Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы

Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсе һәм журналист
(Рами Ягафарович Гарипов битенән йүнәлтелде)

Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (12 февраль 1932 йыл — 20 февраль 1977 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.

Рәми Ғарипов
Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 12 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Арҡауыл, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 февраль 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (45 йәш)
Вафат булған урыны Арҡауыл, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты[1]
Ҡәбере һүрәте
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала.

  • 1955 йыл — А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай;
  • 1955—1959 йылдар — республика гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр;
  • 1959—1964 йылдар — Салауат районында «Йүрүҙән» колхозы, «Һарғамыш» совхозы комсомол ойошмаһы секретары, район гәзитендә бүлек мөдире;
  • 1964—1966 йылдар — «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (Өфө ҡалаһы) әҙәби хеҙмәткәр;
  • 1968—1972 йылдар — «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы секретарь.

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

Рәми Ғарипов ижады матбуғатта 1950 йылдан күренә башлай. Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур.

1957 йылда «Туған тел» шиғырын ижад итә.

Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.

Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «Табыныу» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.

Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б.

1977 йылдың 20 февралендә вафат була, Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән.

Китаптары

үҙгәртергә
 
Рәми Ғариповтың
Арҡауылдағы йорт-музейы
  • Йүрүҙән: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1954. — 48 бит.
  • Таш сәскә: Лирика. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. — 160 бит.
  • Һабантурғай йырҙары: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 104 бит.
  • Осоу: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 128 бит.
  • Аманат: Йырҙар, шиғырҙар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 144 бит.
  • Горицвет: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — 95 стр.  (рус.)
  • Миләш — кәләш: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 80 бит.
  • Йондоҙло уйҙар. (Р. Бикбаевтың баш һүҙе менән.): Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 240 бит.
  • Умырзая йыры. (Ғ. Хөсәйеновтың баш һүҙе менән.): Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 334 бит.
  • Возвращение. (С предисловием М. Карима.): Стихотворения и поэма. Москва: «Современник», 1981. — 174 стр.  (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992)
  • Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң).
  • Салауат районының почётлы гражданы[2].
  • Тормош иптәше Надежда Васильевна Ғарипова (ҡыҙ фамилияһы Друм; —11.03.2009; сығышы менән Украина ССР-ы Днепропетровск өлкәһенең Новомосковск ҡалаһынан) башҡорт телен яҡшы белә.
  • Ике улы — Салауат менән Азамат һәм бер ҡыҙы — Гөлнара. Олоһо Салауат — элемтәсе.
 
Рәми Ғарипов ҡәбере
(Өфө мосолман зыяраты)
  • Рәми Ғарипов тамамлаған 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 1994 йылдан уның исемен йөрөтә.
  • Шағирҙың тыуған төбәгендә — Салауат районының Арҡауыл ауылында—уның йорт-музейы асылған, уның алдына әҙиптең бюсы ҡуйылған.
  • 1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тарафынан Рәми Ғарипов исемендәге премия ла булдырылған.
  • Халыҡ шағиры исемендәге премия шулай уҡ уның тыуған яғы — Салауат районында ла бар, уны 1997 йылдан башлап район хакимиәте һәм райондың «Йүрүҙән» газете биш йылға бер тапшыра.
  • «Минең Рәми» бөтә Рәсәй шиғри марафоны уҙғарыла[3].
  • Башҡортостан йәштәре интернетта флешмоб ойоштора. Унда ҡатнашырға теләгән һәр кем шағирҙың яратҡан шиғырын яттан һөйләп, видеоға төшөрөп «Бәйләнештә» селтәренә һала[3].
  • 2017 йылдың ғинуар-февраль айҙарында Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған асыҡ республика тасуири уҡыусылар видеоконкурсы үтте. Бәйгеселәр әҙиптең шиғри әҫәрен йәки шағирға үҙе арнап яҙған шиғырҙы уҡып видеоға төшөрөрҙө һәм конкурс сәхифәһенә һалды. Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадына республика һәм Рәсәй халҡының ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, тасуири уҡыусыларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү. Әҙәби проектты ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Салауат Юлаев вариҫтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты[4].
  • 2017 йылдың 12 февралендә Өфөлә халыҡ шағирының тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Рәми Ғариповҡа 85 аҙым» әҙәби акцияһы уҙҙы[5].
  • Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа һәйкәл ҡуйыла[6]
  • Дондағы Ростов ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алдылар[7].
  • Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алалар[8].
  • Режиссер Булат Йосопов Рәми Ғарипов тураһында «Шағир көндәлеге» исемле фильм төшөрҙө[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://pomnim.me/search/?info=be7cd8bc-7da8-11e8-8ce3-00199984c65f
  2. Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане / Гарипов Рами Ягафарович 2020 йыл 3 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2019)
  3. 3,0 3,1 Республика йәштәре халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө уңайынан флешмобҡа саҡыра. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 12 февраль (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2016)
  4. Төбәктә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын тасуири уҡыусылар видеоконкурсы уҙғарыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 24 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2017)
  5. Өфөләр Рәми Ғариповҡа 85 аҙым үтте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 13 февраль (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2017)
  6. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа һәйкәл ҡуйыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 20 февраль (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2017)
  7. В Ростове-на-Дону почтили память народного поэта Башкортостана Рами Гарипова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 22 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2017)
  8. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 12 февраль (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2019)
  9. В Уфе завершились съёмки фильма о Рами Гарипове «Дневник поэта». ИА «Башинформ», 25 апреля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2022)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 36-37 с. ISBN 5-295-02294-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 9 май 2017 йыл 24 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 май 2017)