Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы

йырсы, музыкант
(Радик Мөхәрләм улы Юлъяҡшин битенән йүнәлтелде)

Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы, ижади псевдонимы Elvin Grey (17 май 1989 йыл) — Рәсәйҙә танылыу алған башҡорт йырсыһы, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә сығыш яһай. Башҡортостан (2017) һәм Татарстан (2022) Республикаларының атҡаҙанған артисы.

Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Псевдоним Elvin Grey
Ҡушамат Elvin Grey
Тыуған көнө 17 май 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (35 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыкант, йырсы
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт педагогия университеты
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр поп-музыка[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт elvingrey.ru
 Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Радик Мөхәрләм улы Юлъяҡшин 1989 йылдың 17 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә эшсе ғаиләһендә икенсе бала (унан ике йәшкә олораҡ апаһы бар) булып тыуған. Черниковкала урынлашҡан 48-се башҡорт лицейында уҡыған[1]. Радик бала саҡтан баянда һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнә.

2006 йылда үҙенең «Самый шулай» тигән тәүге йыр альбомын сығара. 2007 йылда икенсе альбомы сыға, бында ул йырҙар авторы ла, башҡарыусы ла, тауыш продюсеры ла була.

Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 2011 йылдан алып Радик Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм «Elvin Grey» псевдонимы менән сәхнәләргә сыға. «ELVIN GREY» продюсер үҙәгенең сопродюсеры булып тора.

2017 йылдың июлендә Радик Юлъяҡшин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды[2].

2018 йылдың 2 ноябрендә «Татар-Информ» мәғлүмәт агентлығында үткән пресс-конференцияһында үҙенең башҡорт булыуын рәсми раҫланы[3]:

  Мин Башҡортостанда тыуҙым, телем башҡорт, рухым башҡорт.  

2020 йылдың 5 октябрендә Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Ул был вазифаны йәмәғәт башланғысында башҡарасаҡ[4].

Музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн 2022 йылдың 26 апрелендә йырсыға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[5].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Радик Юлъяҡшин, үҙенең былтырғы рекордын ҡабатлап, 2018 йылдың 8 декабрендә «Өфө-Арена»ла үткән концертына 8 мең тамашасы йыйҙы[6].
  • 2016 йылда Татарстандың эшлекле электрон гәзите «Бизнес Online» (Деловая электронная газета «Бизнес Online») үткәргән тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Радик Юлъяҡшин «Татарстан мәҙәниәтендә Йыл кешеһе» булып танылды. 2,5 мең уҡыусы ҡатнашҡан был үҙенсәлекле бәйгелә еңеүҙе йырсы Татарстан Республикаһының Дәүләт симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм дирижеры Александр Сладковский менән бүлеште[7][8]
  • 2006—2012 йылдарҙа Башҡортостандың телевизион һәм радиоканалдары үткәргән бәйгеләрҙә «Йыл йырсыһы» номинацияһында еңеүсе була, шулай уҡ бер нисә тапҡыр «Йыл йыры», «Йыл аранжировщигы» номинацияларында ла еңеүсе тип табыла. 2012 йылда «Йыл хиты» номинацияһында Гран-при ала. 2013 йылда «Минең ҡала» Мәскәү фестивале һәм «Мин артист» Бөтә Рәсәй бәйгеһенең финалисы була. Шул уҡ йылда «Иң талантлы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға.

Йырсы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • 2019 йылдың 17 мартында «Өфө уттары» комплексындағы концерт барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Радик Юлъяҡшинды 30 йәше менән ҡотланы[9].
  • Интернетҡа Радик Юлъяҡшинға арналған «Элвин Грей: Путь к мечте» тигән рус телендәге 40 минутлыҡ документаль фильм ҡуйылған. Уны Ранил Ғилметдинов төшөргән. Фильмға башҡарыусының популяр йырҙары, шулай уҡ уның ижад хаҡындағы монологтары ингән. Кадр артындағы тауыш Радик Юлъяҡшиндың биографияһы менән таныштыра[10].
  • 2018 йылдың 18 декабрендә Татарстандың Аҙнаҡай ҡалаһында Элвин Грейҙың концертын өҙөргә маташтылар: уның телефонына тамаша барған залда шартлатҡыс булыуы һәм уның тиҙҙән шартлаясағы тураһында СМС-хәбәр килә[11].
  • Элвин Грей кинорежиссер Илшат Рәхимбай менән бергә фильм төшөрә башларға һәм уның продюсеры булырға йыйына, йырсы фильмда төп ролде башҡара[12].
  • 2018 йылдың декабрендә Татарстанда Радик Юлъяҡшинға Ғабдулла Туҡай исемендәге республика дәүләт премияһын бирергә тәҡдим иттеләр[13].
  • Рәмис Латыйпов: Элвин Грей, син татар халкын нишләттең? «ТАТМЕДИА» АҖ филиалы «Татар-информ» мәгълүмат агентлыгының Интертат.ру / Intertat.ru республика электрон газетасы. 2 декабрь 2018 (тат.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2018).
  • 2017 йылда Радик Юлъяҡшин тураһында мәғлүмәт башҡорт теле дәреслегенә индерелде[14].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Йырсы төрлө матбуғат сараларында

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Уфимскому певцу Радику Юльякшину сегодня исполнилось 26 лет — «PROUFU.ru» сайты, 2015, 17 май 2020 йыл 8 август архивланған. (рус.)
  2. Радик Юльякшин стал Заслуженным артистом Башкирии. Башинформ, 2017, 30 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2017)
  3. Ксения Соколова. Элвин Грей: «Я родился в Башкортостане, мой язык башкирский, мой дух башкирский». Деловая электронная газета «Бизнес Онлайн» (2 ноябрь 2018). Дата обращения: 4 ноябрь 2018.
  4. Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 5 октябрь 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2020)
  5. Элвин Грей стал заслуженным артистом Татарстана. ИА Башинформ, 26 апреля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2022)
  6. В Уфе Элвин Грей вновь собрал 8-тысячный зал «Уфа-Арена». ИА «Башинформ», 8 декабря 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2018)
  7. Радик Юльякшин в Татарстане стал «Человеком года».//Башинформ, 2017, 1 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2017)
  8. Нигматуллин А., Самигуллина Э., Бадретдин Г. «Если честно, немного не по себе стало от резкости выражений читателей в мой адрес…» Два мира — два Шапиро: титул «Человек года» в культуре Татарстана по версии «БИЗНЕС Online» поделили Элвин Грей и Александр Сладковский // Деловая электронная газета «Бизнес Online», 2016, 30 декабрь.
  9. Радий Хабиров на концерте в Уфе поздравил Радика Юльякшина с юбилеем. ИА «Башинформ», 17 мая 2019 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 май 2019)
  10. Элвин Грей тураһында фильм төшөргәндәр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 5 март (Тикшерелеү көнө: 5 март 2019)
  11. В Татарстане попытались сорвать концерт Элвина Грея сообщением о бомбе. ИА «Башинформ», 19 декабря 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2018)
  12. Элвин Грей үҙенең фильмында төп ролдә уйнай. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 18 декабрь 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2018)
  13. Татарстанда Радик Юлъяҡшинға Туҡай исемендәге премия бирергә тәҡдим иттеләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 4 декабрь 2018 (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
  14. Башҡорт теле дәреслегенә Радик Юлъякшин исеме кертелгән 2018 йыл 21 июль архивланған.
  15. Ләйлә Аралбаева. В Уфе Элвина Грея наградили медалью Всемирного курултая башкир. Башинформ МА. Дата обращения: 5 декабрь 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә