Рания әл-Абдалла (ғәр. رانيا العبدالله‎, ингл. Rania Al-Abdullah, тыуғандағы исеме Рания Файсал әл-Яссин, ғәр. رانيا فيصل الياسين‎; 31 август 1970, Әл-Күвәйт) — Иордания королева8ы, король Абдулла II-нең ҡатыны.

Рания әл-Абдулла
ғәр. رانيا العبد الله
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Иордания
 Фәләстин Дәүләте
Тыуған ваҡыттағы исеме ғәр. رانيا فيصل صدقي الياسين
Титул шаһбикә[d], крон-принцесса[d], королева[d] һәм Queen Consort of Jordan[d]
Тыуған көнө 31 август 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][4][2] (54 йәш)
Тыуған урыны Әл-Күвәйт, Күвейт
Атаһы Faisal Sedki al-Yassin[d]
Хәләл ефете Абдалла II[d]
Балалары Хуссейн бин Абдулла[d], Салма бинт аль-Абдулла[d], Хашем бин аль-Абдулла[d] һәм Иман бинт Абдулла[d]
Нәҫеле Һашимиҙар
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө королева-консорт
Эшмәкәрлек төрө филантропия[d], активизм[d] һәм благотворительность[d]
Эш урыны Apple[d][5]
Биләгән вазифаһы Consort of Jordan[d]
Уҡыу йорто Американский университет в Каире[d]
Американский университет[d]
Женевский университет[d]
New English School[d]
Ғилми дәрәжә бакалавр, магистр[d] һәм фән докторы[d]
Специальность бизнес идарасылығы[d]
Префикс титула Величество[d]
Строка принадлежности Office of Her Majesty Queen Rania Al Abdullah[6][7][8]
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d]
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2014 г.[d][2], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2013 г.[d][9], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][10], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][6], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2017 г.[d][11], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2018[d][7], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2019[d][8] һәм Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2004[d][12]
Сәнғәт йүнәлеше общественное движение[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Оҙонлоҡ 1,67 метр
Рәсми сайт queenrania.jo
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 10 142 770 һәм 210 000 ± 999[13]
 Рания әл-Абдулла Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
2019 йыл

Әл-Күвәйт (Күвейт) ҡалаһында, сығышы менән Тулҡарм ҡалаһының (Иордан йылғаһының көнбайыш яры, 19481967 йылдарҙа Иордания территорияһы) урта буржуазияға ҡараған фәләстиндәре ғаиләһендә тыуған[14]. Рания, педиатр ҡыҙы, мәктәптә һәм университетта уңышлы уҡый. Сит ил уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итә: Кувейтта New English School мәктәбендә уҡый, һуңынан Мысыр башҡалаһы Ҡаһирәлә Америка университетында (American University in Cairo) эшлекле етәкселек итеү буйынса диплом ала.

Туҡһанынсы йылдар башында, Кувейтты Ираҡ баҫҡынсыларынан азат иткәндән һуң фәләстиндәрҙе илбаҫарҙар менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләгәс, Ранияның ғаиләһе Күвейттан Иорданияға ҡасырға мәжбүр була

Иорданияның Apple вәкиллегендә етәксе вазифаға тәғәйенләүҙән баш тартҡандан һуң, Рания Амманда король Абдалланың апаһы һәм кейәүе ҡарамағындағы Citibank вәкиллегенә күсә, унда 1993 йылдың яҙында принц менән таныша[15]. 1993 йылдың 10 июнендә пар туй үткәрә. Рания, король Хөсәйендең вафат булыуына бәйле өс айлыҡ рәсми матәмдән һуң, королева титулын ала[16]. Атаһының икенсе ҡатыны, принцесса Мунаның улы Абдулла тәхет вариҫы тип иғлан ителә.

Йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Королева Рания 2003 йылда Давос форумында

Үҙе 1995 йылда ойошторған, хөкүмәткә ҡарамаған ойошма — Иордания фонды башлығы булараҡ, Королева ҡатын-ҡыҙҙарға илдең иҡтисади тормошонда ҡатнашырға һәм яңы компаниялар асырға ярҙам итә.

Рания ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай, балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеүгә ҡаршы көрәш буйынса масштаблы кампанияның инициаторы була, ошондай мөғәмәлә ҡорбандары өсөн тәүге үҙәк ойоштора һәм дәүләт органдарының ғаиләләрҙе яҡлау менән шөғөлләнгән урындағы ойошмалар менән үҙ-ара эш итеүен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Рания халыҡ-ара сәйәсәттә әүҙем ҡатнаша, фәләстин йәмғиәтен яҡлай.

Королева — Эксетер университетының Почетлы хоҡуҡ докторы (Бөйөк британия, 2001) — «хәҙерге донъяла ҡатын-ҡыҙҙың ролен күтәреү эшендәге ҡаҙаныштары һәм евро-ғәрәп мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн». Йыл һайын үткәрелгән «Сүл кубогы» халыҡ-ара йүгерек-марафонсылар ярыштарына (Wadi Rom сүллегендә үткәрелә, Иордания), хайуандарҙы һаҡлау өлкәһендәге бер нисә проектҡа патронатлыҡ итә.

Рания йыш ҡына үҙенең гардеробында традицион ғәрәп костюмын һәм көнбайыш стилендәге кейемде берләштерә. Королеваның иң яратҡан дизайнерҙары — Эли Сааб һәм Армани. 2003 йылда Британия журналы «Hello!» һорау алыуы һөҙөмтәләре буйынса «Донъя элегантлығы королеваһы-2003» тип атала.

Балалары
  1. Принц Хөсәйен (28 июнь 1994) — тәхет вариҫы
  2. Принцесса Иман (1996 йылдың 27 сентябре)
  3. Принцесса Сәлмә (26 сентябрь 2000) — ил тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ-осоусы.
  4. Принц Хашим (30 ғинуар 2005)

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

- Саф алтындан эшләнгән, гәүһәр һәм топаздар менән биҙәлгән туфли кейергә ярата (парҙың ауырлығы 400 грамм самаһы)[15]

- Королева Рания илдең ҡораллы көстәре полковнигы маҡтаулы исеменә лайыҡ була. Бер үк ваҡытта уның ире, король Абдалла, Ранияны хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йәмғиәте башлығы итеп тәғәйенләй[17].

- 2008 йылдың 30 декабрендә Королева Рания король Хөсәйен исемендәге дауаханала донорлыҡ пунктына бара һәм «Ҡойолған ҡурғаш» Израиль операцияһы ваҡытында зыян күргән Газ секторының яралы халҡы өсөн ҡан тапшыра[18].

- 2013 йылдың ноябрендә королева Рания edX мәғариф ойошмаһы менән Edraak — ғәрәп телендә [1] киң онлайн-курстарҙың беренсе платформаһын булдырыу тураһында килешеү төҙөй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. The International Who's Who of Women 2006Routledge, 2005. — ISBN 978-1-85743-325-8
  2. 2,0 2,1 2,2 https://data.qz.com/2014/davosattendees/data/davos14list.json
  3. Rania al-Abdullah // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Rania Al-Abdullah // Munzinger Personen (нем.)
  5. https://www.businessinsider.com/the-incredible-life-of-queen-rania-of-jordan-2018-1
  6. 6,0 6,1 https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
  7. 7,0 7,1 https://data.qz.com/2018/davos-2018/data/davos-2018-clean.json
  8. 8,0 8,1 https://data.qz.com/2019/davos-attendees/data/davos-2019-clean.json
  9. https://data.qz.com/2013/davosattendees/data/davosdata.json
  10. https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
  11. https://data.qz.com/2017/davos-2017/data/davos-2017-clean.csv
  12. https://wikispooks.com/w/images/c/c3/Wef_2004.pdf
  13. Интерфейс программирования приложения YouTube
  14. Журнал Elle № 125. Дата обращения: 15 июль 2009. Архивировано 12 август 2010 года. 2010 йыл 12 август архивланған.
  15. 15,0 15,1 ЦентрАзия. Дата обращения: 21 август 2018. Архивировано 21 август 2018 года.
  16. Сокровище короны. Дата обращения: 15 июль 2009. Архивировано из оригинала 22 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 22 сентябрь архивланған.
  17. Королева Иордании. Дата обращения: 15 июль 2009. Архивировано 19 октябрь 2009 года. 2009 йыл 19 октябрь архивланған.
  18. Королева Иордании Рания сдала кровь, чтобы помочь раненым в секторе Газа. Дата обращения: 15 июль 2009. Архивировано 4 март 2016 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә