украин фронты армия политработнигы сифатында ҡатнаша. 1946 йылда демобилизациялана, шул уҡ йылда Григорий Сергеевич Ульяновск ҡалаһының Засвияж район партия комитетының икенсе, артабан — беренсе секретары, 1951 йылда Ульяновск ҡалаһының Ленин районы партия комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1953 йылдан 1961 йылға тиклем, хаҡлы ялға киткәнсе, КПСС-тың Ульяновск өлкә комитетының парткомиссия ағзаһы була.

1971 йылда ҡаты һәм оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була.

Григорий Сергеевич Растёгин — Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.

Һылтанмалар үҙгәртергә