Предъяма замогы
Предъяма замогы (слов. Grad Predjama, Predjamski grad; һүҙмә-һүҙ тәржемәһе мәмерйә алдындағы замок) — Словенияның иң боронғо һәм данлы замоктарының береһе. Постойна ҡалаһынан яҡынса 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Урта быуат замогы 123 метр бейеклектәге ҡаяға үтеп индерелеп төҙөлгән. Замок ғәйәт ҙур мәмерйәгә инеү урынын ҡаплап тора. Словендар өсөн Предъяма замогы бойондороҡһоҙлоҡтоң, үҙаллыҡтың һәм ныҡышмалыҡтың символы булып тора. 1990 йылда косметик реставрация тамамлана, был замокҡа яҡынса 1583 йылғы күренешен биргән. Хәҙерге ваҡытта замок милли музей статусына эйә.
Предъяма замогы | |
Дәүләт | Словения |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Постойна[d] |
Урын | Predjama[d] |
Хужаһы | Аквилея патриархлығы[d] |
Архитектура стиле | готик архитектура[d] |
Мираҫ статусы | Словенияла милли әһәмиәтендәге ҡомартҡы[d][1] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Predjama Castle[d] |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Predjama Castle[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Predjama Castle[d] |
Предъяма замогы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЗамок үҙенең тарихын XII быуаттан алып бара. 1274 йылда замок Ямскийҙар рыцарҙәр нәҫеленең милке булараҡ телгә алынған[2]. Был фамилияның немец формалары: Луэгг, Луэг, Люэгг, Люэг, Люэгер, Люгер, Люхер. Ямскийҙар рыцарҙәре оҙаҡ ваҡтта Гориц графлығының, ә һуңынан Аквилея епископтарының вассалдары булған.
XV быуат. Эразм Ямский
үҙгәртергәXV быуаттың 2-се яртыһында замокҡа барон Эразм Ямский (Erazem Jamski, Erazem Predjamski, нем. Erasmus von Lueg) эйә булған. Эразм Изге Рим империяһының Триест порт ҡалаһы губернаторы Николай Ямскийҙың (Nikolaj Jamski, Nikolaus von Lueger) улы булған. Словен риүәйәте буйынса 1482 йылда Эразм Ямский үҙенең дуҫы Андреас Баумкирхерҙың иҫтәлеген аяуһыҙ рәнйеткән өсөн дуэлдә империя маршалы Генрих фон Паппенгеймды (Heinrich von Pappenheim) үлтергән[3]. Паппенгейм Изге Рим империяһы императоры һәм Австрия эрцгерцогы Фридрих III Габсбургтың туғаны булған. Һөҙөмтәлә император һәм барон араһында һуғыш тоҡанған. Алынмаҫлыҡ Предъяма замогы барон Ямскийҙың төп базаһы булған. Барон тиҙҙән Венгрия короле Матьяш I Хуньяди-Корвиндың ҡурсалауын алған.
Ямский империя гарнизондарына, Италиянан, Истриянан һәм Далмациянан Венаға йүнәлгән сауҙа карауандарына һөжүм иткән. Император Триесттың яңы губернаторы барон Гашпар Равбарға (Рауберға) Предъям замогын алырға бойорған. Ҡамау ер йыл тиерлек дауам иткән. Пушкалар ҙа, катапульталар ҙа замокҡа әллә ни тиклем зыян килтермәгән. Замок мәмерйә ер аҫты юлы аша Випава ҡалаһы менән тоташҡан һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән. Әммә 1484 йылда Равбар замок хеҙмәтселәренең береһен һатып алған. Төндә хыянатсы Эразм булған бүлмәлә фонарь тоҡандырған. Таш йәҙрәләр «утҡа» осҡан һәм барон емерелгән диуар аҫтында һәләк булған. Подданныйҙар Эразм Ямскийҙы (Люэгты) ҡала майҙанында бәләкәй генә сиркәү янындағы ҙур йүкә аҫтында ерләгәндәр[4].
1484 йылда император Фридрих был замокты Обербург (Oberburg, Oberrug) дворян нәҫеленә бүләк иткән.
XVI быуат
үҙгәртергә1511 йылда замок Пургшталль (Purgstall) ғаиләһенә күскән. Был осорҙа замок ер тетрәүенән ныҡ зыян күргән. 1567 йылда Австрия эрцгерцогы Карл Габсбург замокты ҡуртымға барон Филипп фон Кобенцлға (Philipp von Cobenzl) тапшырған. 1570—1583 йылдарҙа барон Иоганн (Янез) фон Кобенц(е)ль замокты үҙгәртеп ҡорған һәм уның хәҙерге заман күренешен барлыҡҡа килтергән. 1587 йылда Кобенцлдәр нәҫеле императорҙан замокты һатып алғандар һәм уның тулы хоҡуҡлы хужалары булып киткән.
XVII быуат
үҙгәртергәXVII быуат башында фон Кобенц(е)ль нәҫеле барондары таштар менән Випава ер аҫты юлын япҡан, сөнки бер ваҡыт уның аша бурҙар замокҡа үтеп ингән һәм күп кенә ҡиммәтле әйберҙәрҙе урлаған (хәҙерге көндә Юғары ер аҫты юлы һаҡланған, ул ҡая өҫтөндәге урманға йүнәлтә).
XIX—XX быуаттар
үҙгәртергә1810 йылда замокка Гориц графтары тоҡомо вәкиле граф Михаэль Коронини-Кронберг эйә булған. 1846 йылда замокты кенәз Альфред цу Виндишгрец һатып алған, ул сығышы менән бавар-словен нәҫеленән булған. Виндишгрецтар замокҡа 1945 йылға тиклем хужа булғандар, был ваҡытта Югославия партизандары Словенияны азат иткәндәр[5].
XXI быуат
үҙгәртергәXXI быуатта замокта йыл һайын Эразм Ямский хәтеренә рыцарҙәр турнирын уҙғарыу традицияһы барлыҡҡа килгән. Турнир барлыҡ ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн урта быуат банкеты менән тамамлана. Замок залдарының береһендә Эразм Ямский һәйкәле ҡуйылған. Майҙан сентябргә ҡәҙәр мәмерйәләргә һәм Юғары ер аҫты юлына инеү рөхсәт ителгән. Ҡышҡыһын мәмерйәләргә инеү тыйыла, сөнки бында ярғанаттарҙың ҙур колонияһы ҡышлайҙар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — Ministry of Culture of Slovenia.
- ↑ Матјаж Кмецл, «Постојнска јама», Постојна 1998.
- ↑ Словенский полководец Андрей (Андреас) Баумкирхер (1420- 1471) был уроженцем словенского города Випавы (Vipava), но этническим немцем.
- ↑ По другой версии, возлюбленная Эразма посадила липу над его могилой. Липа дожила до наших дней.
- ↑ Впрочем, ещё 30 августа 1944 г. Предъямский замок на некоторое время был захвачен Есенишско-Бохиньским коммунистическим партизанским отрядом (Jeseniško-bohinjski odred). В замке разместилась партизанская типография.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Johann Weichard Valvasor: Die Ehre dess Hertzogthums Crain. Leybach, Nürnberg 1689.
- France Habe: Predjama — das Schloss und die Höhle.. Postojna (Adelsberg) 1981.
- Branko Reisp: Predjama — Kulturni in naravni spomeniki Slovenije — Zbirka vodnikov. Ljubljana 1977.
- Alfons Müllner: Die Felsenburg Lueg in Innerkrain. Argo I 1892, Kol. 14-15, Tab. II; III 1894, Kol. 57-66, 105—114, Tab. IV, V, VI.
- Simon Rutar: Schloss und Herrschaft (Grundherrschaft) Lueg. In: Mittheilungen des Musealvereins für Krain (MMK). 8, 1895.
- Jože Dobnik: Vodnik po transverzali kurirjev in vezistov. — NOV Slovenije, Ljubljana 1980.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПредъяма замогы Викимилектә |
- Замок һәм Адельсбег гроты 2008 йыл 18 апрель архивланған.
- Предъямска-Яма (инг.)