Проект:АХБ төҙәтеү/Сыңрау торна (балет)

Сыңрау торна балеты — тәүге башҡорт милли балеты. Композиторҙар Л. Б. Степанов һәм З. Ғ. Исмәғилев тарафынан яҙылған (1941).

ТасуирламаһыҮҙгәртергә

Башҡортостанда балет тарихы 1938 йылда башлана. А.Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында уҡыған ҡыҙҙар һәм егеттәр башта Өфөлә классик балеттарҙан айырым өҙөктәр менән сығыш яһай, 1940 йылда Делибтың «Коппелия» балетының премьераһы була. Әлбиттә труппа артистары милли балет ҡуйыу тураһында хыяллана. 1944 йылда тәүге башҡорт балеты — "Сыңрау торна" Башҡорт дәүләт опера һым балет театры сәхнәһендә ҡуйыла. Уның либреттоһын Ф. Ә. Ғәскәров башҡорт халыҡ легендаһына таянып яҙған. Сәхнәгә уны Лениградтан эвакуацияланған балетмейстер, С.М.Киров исемендәге опера һәм балет театры балет артисы Н. А. Анисимова ҡуя. [1] Спектаклдең уңышы дирижёр Х. В Фазлуллин һәм ҡуйыусы рәссам Ғ. Ш. Имашеваның хеҙмәтенә лә бәйле [2]

Төп партияларҙы Ленинград хореография училищеһы уҡыусылары

  • Зәйтүнгөл — З. Ә. Насретдинова,
  • Йомағол — Х. Ғ. Сафиуллин,
  • Торналар башлығы — Н. Д. Юлтыева башҡара. Үҙ партияһынан өҙөктө Дауыт Юлтыевтың ҡыҙы Нинель Юлтыева төрмәнән сығып, Өфөлә үтеп барышлай туҡтаған Һәҙиә Дәүләтшина алдында вокзалда бейеп күрһәтә (1944).

1945 йылдың декабрендә Яңы йыл алдынан бәләкәй Рудольф Нуриевты әсәһе апалары менән бергә «Сыңрау торна» балетына алып килә. Үҙе иҫләгәнсә, был тамаша малайҙың бөтә эске донъяһының аҫтын-өҫкә килтерә.Ул мәңгегә балетҡа ғашиҡ була. Ә Зәйтүнә Насретдинованы ул иң бөйөк балериналарҙың береһе тип һанай.

1953 йылда "Сыңрау торна" балетының икенсе редакцияһы донъя күрә. Ф.Ә.Ғәскәров либреттоһы буйынса балетмейстер Н.А. Анисимова ҡуйған (дирижёры Г. А. Ержемский, ҡуйыусы рәссамы М. Н. Арыҫланов) спекаклдә төп артияларҙы Зәйтүнә Насретдинова (Зәйтүнгөл), Хәләф Сафиуллин (Йомағол), Ф.С.Йосопов (Арыҫланбай), М. А. Таһирова (Торналар башлығы) [3] башҡара. Рудольф Нуриев был дүрт шаршаулы балетта бейей башлай.Майя Таһироваға театрҙың икенсе ҡатынан унының нисек бейегәнен ҡарап тороға ҡуша торған була.

Балеттың өсөнсө редакцияһының (3 шаршаулы) премьераһы 1977 йылда үтә (Фәйзи Ғәскәров либреттоһы, Зәйтүнә Насретдинова һәм Р. А. Насиров спектаклде яңырта, дирижёры Ғ. Х. Моталов, ҡуйыусы рәссамы В. И. Плекунов). Партияларҙы театрҙың әйҙәүсе артистары Л. С. Ҡыуатова (Зәйтүнгөл), Ю. Ғ. Ушанов (Йомағол), Ш. Ә. Тереғолов (Арыҫланбай), С. И. Саттарова (Торналар башлығы) башҡара.Был спектакль республиканың мәҙәни тормошонда онотолмаҫ ваҡиғаға әйләнә.

«Сыңрау торна»ның дүртенсе редакцияһының премьераһы 1997 йылда була (бейеүҙе сәхнәгә Шамил Тереғолов ҡуя, дирижёры М. Ә. Әхмәтзарипов, ҡуйыусы рәссамы Д. А. Чербаджи). Партияларҙы Н. А. Сологуб (Зәйтүнгөл), Б. М. Юлдашев (Йомағол), Р. Р. Мөхәмәтов (Арыҫланбай), Е. Ю. Фомина (Торналар башлығы) башҡара. Был театр өсөн ҡатмарлы осор була- ул әйҙәүсе балет артистарына ҡытлыҡ кисерә.

Балет 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында, Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында үткән БАССР әҙәбиәте көндәрендә күрһәтелә.

"Сыңрау торна" балеты нигеҙендә 1959 йылда Свердловск киностудияһында фильм төшөрөләа (Ғәскәров һәм Ә. Һ. Бикчәнтәев либреттоһы, режиссеры О. П. Николаевский, балетмейстеры Анисимова). Унда төп партияларҙы Э. Ә. Сөләймәнова (Зәйтүнгөл), И. Х. Хәбиров (Йомағол),Х. Сафиуллин (Арыҫланбай),З. Насретдинова (Торналар башлығы) башҡара. Тамара Хоҙайбирҙина унда башҡорт бейеүен башҡара. [4]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. [vatandash.ru/index.php?article=1528 Журавли прилетели!]
  2. БЭ.
  3. [ https://kulturarb.ru/ru/persony/tagirova-majya Тагирова Майя. Культурный мир РБ]
  4. [ https://www.kino-teatr.ru/kino/movie/sov/10467/annot/ Журавлиная песнь (фильм)]

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

[1]/АХБ төҙәтеү/Сыңрау торна (балет) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Хайруллин Р. Х. Мастера балетного искусства Башкирии. Уфа, 1963;
  • Ахмадеева Г. Н. Башкирский балет. Уфа, 2003;
  • Галина Г. С. Тамара Худайбердина. Уфа, 1996.