Пыжьяновка шарламаһы
Пыжьяновка шарламаһы — Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында Башҡортостандың Бәләбәй районындағы Пыжьяновка (хәҙер бөткән) ауылы эргәһендә, Дәүләкән районы менән Бәләбәй райондарының сиген бүлеп тора.
Шарлама | |
---|---|
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Дәүләкән районы |
Йылға | Шарлама |
Бейеклеге | 12 м |
Пыжьяновка шарламаһы Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺыу текә ҡаянан, 12 метр бейеклектән, төшә. Йәй һыу ағымы кәмей, һәм шарлауыҡ урынына ҡаянан ағып төшөүсе һыу ҡала.
Башҡортостандағы иң ҙур күл — Асылыкүлдән дүрт км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Шарлама һыуы артабан Дәүләкән районы Буранғол ауылы эргәһендә бер нисә шишмә ҡушылып киңәйә, йылға булып Асылыкүлгә ҡоя. Йылға «Шарлама йылғаһы» тип йөрөтөлә[1].
Пыжьяновка шарламаһы тибиғәт паркы биләмәһендә урынлашҡан[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәШарлама, шарлауыҡ — текә ҡаянан, һикәлтәнән, киҫә ағып төшкән һыу[3]. Шарламаны урындағы халыҡ Пыжьяновка ауылы исеме менән йөрөтә. Ерле халыҡ телендә Пыжьяновка — «Буржиян ауылы», «Буржиян шарламаһы»[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы ҡыҙы раҫлай.8 октябрь 20021 й.
- ↑ Информационное агентство «БАШИНФОРМ» . Архивировано 19 сентябрь 2012 года.
- ↑ Тарих,Тел һәм Әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге». — Өфө: «Китап», 1993 й. — С. 650-се б..
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Был Дәүләкән районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |