Базилика (грек. βασιλική — «базилевс йорто, батша йорто») — тура мөйөшлө пландағы төҙөлөш тибы[1]. Үҫешкән формала христиан базиликаһы ғәҙәттә бейеклеге буйынса төрлө, таҡ һанлы (1, 3 йәки 5) нефтарҙан тора.

Базилика
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған гражданская базилика[d]
 Базилика Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күп нефлы базиликала нефтар колонналарҙың йәки бағаналарҙың буй рәттәре менән бүленгән, үҙ аллы түшәмле булыусан. Үҙәк нефы — ғәҙәттә киңерәк һәм бейеклеге буйынса ҙурыраҡ, икенсе ҡаттың тәҙрәләре ярҙамында яҡтыртыла. Үҙәк нефтың икенсе ҡатында тәҙрәләр булмаһа төҙөлөш псевдобазилика тибына ҡарай.

Базиликалар тип шулай уҡ, архитектураһы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, иң әһәмиәтле рим-католик ҡорамдарын да атайҙар. Архитектура теорияһында төрлө бейеклектәге нефтарҙың нисбәтен асыусы, бинаның терәк, таяу һәм тәҙрә ҡоролошоноң арҡыры киҫелеш һыҙмаһы «Базиликаль киҫелеш» тип атала.

«Базиликаль яҡтыртыу тибы» — тәҙрәләрҙең үҙәк нефтың өҫкө өлөшөндә, ситке нефтың түбәләре өҫтөндә урынлашыуы[2].

 
Рәсәйҙә базиликаль ҡорам өлгөһө итеп архитектор Фридрих Август Штюлер проекты (1873) буйынса һалынған Преподобный Сергий Радонежскийҙың ҡорамын ҡарарға мөмкин

Боронғо базилика идеяһына әйләнеп ҡайтыуҙы ҡайһы бер төҙөүсе-эклектиктар хуплаған; быға Турҙағы Изге Мартинбазиликаһы миҫал булып тора ала. Американың Пенсильваниялағы Маккиспорт ҡаласығында урынлашҡан Немец сиркәүе рим базиликаһынаына иң яҡыны тип иҫәпләнә, ул 1888 йылда изгеләштерелгән. Рәсәй территорияһында классик типтағы бер генә базаиликпль ҡорам да юҡ (Византия осоронда шулай ҙа бындай биналар Херсонеста төҙөлгән).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Pevsner N., Honour H., Fleming J. Lexikon der Weltarchitektur. — München: Prestel, 1966. — S. 72
  2. Власов В. Г.. Базилика // Власов В. Г. Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. II, 2004. — С. 17—21