Рабовалюк Михаил Иванович

Рабовалюк Михаил Иванович (18 октябрь 1915 йыл10 февраль 1945 йыл) — 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының 45 миллиметрлы пушкалар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Рабовалюк Михаил Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 18 октябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Отрада, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (29 йәш)
Вафат булған урыны Померания[d]
Ерләнгән урыны Западно-Поморское воеводство[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биография

үҙгәртергә

Михаил Иванович Рабовалюк 1915 йылда Отрада ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. Баландин мәктәбендә белем ала. Отрада ауылында зоотехник, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әлшәй район Советы башҡарма комитетының ер бүлегендә участка зоотехнигы булып эшләй. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Батырлығы

үҙгәртергә

487-се уҡсылар полкының 45-миллиметрлы пушкалар взводы командиры (143-сө уҡсылар дивизияһы, 47-се армия, 1-се Белоруссия фронты) лейтенант Рабовалюк, 1945 йылдың 15 ғинуарында уҡсылар батальоны составында, Польшаның Легвоново ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ, үҙенең танкка ҡаршы пушкалары уты менән совет ғәскәрҙәренең йылдам алға хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә. Көн аҙағына Висла йылғаһы сигенә етә, ә аҙаҡ тиҙ генә үҙенең взводының техник йыһаздарын һәм бар булған хеҙмәткәрҙәрен йылғаның көнбайыш ярына сығара. Рабовалюк взводы күп йәһәттән Ҡыҙыл Армияның башҡа подразделениеларының Висла йылғаһын һуғышып уңышлы аша сығыуына һәм биләгән позицияларҙа нығыныуына булышлыҡ итә. Ошо һуғыштан һуң Рабовалюк Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә[1].

Рабовалюк Михаил Иванович 1945 йылдың 10 февралендә, Көнсығыш-Померан операцияһының башында һәләк була. 143-сө уҡсылар дивизияһының кире ҡайтмай торған юғалтыуҙар исемлегенә ярашлы, Карлсруэ тораҡ пунктының көньяҡ ситендә, Валч (Дойч-Кроне) ҡалаһынан 7 километр алыҫлыҡта ерләнгән[2][3]. Хәҙер был Польшаның Көнбайыш-Поморск воеводалығы Валецкий повят Валч (гмина) Ługi Wałeckie ауылы.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, лейтенант Рабовалюк Михаил Ивановичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 32/40, л. 8/1, 2).
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.

Һылтанмалар

үҙгәртергә