Протеза

һүҙ башында һуҙынҡы йәки тартынҡы өн өҫтәлеүе

Протеза (бор. грек. πρόθεσις алда тороусы, алға ҡуйылыу) — һүҙ башында һуҙынҡы йәки тартынҡы өн өҫтәлеүе, мәҫәлән: укр. вулиця «урам», бел. воблака «болот», лат. spērāre > франц. espérer, исп. esperar «ышанырға». Протетик тартынҡылар сифатында [v], [j], [γ], протетик һуҙынҡы сифатында — [i], [е] сығыш яһай. Фонетик өндәрҙең хасил булыуына төрлө сәбәптәр булыуы мөмкин, атап әйткәндә, протеза әйтелеште еңеләйтеү өсөн ҡулланылырға мөмкин[1][2].

Славян телдәрендә

үҙгәртергә

Белорус телдәрендә

үҙгәртергә

Белорус телендә түбәндәге протетик өндәр бар: бер нисә тартынҡы алдынан өҫтәлеүсән [а], [і] һуҙынҡылары: аржан «ржаной» (арыш), імгла «мгла» (ҡараңғылыҡ), ільвы «львы» (арыҫландар) һәм башҡалар; иренләшкән һуҙынҡылар алдынан [в], [г] тартынҡылары өҫтәлеү: воко «око» (күҙ), вуха «ухо» (ҡолаҡ), гэй «эй» (әй) һ.б.

Рус телендә

үҙгәртергә

Протетик һуҙынҡылар һәм тартынҡылар рус теле диалекттарында бар. Мәҫәлән, көньяҡ-көнбайыш диалекты зонаһында:

  • сонор менән бергә тағы бер тартынҡы булған баҫымлы ижек алдында: иржи «ржи», ил’ну «льну»; аржа, ал’ну һ.б.[3]; һирәгерәк протетик [и] танау тартынҡыһы менән бергә килгән икенсе бер тартынҡы алдынан килә: [и]мне, [и]нарвится һ. б.[4];
  • протетик [в] о һәм у баштағы һуҙынҡылары алдынан килә: [во]сен', [во]кна, [ву]тка, [ву]чит һәм һ.б.[5];

Ҡайһы бер диалекттарҙа һүҙ башында баҫымлы ижек р йәки л сонор өндәре булған тартынҡылар ҡатнашмаһы алдынан [ъ], [а], һирәгерәк [и], [у], [о] протетик һуҙынҡылары өҫтәлә: [ъ]ржаной, [а]ржаной, [о]ржаной, [у]ржаной һ.б.[6] Был вариант төньяҡ рус диалектының ҡайһы бер һөйләштәрендә генә осрамай[7]

Протетик өндәр ҡайһы бер дөйөм рус һүҙҙәрендә лә осрай: восемь (болг. осъм, лат. octo); яблоня (болг. абълка, лат. abella); ягненой (иск.-слав. агнец)[8][1][2].

Чех телендә

үҙгәртергә

О алдынан протетик [v] күпселек чех диалекттарында осрай[9]: vokno (чех. әҙәби okno «окно»), von (әҙәби on «он»), vocet (әҙәби ocet «уксус») һ. б.

Башҡорт телендә

үҙгәртергә

Башҡорт телендә протеза үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (башлыса рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең) әйтелешен телдең орфоэпик закондарына ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһе булып тора. Мәҫәлән,

  • һүҙ башында бер нисә тартынҡы йәнәш килһә: рус телендә «шляпа» [шл]япа — башҡортса «эшләпә» [эешл]әпә, «стол» [ст]ол — «өҫтәл» [өҫт] әл;
  • һүҙ башында [р], [л] килһә: рус телендә «рожь» [р]ожь — башҡ. [ар]ыш, «лавка» [л]авка — «эләүкә» [эел]әүкә, ғәрәп телендә «рәхәт» [эер] әхәт — башҡорт йәнле һөйләү телендә «эрәхәт» [эер]әхәт һ.б.

Һуңғы осорҙа рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә башҡортса‑урыҫса билингвизмдың йылдам үҫеше һөҙөмтәһендә, ҡағиҙә булараҡ, протеза күҙәтелмәй: «стакан», «станция», «шланг», «ручка» һ.б. [1] 2020 йыл 30 октябрь архивланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Ахманова О. С. Словарь лингвистических терминов. — второе изд. — М.: Советская энциклопедия», 1969. — С. 368—369. — 608 с. (Тикшерелеү көнө: 5 октябрь 2018)
  2. 2,0 2,1 Розенталь Д. Э., Теленкова М. А. Словарь-справочник лингвистических терминов. — 2-е изд, испр. и доп. — М.издательство=Просвещение, 1976.
  3. Захарова К. Ф., Орлова В. Г. Диалектное членение русского языка. — 2-е изд. — М.: Едиториал УРСС, 2004. — С. 98. — ISBN 5-354-00917-0.
  4. Диалектологический атлас русского языка. Центр Европейской части СССР. Выпуск I: Фонетика / Под ред. Р. И. Аванесова и С. В. Бромлей. — М.: Наука, 1986. Карта 15. Протетический гласный или его отсутствие в словоформе ржи и протетический [и] в других словах с начальным сочетанием согласных в ударенном слоге.
  5. Диалектологический атлас русского языка. Центр Европейской части СССР. Выпуск I: Фонетика / Под ред. Р. И. Аванесова и С. В. Бромлей. — М.: Наука, 1986. Карта 60. Наличие или отсутствие протетического в перед ударенными [о] и [у].
  6. Диалектологический атлас русского языка. Центр Европейской части СССР. Выпуск I: Фонетика / Под ред. Р. И. Аванесова и С. В. Бромлей. — М.: Наука, 1986. Карта 14. Протетический гласный или его отсутствие в слове ржаной.
  7. Захарова К. Ф., Орлова В. Г. Диалектное членение русского языка. — 2-е изд. — М.: Едиториал УРСС, 2004. — С. 54. — ISBN 5-354-00917-0.
  8. Грязнова Н. А. Протеза // Лингвистический энциклопедический словарь / Под ред. В. Н. Ярцевой. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 685 с. — ISBN 5-85270-031-2.
  9. Short D. Czech // The Slavonic Languages / Edited by Comrie B., Corbett G. — London, New York: Routledge, 1993. — P. 530. — ISBN 0-415-04755-2.