Рапат (тау)
Рапаттау[1], Рапат тауы[2] Рапат (урыҫса Рапаттау, Рапат тау), Куркэбил[3] — Баймаҡ районының Темәс ауылы эргәһендәге тау.
Рапат | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Этимологияһы
үҙгәртергәРапаттау ғәрәп телендәге рабат `нығытылған пункт, ҙур булмаған ҡала` һәм тау (гора) һүҙҙәренән алынған, ы — аффикс.[1][2] Тау атамаһының килеп сығышының икенсе фаразы ла бар. Башҡорт ғалимы З. Г. Әминев ошондай аңлатма тәҡдим итә: «Ҡуңыр буға» юлында ҙур башҡорт ауылы Темәс (Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) урынлашҡан. Был ауыл янында урындағы башҡорттар «Рапат» тип атаған ҙур ғына тау бар. Ғәрәп теленән тәржемәлә «ял итеү өсөн каруандар туҡтай торған урын» тигәнде аңлата. Темәс ауылынан алыҫ түгел «Ҡуңыр буға» каруан юлы үтеүен иҫәпкә алғанда, был тау эргәһендә каруандар ял итергә туҡтағандыр тип уйлап була. Октябрь революцияһына тиклем Темәстә ҙур йәрминкәләр үтеүен тап Темәстең каруан юлында урынлашыуы менән аңлатырға булалыр. Бында Башҡортостандың төрлө остарынан ғына түгел, алыҫ яҡтарҙан да сауҙа итеүселәр йыйылған. Хәҙерге ваҡытта был боронғо юлдың бер ни тиклем өлөшө буйынса Баймаҡтан Белорет ҡалаһы яғына юл үтә. Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы тау исеменең икенсе Рапат менән бәйләнешен билдәләй: «Саҡмағош районында Рапат исеме аҫтында ауыл, йылға бар».
Географияһы
үҙгәртергәТау янында «Һаҡмар» стадионы урынлашҡан, ул Рапат тауы итәгендә, Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан һәм унда башҡорт милли байрамдары үтә. Юрий Узиков Темәс ауылы кешеһе Рәуф Әхмәт улы Мортазин тураһында «Мелодии сердца композитора Муртазина» мәҡәләһендә былай тип яҙа: «... Темәс өҫтөндә күтәрелгән бейек Рапат тауы түбәһенән ауыл панорамаһы ус төбөндәге кеүек кенә күренә.»
Археологик табылмалар
үҙгәртергәТауҙа археологик артефакттар табылған (Темәс торған урын)[4] «Рапат тауының көньяҡ битләүендә, Шырҙы һәм Һаҡмар йылғалары ҡушылған урындан 70 м алыҫлыҡта, Һаҡмарҙың текә уң ярында саҡматаш пластиналар, ватыҡтары һәм бер трапеция табыла. Йылға яры был урында һыу менән ныҡ ашала».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- З. Г. Аминев. Дороги Южного Урала и их роль в этногенезе башкир // Феномен евразийства в материальной и духовной культуре, этнологии и антропологии башкирского народа: материалы Всероссийской научно-практической конференции. — Уфа, 2009. — 288 с. — С.25 — 27.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. — Уфа: Китап-1994. — С. 204
- Историко-краеведческий музей города Сибая (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 4 марта 2016 года.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Латыпова З. Б., Сиразитдинов З. А., Хисамитдинова Ф. Г. Русско-башкирский словарь-справочник горных объектов Республики Башкортостан.
- ↑ 2,0 2,1 Усманова Минхылыу Губайтовна. Имя отчей земли. Уфа, Китап, 1994. С. 204
- ↑ Усманова Минхылыу Губайтовна. Имя отчей земли. Уфа, Китап, 1994. С. 203
- ↑ «Археологическая карта Башкирии». М.:Наука. 1976. с.190