Пьеро делла Франческа

Пье́ро де́лла Франче́ска (итал. Piero della Francesca ; яҡынса 1420 йыл, Борго-Сан-Сеполькро, Синьория Римини — 12 октябрь 1492 йыл, Борго-Сан-Сеполькро, Флоренция республикаһы) — италия рәссамы һәм теоретигы, Иртә Яңырыу вәкиле.

Пьеро делла Франческа
итал. Piero della Francesca
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Исем Pietro della Francesca[4], Piero della Francesca[5] һәм Pietro de Borgo a San Sepolcro[6]
Тыуған көнө 1415[7][3][8][…]
Тыуған урыны Сансеполькро[d], Ареццо[d], Тоскана, Италия[9][10][11]
Вафат булған көнө 12 октябрь 1492[9][12][11]
Вафат булған урыны Сансеполькро[d], Ареццо[d], Тоскана, Италия[9][13][11]
Һөнәр төрө рәссам, математик, теоретик искусства
Эшмәкәрлек төрө геометрия, Живопись[14] һәм математика[14]
Уҡыусылар Лука Синьорелли[d][15][16]
Кемдә уҡыған Antonio di Anghiari[d] һәм Доменико Венециано[d]
Әүҙемлек урыны Ареццо[d][10], Феррара[d][10], Флоренция[10], Монтерки[d][10], Перуджа[10], Римини[10], Рим[10], Сансеполькро[d][10] һәм Урбино[d][10]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1492[17]
Сәнғәт йүнәлеше Раннее Возрождение[d][8]
Жанр религиозная живопись[d][8]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Штеделевский художественный институт[d], Миннеаполис сәнғәт институты[d], Музей Тиссена-Борнемисы[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Фрик коллекцияһы[d][18], Уффици[d], Национальный музей старинного искусства[d], Изабелла Стюарт Гарднер музейы[d], Museo Civico di Sansepolcro[d], Национальная галерея Марке[d], Пинакотека Брера[d], National Gallery of Umbria[d], Стерлинг һәм Франсин Кларк сәнғәт институты[d], Берлинская картинная галерея[d], Лондон милли галереяһы[d], Галерея Академии (Венеция)[d], Музей Польди-Пеццоли[d], Смитсон американ сәнғәте музейы[d][19] һәм Базилика Сан-Франческо в Ареццо[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d][20], Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][21] һәм Frick Art Reference Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Piero della Francesca
 Пьеро делла Франческа Викимилектә
«Герцог Федериго Монтефельтро һәм герцогиня Баттиста Сфорцтар портреты», Уффици галереяһы, Флоренция.
Триумф. Триумфаль арбаларҙағы герцог һәм герцогиня, кире яғы, Уффици ҡалаһы галереяһы, Флоренция.

Пьеро (Пьетро) ди Бенедетто деи Франчески Франчески Пьеро делла Франческа булараҡ (әсәһе исеменән, «баланың атаһы йәки ире үлгәндән һуң, йөклө булып ҡалды…») билдәле[22].

Оҫтаның әҫәрҙәре мөһабәт тантаналылыҡ, юғары намыҫлылыҡ һәм образдарының гармонияһы, формаларҙың дөйөмләштерелеүе, композицион уйланылғанлыҡ, пропорционаллек, перспектив төҙөлөштәрҙең аныҡлығы, яҡтылыҡ һирпелеп торған йомшаҡ гамма менән айырылып тора.

Биографияһы үҙгәртергә

Борго-Сан-Сеполькро ауылында, Тосканала, 1415/1420 йылдарҙа тыуған; ошонда уҡ 1492 йылда вафат булған.

Перудждала, Лоретола, Флоренцияла, Ареццо, Монтерки, Феррарала, Урбинола, Риминиҙа, Римдә эшләй, ләкин һәр саҡ тыуған ҡалаһына ҡайта, унда 1442 йылдан алып ҡала советнигы була һәм һуңғы ике тиҫтә йыл ғүмерен тап шунда үткәрә.

Пьероның автор стиле Флоренция һынлы сәнғәт мәктәбе йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә. Бәлки, ул Сиенала йәшәгән билдәһеҙ рәссамдың уҡыусыһы булғандыр. 1439 йылда Доменико Венециано етәкселегендә рәссам Флоренциялағы Санта-Мария-Нуово сиркәүен фрескалар менән биҙәү өҫтөндә эшләй. Ошо эш һөҙөмтәһендә ул үҙенең оҫталығын камиллаштыра, яҡтыртыу ҡороу алымы һәм перспектива менән таныша.

Һуңғы йылдарҙа Пьеро күреү һәләтен юғалта башланы һәм математика өйрәнеүгә баш көллө сума[23]. Пьеро — ике математик трактат авторы: «Һынлы сәнғәттә перспектива тураһында» «О перспективе в живописи» (Миландың Амброзиан китапханаһында һаҡлана) һәм «Биш дөрөҫ есем тураһында китап» «Книжица о пяти правильных телах». XVI—XVII быуаттарҙа үҙенең фәнни эштәре менән ул, моғайын, һынлы сәнғәткә ҡарағанда күпкә нығыраҡ абруй яулағандыр. «Әгәр флорентийҙар донъяны нисек бар, шулай һүрәтләй тип уйлаһа, Пьеро рәссамдарҙан тәүгеләрҙән булып донъяны күҙ алдына килеп баҫҡанса ғына кәүҙәләндерергә мөмкин тигән инаныуҙарҙан эҙмә-эҙлекле һығымта яһаған, сөнки бөтә нәмәне лә үҙенән-үҙе һымаҡ түгел, ә төрлө яҫылыҡтан төрлөсә сағылған яҡтылыҡ ярҙамында ғына күрһәтергә мөмкин»[24].

Пьеро делла Франческаға ҙур матурлыҡ тойғоһо хас, ул һоҡланғыс һүрәте, үҙенсәлекле нәфис колориты менән айырылып торған һәм уның заманында ғәҙәти булмаған һынлы сәнғәттең техник яҡтарын өйрәнгән, айырыуса перспектива белеменә эйә булған.

Өйрәнсектәре үҙгәртергә

Ул Лука Синьореллиҙың остазы булған. Рәссамдың стиле Мелоцо да Форли, Рафаэлдың атаһы Джованни Санти һәм башҡа Умбрия оҫталарының әҫәрҙәрендә, хатта Рафаэлдың үҙенең тәүге эштәрендә лә сағыла.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

 
Сиджизмондо Малатеста Изге Сигизмунд алдында. Фреска 257 × 345 см. Темпио Малатестиано, Римини. 1451
 
«Сава батшабикәһенең тарихы». Ареццолағы Сан Франческо сиркәүе
 
«Христосты ҡамсы менән һуҡтырыу» «Бичевание Христа» (Пьеро делла Франческа). Марке, Урбин милли галереяһы, Урбино
 
Монтефельтро миһрабы (алтарь), Брер пинакотекаһы, Милан. 1472—1474

Вазари һүҙҙәренсә, Франческаны Рим папаһы Николай V Ватиканда хеҙмәт итергә Римға саҡырған, һуңынан 1451 йылда Риминиҙағы герцог Сиджизмондо Малатестҡа эшкә килгән, унда ул, дөрөҫөн әйткәндә, Сан-Франческоның Темпио Малатестиано сиркәүендә композиция ябайлығы һәм рәсеменең аныҡлығы менән һоҡландырғыс бургундтар короле изге Сигизмундтың («Святой Сигизмунд с Сиджизмондо Малатеста») портретын яҙған. Был әҫәрҙә бигерәк тә герцрг портреты һәм уны уратҡан архитектура шәп.

Шул уҡ ваҡытта ул Ареццолағы Изге Франциск сиркәүендәге базиликаның төп капеллаһында Йән өрөүсе Раббы Тәреһенә эйә булыу риүәйәтен (1452—1465) һүрәтләгән фрескалар башҡара. «Алтын легенда» менән илһамланған был цикл рәссамдың иң әһәмиәтле әҫәре генә түгел, ә Ренессанс осорондағы һынлы сәнғәт шедеврҙарының береһе лә була.

Үҙенең тыуған ҡалаһында эшләгәндә, ул «Шәфҡәтлелек Әсәһе, уға алда күренәсәк изгеләр менән» образын һәм Раббының юғары рухы (страсти) күренештәре менән уның пределлаһын майлы буяуҙар менән яҙған. Был эш урындағы мәрхәмәтлек йәмғиәте өсөн башҡарылған. Икенсе фреска — «Мәсихтең яңынан тыуыуы» (1458) — Палацо Коммуналда урынлашҡан. Был фрескала «… Христос табуттан өҙлөкһөҙ күтәрелә барған һымаҡ һәм күҙ алдында кеше дәүмәленән күпкә артыҡ дәүмәлгә еткән кеүек тойола»[24].

1469 йылда Пьеро Урбинолағы герцог Монтефельтро Федерико һарайына саҡырыла, бында ул ошо батшаның заказы буйынса Урбин соборы ризницаһында (Урбин галереяһында) «Ҡамсылау» «Бичевание» картинаһын башҡара. Был Пьероның иң серле картиналарының береһе, унда үҙенең композицияһы буйынса, һул яҡта — сыбыртҡы менән ярыу сәхнәһе, ә уңда — әңгәмәләшеүсе өс ир, диптихты хәтерләтә. Картинала һүрәтләнгән сюжеттың өс төрлө фаразы бар. Иң киң таралған фараз — Ғайса Мәсихте Пилат алдында туҡмау (күп кенә сығанаҡтарҙа был картина «Христосты туҡмау», «Ҡотҡарыусыны ҡамсы менән ярыу» тип телгә алына).

Икенсе фараз буйынса, был VII быуат Рим папаһы Изге Мартин I, Рим папаһы (ул ваҡытта Рим Византия империяһы составына ингән), Константинополгә судҡа саҡырылған, хөкөм ителгән һәм һуңынан ғазаплы үлемгә дусар ителгән. Өсөнсө фараз буйынса, был Диуана (Блаженный) Стридонский Иронимдың төшө. «Иероним бер ваҡыт, мәжүси Цицеронды уҡыған өсөн язаға дусар булғанын төшөндә күрә … артҡы планда өс фигура — ике кеше һәм яланаяҡ фәрештә — Иеронимдың төш тарихында сағылғанса, классик һәм патристик әҙәбит араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тикшерәләр»"[25].

1472 йылдан һуң Пьеро герцог Федерико Монтефельтро һәм герцогиня, уның ҡатыны Баттиста Сфорца, портретын яҙа; 1472 һәм 1474 йылдар араһында — «Монтефельтро миһрабы» (изгеләр һәм герцог Урбинский менән Мадонна). Шулай уҡ Федериго да Монтефельтро заказы буйынса яҙылған. Был — үлгән ҡатынына бағышланған реквием (хәҙер Брер пинакотекаһында, Миланда). Федерико тәхет вариҫы Гвидубальдо тыуыу хөрмәтенә был һүрәтте төшөрөрөгә заказ биргән тип иҫәпләнә. Ошонан һуң күп тә үтмәй, (1472 йылда) уның тормош иптәше Баттиста Сфорца вафат булған, һәм шул миһрап образы аша ул бөтә ырыуына протекция тәьмин итергә теләгәндер. Реставрация һәм яңыраҡ үткән тикшеренеүҙәр картинаның тәүге күләме кәмегәнен, ә рәссамдың композицияға күберәк архитектураны һәм киңлекте индереп, уны үтә нәфис, еңел итергә ниәтләүен күрһәтте.

Уртала тәхеттә йоҡлап ятҡан Ғайса менән Мадонна, артабан һулдан уңға: Сумдырыусы Яхъя (Иоанн Креститель), Изге Бернардин, Изге Иероним Стридонский (үҙенең күкрәген таш менән туҡмаусы дәрүиш монах образында), Франциск Ассизский (стигматтарҙы күрһәтә), Изге Пётр апостол (башында яра бар) һәм Иоанн Богослов. Уларҙың артында — архангелдар, ә алда тубыҡланған Федерико да Монтефельтро. Хәҙер был картинала сафлыҡта яралтыу, яңы ғүмер символы (Монтефельтро нәҫеленең эмблемаһы ла һанала) булған дөйәғош йомортҡаһы, бер үк ваҡытта МАдонна ҡулында йоҡлап ятыусы Ғайса һәм әсәлек символы, һәм үлем символы, һәм был билдә эштең матәм ихтималлығы төҫмөрөн тағы ла нығыраҡ раҫлай.

Библиографияһы үҙгәртергә

  • Лазарев В. Н. Пьеро делла Франческа. М., 1966.
  • Анджелини А. Пьеро делла Франческа: [Альбом]. М., 1997.
  • Степанов А. В. Искусство эпохи Возрождения. Италия. XIV—XV века. — СПб: Азбука-классика, 2003. — С. 504. — ISBN 5-352-00597-6
  • Вазари Дж. Жизнеописания наиболее знаменитых живописцев. / Пер. с ит. А. Венедиктова, А. Габричевского. — СПб:. Азбука-классика, 2004. — 672 с. ISBN 5-352-01012-0
  • Дворжак М. История итальянского искусства в эпоху Возрождения. Курс лекций. — М: Искусство, 1978.
  • Edited by Laura Baini. Brera. Guide to the Pinacoteca, Mondadori Electa S.p.A., Milano, 2005

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #41861623, Record #7828158792858139040002 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118524577 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 BeWeB
  4. Vasari G. Vies des peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / L. LeclanchéParis: 1841. — Vol. 2. — P. 358.
  5. Vasari G., Weiss C. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.)Paris: 1903. — Vol. 1. — P. 404.
  6. Vasari G., Weiss C. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.)Paris: 1903. — P. 518.
  7. Piero della Francesca // Art UK — 2003.
  8. 8,0 8,1 8,2 http://vocab.getty.edu/page/ulan/500006339
  9. 9,0 9,1 9,2 http://www.pierodellafrancesca.it/94/ITA/Biografia
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 https://www.nga.gov/collection/artist-info.1787.html
  11. 11,0 11,1 11,2 https://en.isabart.org/person/18856
  12. Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  13. https://rkd.nl/explore/artists/63396
  14. 14,0 14,1 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=xx0011775
  15. http://pinacotecabrera.org/en/collezione-online/opere/madonna-of-the-milk/
  16. Kanter L. B., Henry T. Luca Signorelli — 2002. — Б. 14.
  17. RKDartists (нидерл.)
  18. https://collections.frick.org/people/144/piero-della-francesca/objects
  19. https://americanart.si.edu/collections/search/artist/?id=6399
  20. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000135156&find_code=SYS
  21. https://library.si.edu/art-and-artist-files
  22. Вазари Дж. Жизнеописания наиболее знаменитых живописцев. / Пер. с ит. А. Венедиктова, А. Габричевского. — СПб:. Азбука-классика, 2004. — 672 с. ISBN 5-352-01012-0
  23. Белоусов С. «Полиптих Мизерикордия» Пьеро делла Франческа // Юный художник. — 1989. — № 8. — С. 7—9.
  24. 24,0 24,1 Степанов А. В. Искусство эпохи Возрождения. Италия. XIV—XV века. — СПб: Азбука-классика, 2003. — С. 504. — ISBN 5-352-00597-6
  25. Дэвис, Н. История Европы. / Пер. с англ. Т. Б. Менской. — М.: АСТ, Транзиткнига, 2005. — 943 с. — ISBN 5-9578-1011-8

Ҡалып:Пьеро делла Франческа