Радионченко Анна Алексеевна

Радионченко Анна Алексеевна (28 декабрь 1926 йыл) — СССР һәм Рәсәй акушер-гинекологы, ғалим, педагог. Медицина фәндәре докторы.

Радионченко Анна Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 28 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (97 йәш)
Һөнәр төрө табип
Эш урыны Себер дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Себер дәүләт медицина университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1926 йылдың 28 декабрендә Себер крайының Бийск округы Михайловское районы Ракиты ауылында (хәҙерге Алтай крайы составында) тыуған. Атаһы, Алексей Федотович (1907—1962) — сығышы буйынса крәҫтиән, Ҡыҙыл Армия офицеры, Сретенск ҡала советы депутаты. Әсәһе, Татьяна Евсеевна (ҡыҙ фамилияһы — Моисеенко, 1908—1981), шулай уҡ крәҫтиән нәҫеленән булған, Ракиты ауыл советы рәйесе. Ағайы — Михаил (1929—1975), инженер һәм педагог[1].

1932 йылдан Радионченколарҙың ғаиләләре атаһы хеҙмәт иткән Чита ҡалаһында йәшәй. 1938 йылда ата-әсәһе Монгол халыҡ республикаһына киткәндән һуң, уҡыуын Ракиты ауылында дауам итә, ә 1939 йылда атаһының яңы хеҙмәт иткән урынына, Станислав өлкәһенең Коломыя ҡалаһына күсә[1].

Бөйөк Ватан һуғышы башында ағайы һәм әсәһе менән бергә Себергә эвакуацияланалар, тағы ла Ракиты ауылында булып сыға. 1944—1945 йылдарҙа урындағы колхозда эшләй. 1944 йылда Радионченко Алтай крайының Михайловка районында Михайловка урта мәктәбен отличие менән тамамлай.

Киләһе йылда Томск медицина институтының (ТМИ) дауалау факультетына уҡырға инә. Себер дәүләт медицина университетының буласаҡ профессорҙары Борис Альперович һәм Александр Креймер менән бер курста уҡый. Гинекология һәм акушерлыҡҡа махсуслаша. 1950 йылда институтты отличие менән тамамлай[1]. 1954 йылда «Материалы к эпидемиологии трихомониаза у женщин» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ә 1964 йылда — «К патогенезу функциональных маточных кровотечений» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1967 йылдан профессор[1]. Радионченко 30 йыл тирәһе Себер дәүләт медицина университетының гинекология һәм акушерлыҡ кафедраһын етәкләй, акушер-гинекологтарҙың үҙ фәнни мәктәбенә нигеҙ һала[1].


Яҡынса 300 хеҙмәт, шул иҫәптән 9 монография авторы. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау ысулдарына 17 авторлыҡ таныҡлығы, 6 уйлап табыуға патенты бар, 15 рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә. Бер нисә баҫмаһы сыҡҡан, ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәм балаларҙа енси өлкә трихомониазы буйынса СССР-ҙа беренсе монографияларҙың береһенең авторы. Хеҙмәттәре башлыса физиотерапия һәм гинекология мәсьәләләренә, атап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ енси өлкәһенең шешеү процестары клиникаһына һәм дауалауға, түлһеҙлеккә арналған[1].

1982 йылдан Медицина фәндәре академияһы ағзаһы. Акушер-гинекологтарҙың Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй ғилми йәмғиәте идараһы ағзаһы һәм Томск ғилми йәмғиәте идараһы рәйесе, СССР Медицина фәндәре академияһының Себер бүлексәһе янындағы әсә һәм бала һаулығын һаҡлау буйынса проблемалы комиссия ағзаһы, «Акушерство и гинекология» журналының мөхәрририәт советы ағзаһы[2].


2010 йыл торошо буйынса ғаиләһе менән АҠШ-та (Төньяҡ Каролина штаты) йәшәй[3].

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы[4].


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 авт.-сост. И.Д. Евтушенко, С.А. Некрылов. Анна Алексеевна Радионченко: к 90-летию со дня рождения. docviewer.yandex.ru. Дата обращения: 15 сентябрь 2018.
  2. РАДИОНЧЕНКО Анна Алексеевна — Большая Медицинская Энциклопедия. xn--90aw5c.xn--c1avg. Дата обращения: 15 сентябрь 2018.
  3. Вы точно человек? КиберЛенинка. Дата обращения: 15 сентябрь 2018.
  4. Все новости и события из жизни сибирского государственного медицинского университета. www.ssmu.ru. Дата обращения: 15 сентябрь 2018.