Шиғриәт

(Поэзия битенән йүнәлтелде)

Шиғриәт (грек. ποίησις, «ижад, яралтыу») — телмәрҙе ҡороуҙың үҙенсәлекле ысулы; телмәргә ябай телдә йәки һөйләштә ҡулланылмаған өҫтәмә үлсәмдәр, образлылыҡ индереү; башлыса шиғри (терминдың тар мәғәнәһендә) нәфис һүҙ ижады, фекер, образдар тыуҙырыу ижады.

Шиғриәт
Рәсем
Һештег Poetry һәм poetry[1]
Модель элементы Олимпийские оды[d], Рыцарь телеги, или Ланселот[d], Танка[d], Немейские Оды[d] һәм Picking on Peach Blossom[d]
 Шиғриәт Викимилектә

Шиғриәттең структур характеристикалары

үҙгәртергә

Телмәрҙең өҫтәмә сараһы булып шиғыр (шиғри юл), шулай уҡ рифмалар, метр һәм башҡалар тора. Йыш ҡына шиғриәт һүҙе әйтеп биргәндең нәфислеген һәм һүрәтләнгәндең матурлығын аңлатҡан метафора мәғәнәһендә ҡулланыла, һәм был мәғәнәлә хатта ҡарап торғанда прозаик күренгән текст та шиғри яңғырауы мөмкин; фәнни әҙәбиәттә буталсыҡ сығармау маҡсатында шиғриәт (поэзия) һүҙенән ситләшеү һәм шиғыр тураһында ғына һөйләшеү тенденциялары бар, әммә бындай һүҙ ҡулланыу ҙа етешһеҙлектәрҙән арынмаған, сөнки «шиғыр» терминының төп мәғәнәһе — айырым шиғри юл.

Хәҙерге мәҙәниәттә ғәҙәттә, хәҙерге көндәлек тормошта ла шиғри, әммә нәфис булмаған (мәҫәлән, реклама) текстар етерлек, шиғриәт сәнғәт төрө тип ҡарала. Шул шиғри текстарҙы шиғри йөкмәткегә төрөү шулай итеп ябай телмәрҙән бер аҙ алыҫлатыу, мөһим, әһәмиәтле тип тамға һуғыу маҡсатында эшләнгән.

Тарихи яҡтан алғанда, теләһә ниндәй йөкмәткеле текстар ҙа, фәнни һәм медицина трактаттары ла шиғри булыуы бар.

Шиғриәттә Ритм — был шиғри телмәрҙә өндәр төҙөлөшөнөң дөйөм тәртипкә һалыныуы. Шундай тәртиптең характеры шиғыр төҙөлөшө системаһын билдәләй:

  • Шиғырға бүлеүҙән башҡа ойошоуҙы белмәгән текстар, ирекле шиғыр.
  • Шиғыр юлдары теге йәки был өн элементтары булыуы буйынса (теп-теүәл йәки яҡынса, бер-бер артлы йәки ваҡыты-ваҡыты менән) тәртипкә һалына, тигеҙләнә.
  • Бер нисә билдәгә нигеҙләнгән шиғыр төҙөлөшө системаһы: барыһынан йышыраҡ бер үк ваҡытта ижек рәтенең билдәле позицияларында ижектәрҙең дөйөм һаны һәм билдәле оҙонлоҡтағы ижектәрҙең урынлашыуы, көсө йәки бейеклеге тәртипкә һалына.

Силлабик шиғри төҙөлөш ижек һандары менән, тоник — баҫым һаны менән; һәм силлабик-тоник — тегеһе йәки икенсеһенең комбинацияһы менән билдәләнә.

Метр — шиғырҙа көслө урындарҙың (икттар) һәм көсһөҙ урындарҙың тәртипкә һалынған сиратлашыуы. Силлабик-тоник метрға, атап әйткәндә, хорей, ямб, дактиль, амфибрахий һәм анапест ҡарай.

Шиғри размер — юл оҙонлоғо, цезураның булыуы йәки булмауы, ялғауҙың характеры (клаузула): мәҫәлән, биш стопалы ямб менән ҡылыҡһырланған метрҙың айырым бер төрө.

Рифма (грек. ῥυθμός, «төҙөклөлөк, ярашлылыҡ») — шиғри юлдар ялғауҙарының аһәңлелеге. Рифмалар: баҫым урыны буйынса — иң аҙаҡтан 1, 2, 3, 4-се … ижектә — ир, ҡатын-ҡыҙ ижектәре, дактилик, гипердактилик; күләме буйынса — 1-ижекле, 2-ижекле и т. д.; аһәңлелек буйынса теүәл, яҡынса, теүәл түгел (я меня, пламя память, неведомо следом); лексик һәм грамматик билдәләре буйынса бер иш (мәҫәлән, ҡылымдар) һәм төрлө-төрлө, тавтологик, ҡушма, омонимик, һ. б.; таяныс өндәр булғанда бай рифмалар бүленә; рифмалашҡан юлдарҙың үҙ-ара урынлашыуы буйынса - йәнәш (aabb; бер үк хәрефтәр шартлы рәүештә рифмалашҡан юлды күрһәтә), уратып алған (abba), ян-яҡлы (abab), аралаш (тернар aabccb), икәүле, өсәүле рифмаларға и т. д. айырыла.

Шиғриәт фәлсәфәһе

үҙгәртергә

«Бөтә төр сәнғәттәрҙән дә беренсе урынды шиғриәт ысҡындырмай», — тип яҙҙы үҙенең «Критика способности суждения» хеҙмәтендә Иммануил Кант[2]

«Поэзия һәм проза тел күренештәрен аңлата», — Вильгельм Гумбольдттың шиғриәт теорияһының сығанаҡ пункты булып торған хикмәтле һүҙе шулай яңғырай. Кеше фекеренең дөйөм ағышы — белгән, билдәле, аталған төшөнсәләр ярҙамында яңыны, билдәһеҙҙе аңлатыу ул.

Телде булдырыу — беҙҙең дәүерҙә лә бер туҡтауһыҙ дауам итә, яңы күренештәрҙе атамалары булған тәьҫораттарға ылыҡтырыу ярҙамында тышҡы донъяны даими системалаштырыу. Бала билдәһеҙ предметты күрә — лампа өҫтөндәге шар — һәм, уны белгән тәьҫоратына бәйләп, шарҙы «арбузҡай» тип атай. Шағир ағас баштарының хәрәкәтен дә айырыуса бер нескәлек менән ҡабул итә, һәм хис-тойғолар һандығында ошо хәрәкәткә тап килгән бер генә тәьҫоратты таба: «Ағас баштары йоҡомһорай» ти. Халыҡ, яңы төр йөрөү сараһы барлыҡҡа килгәс, уның иң күҙгә ташланған билдәһе буйынса атама бирә: «тимер юл транспорты йәғни суйын юлы (чугунка)». Һәр яңы һүҙ бына шулай барлыҡҡа килә; һәр һүҙ ул «күсмә мәғәнәле»; «үҙ-үҙ генә» аңлатма һәм һүҙ юҡ; һәр һүҙ — килеп сығышы яғынан — «троп әрәсәһе» (Густав Гербер), йәғни шиғри әҫәр. «Предметтарҙы һәм күренештәрҙе даими рәүештә (аңлайышлы өндәр — һүҙҙәр менән) билдәләргә мөмкинлек биреү аңға шиғри һәләттәр нигеҙендә генә хәл итә алырлыҡ проблеманы рөхсәт итә» (Карл Боринский Karl Borinski). Шуға ярашлы рәүештә, поэзия проза һәм фәндән айырылып торған фекерләү төрө тип таныла менән айырылып тора; проза абстракциялар, схемалар, формулалар ярҙамында фекер йөрөтөү булһа, поэзия һүҙ образдары ярҙамында фекерләү һәләте. "Фән һәм сәнғәт хәҡиҡәтте бер тиң танып белеүгә ынтыла, — тип билдәләгән Мориц Карьер (Moriz Carrière), — әммә беренсеһе факттан төшөнсәгә һәм идеяға күсә һәм, айырым осраҡты һәм дөйөм ҡағиҙәне айырып, йәшәйештең ғөмүмилеге тураһындағы фекерҙе — законды сағылдырһа, икенсеһе идеяны айырым күренештә һәм идеяны уның айырым идеалы асылышында (образ) кәүҙәләндерә.

Шиғриәт һөйләшеүҙән ситкә китмәй: был яңы күренештең системала бына ошолай; ул уны беренсенең образы булған икенсе күренешкә тиңләштерә һәм шул уҡ ваҡытта системала уның урынын — тупаҫ һәм асыҡ итеп, әммә ғәжәп тәрән итеп билдәләй. Нимә ул образ? Был — билдә, төрлө күренештәрҙең алмашсыһы булыу үҙенсәлегенә эйә берҙән-бер, конкрет, шәхси осраҡтың аңда ҡайтанан барлыҡҡа килеүе. Донъяның тарҡау булыуынан һәм дөйөмләштереүсе формалар эҙләүенән ауырһынған кеше фекере, үҙенең мәңгелек шиғри «сәбәпкә һыуһағанлығын» (нем. Causalitätsbedürfniss) ҡәнәғәтләндереүҙә поэтик образ тап ошондай берҙәм булмаған тормош күренештәрен күпләп берҙәм ойошҡан төркөмдәргә дөйөмләштереүсе нигеҙ булып тора.

Шиғриәт (поэзия) образдар, символдар ярҙамындa донъяны таныу тип аталырға мөмкин, һәм ошондай образлы фекерләү ысулы бөтәһенә — балаларға ла, өлкәндәргә лә, тәүтормош ҡырағайҙарына ла, белемле кешеләргә лә хас. Шуға күрә поэзия — бөйөк әҫәрҙәр янында ғына түгел (электр энергияһы йәшен эргәһендә генә булмағандай), ә уның эмбриональ формаһынан күренеүенсә — һүҙҙә — бөтә ерҙә, сәғәт һайын һәм минут һайын, кешеләр һөйләшкән һәм фекер йөрөткән урында. «Поэзия — бар ерҙә, айырым ябыҡ образдың күп булмаған һыҙаты артында мәғәнәләрҙең күп төрлөлөгө тора». (Потебня Александр Афанасьевич). Шиғри образ үҙенең йөкмәткеһе буйынса иң прозаик фекерҙән, мәҫәлән, «Ҡояш күләүектә сағыла» тигән кеүек иң ябай фактҡа күрһәткәндән бер ҙә айырылмауы мөмкин. Әгәр тыңлаусы өсөн был күрһәтмә — физик факт тураһында ғына хәбәр булһа, проза сиктәренән сыҡмағанбыҙ, тимәк; әммә әгәр кинәйәне факт кеүек ҡулланыу мөмкинлеге бирелгән икән, беҙ шиғриәт өлкәһендә, тип аңлар кәрәк. Прозаик яҡтан аңлауҙа шәхси осраҡ шәхси булып ҡалыр ине; шиғри мәғәнәлә икән, ул дөйөмләштереүгә әйләнә. «Ҡояш күләүектә сағыла» кеүек әһәмиәтһеҙҙе, ваҡ-төйәкте зиһенгә алыу — бөтөнләй икенсе нимә хаҡында, мәҫәлән, «боҙоҡ кеше күңелендә Илаһи осҡон» тураһында һөйләү һәләтен бирә. Шағир ҡулында айырым осраҡ суггестивҡа әйләнә ти хәҙерге заман эстетикаһы; ул был терминды Александр Веселовский нисек тәржемә иткәнен «һиҙҙермәй генә әйтеп тора»; ул ситләтеп, кинәйәләп әйтеү һыҙатына эйә була, һанап бөткөһөҙ күп ҡулланыуҙарға юл аса — тигән Потебня.

Кеше фекерен үҫтереүҙә шиғри фекерләү ниндәй урын биләй һәм күренештәрҙе аңлатып биреүҙең шундай ысулы кеше аҡылының ниндәй үҙенсәлектәренә бәйле барлыҡҡа килеүе уға туғандаш фекер йөрөтөү һымаҡ күңел торошонан, йәғни мифологик фекере аша бик яҡшы күренә. Шуға күрә мифологияның психик нигеҙҙәре — хәҙерге поэтиканың состав өлөшө. Шиғри фекер йөрөтөүҙәге кеүек, мифик аҡыл рәүешенең нигеҙе булып аңлатма бирелгән күренештең уйлап сығарылған образға оҡшашлығы тора; әммә шиғри фекер ошо образда фантазияны йәки хыялды асыҡ күрә, мифик фекерләү — уны ысынбарлыҡ һымаҡ ҡабул итә. «Ваба йөрөй», — тип әйткәндә, поэтик фекерләү был образдың антропоморфик ысын булыуын кире ҡаҡмай; мифик аң, киреһенсә, уның ысынбарлыҡтағы ҡылығын шул тиклем һеңдергән, хатта кәүҙәләндерелгән "ваба"ны яҡын килтермәҫ өсөн сикләү, «тирәләй һөрөп сығыу» (опахивание) һымағыраҡ эштәр башҡарырға әҙер. Эпидемияның һәм тере йәндең дөйөм сифатын аңлап, күренештең бер һыҙаты бар киңлеген биләгән тәүтормош аңы аңлатылған образдың (кешенең, ҡатын-ҡыҙҙың) бөтә сифаттарын ошо күренешкә (эпидемияға) күсерергә ашыҡҡан; һарыҡ биреп, уны мәрхәмәтлеккә саҡырырға мөмкин тип фекер йөрөткән.

Тәүтормош анимизмы һәм антропоморфизмы танып беленә торғандың (познаваемый) танып беленә торғанға (познанный) тулы тап килеүенең шәхси осрағы. Шуның өсөн антропоморфизм булмаған ерҙә предметҡа шундай мифик ҡараш осраҡтары ла булыуы ихтимал

Беҙҙең өсөн «ҡайнар, тиҙ тоҡаныусан, ҡыҙыу ҡанлы яндырай йөрәк» — ысынбарлыҡтағы, физик температура юғарылығынан сикһеҙ алыҫ торған поэтик образ, метафораға: ҡыҙыу ҡанлы йөрәккә тиҙ тоҡаныусан предметтың бөтә сифаттарын күсерә һәм шуның өсөн мифик ҡараш ирекле рәүештә ҡыҙыу ҡанлы йөрәккә ут тоҡандырыу мөмкинлегенә тиклем алып барып еткерә. Иван Грозный (Иоанн IV) осоронда Мәскәүҙә, Глинскийҙарҙы, кеше йөрәгенән эшләнгән төнәтмә менән өйҙәргә бөркөп, янғын сығарыуҙа ғәйепләгәндәр. Был ҡараш сығышы буйынса ла, формаһы буйынса ла аныҡ күҙаллау яғынан шиғри төшөнсәгә оҡшаш; әммә бында кинәйәләп әйтеү, шиғри фекерләүҙең төп элементы юҡ — ул бөтөнләйе менән проза. Берғаҙандың ҡара-аҡ төҫөнөң килеп сығыуын аңлатыу маҡсатында, австралийлылар, берғаҙан, ҡырағайҙар үҙҙәре буятынған кеүек, көрәшкә сығыр алдынан аҡ төҫкә буянырға теләгән — әммә өлгөрмәгән һ. б. «Был тарих, — тип билдәләй Эрнст Гроссе (Ernst Grosse, „Die Anfänge der Kunst“), — әлбиттә, бик тә фантастик күренә, әммә, шуға ҡарамаҫтан, уның бер шиғрилығы юҡ, ул ғилми һыҙатлы… Был, дөрөҫөн әйткәндә, примитив зоологик теория».

Был ҡараштан шиғриәт прозанан өлкәнерәк тигән белдереү ҡабул ителгән положениеға төҙәтмә индерер кәрәк: кеше фекеренең ҡатмарлы үҫеше барышында прозаик һәм поэтик элементтар айырылмаҫлыҡ бәйләнгән, һәм уларҙы тик теория ғына айыра. Мифта шиғри һәм прозаик элементтар өҙөлмәҫлек бәйләнгән: миф поэзия менән оҙаҡ йәнәш йәшәй һәм уға йоғонто яһай. Әммә факттар фекерҙең мифтан поэзия йүнәлешендә хәрәкәт итеүен бәхәсһеҙ раҫлайҙар. Шиғри тел тарихында бындай факттар бар. Уның иң иртә баҫҡыстарын ҡылыҡһырлаған параллелизм күренеше үҙендә мифик аңдың көслө эҙен йөрөтә: ике һүрәтләү — тәбиғәт һәм кеше тормошо — тиң көслө һәм мәғәнәләш булараҡ, йәнәш ҡуйыла.

Зеленая ялиночка на яр подалася, Молодая дивчиночка в казака вдалася.

Был казак йырында кешене туранан-тура тәбиғәт менән тиңләштереү юҡ, әммә фекер унан яңы ғына барлыҡҡа килгән. Ул артабан китә — һәм ошо тиңләштереүҙең юҡлығын ныҡыша башлай: ябай параллелизм кирегә күсә («кире сағыштырыу»):

Что не ласточки, не касаточки вкруг тепла гнезда увиваются Увивается тут родная матушка.

Бында инде туранан-тура, аңлатыусы образ аңлатылған образ менән тиңләштерелгән булырға тейеш тип күрһәтелмәй. Тағы ла артабан сағыштырылыусы предметтарҙы ҡатнаштырыуға ишара ла тойомланмаған ғәҙәти шиғри сағыштырыу килә.

Аңдың мифик методынан шиғриға күсеүе аҡрын бара, һәм ике фекер төҙөлөшө оҙаҡ бер-береһен оҙаҡ төшөрөп ҡалдырмай (не исключают). Сығышы буйынса ябай метафора булған поэтик әйтем (яҙ килде), «тел сире» (Фридрих Макс Мюллер) арҡаһында мифҡа күсергә һәм кешене яҙға матди образ үҙенсәлеген өҫтәп яҙырға мәжбүр итә. Икенсе яҡтан, мифтың яҡынлығы боронғо шиғри телде бигерәк сағыу һәм баҙыҡ мәғәнәле итә. «Боронғо йырсы-шағирҙарҙың (барды) һәм ораторҙарҙың тәбиғәткә оҡшатыуҙары йөкмәткеле була, сөнки улар, күрәһең, уларҙы күргәндәрҙер, ишеткәндәрҙер һәм тойғандарҙыр; беҙ шиғриәт тип атаған нимә улар өсөн ысынбарлыҡ булған».

Ваҡыт үтеү менән йәш телдең ул үҙенсәлеге — образлылығы, шиғрилығы — боҙола; әйтер кәрәк, һүҙҙәр ҡулланыуҙан «туҙа башлай»; уларҙың күргәҙмә мәғәнәһе, уларҙың күсмә мәғәнәһе онотола. Һүҙ атамаһына сығанаҡ булып хеҙмәт иткән күренеш билдәһен тикшереүҙәр яңыны, әһәмиәтлерәкте беректерә. Дочь тип әйткәндә берәү ҙә уны «доящая», бык һүҙен — «ревущий», мышь — «вор», месяц — «измеритель» һ. б. тип аңламай, сөнки күренеш аңда икенсе урынды биләй. Һүҙ аныҡтан (конкретный) абстракҡа, йәнле образдан — идеяның ситләштерелгән билдәһенә, шиғриҙан — прозаик һүҙгә әйләнә. Шулай ҙа фекерҙең аныҡ күҙаллауҙарға ихтыяжы юҡҡа сыҡмай. Ул абстракцияны яңынан йөкмәтке менән, ҡайһы саҡта — йөкмәтке менән тултырырға тырыша; ул «иҫке һүҙҙәрҙе», ҡайһы берҙә йәнле образдар тыуҙырыу көсөн юғалтмаған элеккеләренә тиң яңылары менән алмаштыра: мәҫәлән, «мөрәүәтле» һүҙе төҫһөҙләнә һәм ҙурыраҡ күләмле һәм уңайһыҙыраҡ беренсеһенә ҡарағанда сағыуыраҡ һәм кешелә күргәҙмәлелек һыҙатын юғалтҡан беренсеһе булдыра алмаған күңел хәрәкәттәрен ҡуҙғытыусы «оло йөрәкле кеше» тавтологик әйтеме барлыҡҡа килә. Был ваҡытта шиғриәттең, һүҙ менән сағыштырғанда ҡатмарлыраҡ формалары — троптар барлыҡҡа килә.

Троптар — был кеше фекеренең «фантазияны хис-тойғоло, әҫәрләндереүсе һүҙ аша тергеҙеү» буйынса бөтмәҫ-төкәнмәҫ ихтыяжы эҙемтәһе; троп — поэзия материалы ғына түгел, ә шиғриәттең үҙе. Был осраҡта халыҡ шиғриәтенә хас поэтик алымдар, һәм иң тәү сиратта «эпик формулалар» — даими эпитеттар һ. б. юғары дәрәжәлә ҡыҙыҡлы.

Эпик формула үҙенең таралған формаһында (epitheton ornans) — йә ҡабатлап («дело делать», «думу думать»), йә уны шул уҡ мәғәнәле («ясная заря») икенсе һүҙҙең тамыры менән билдәләп, һүҙҙең мәғәнәһен фәҡәт яңырта, сафландыра ғына, «аңда уның эске формаһын тергеҙә». Ҡайһы берҙә эпитеттың һүҙҙең «үҙ» мәғәнәһенә бер мөнәсәбәте лә булмай, әммә, һүҙҙе йәнләндереү, анығыраҡ итеү («слёзы горючие») маҡсатында уға ҡушыла.

Аныҡлаштырыуға (Versinlichung — y Карьера) ҡатмарлыраҡ юлдар менән дә ирешергә мөмкин: тәү сиратта — сағыштырыу, һәм тыңлаусыға билдәле булған, сағыуыраҡ һәм тойғолораҡ икенсе образ ярҙамында шағир образды күргәҙмәлерәк итергә тырыша. Ҡайһы берҙә шағирҙа аныҡлыҡҡа ынтылыш шул тиклем көслө, һәм ул аңлатыусы образда аңлатыу маҡсатына тура килерлек оҙағыраҡ туҡтап тора: tertium comparationis ҡулланылған, ә яңы картина йәйелеп үҫә; Гомерҙа (Одиссея), Гоголь Николай Васильевичта шулай.

Тимәк, элементар поэтик формалар эшмәкәрлеге һүҙ күргәҙмәлеген ябай йәнләндереүгә ҡарағанда киңәйтә: һүҙҙең мәғәнәһен тергеҙгән ыңғайы, уй уға яңы йөкмәтке индерә; кинәйәле элемент уны ҡатмарлаштыра, һәм ул аңдың сағылышы ғына түгел, фекер хәрәкәте ҡоралы була. Телмәр «фигуралары» бөтөнләй йөкмәткегә эйә түгел, уларҙың берҙән-бер роле — телмәргә мәғәнә биреү. «Образ, — тип билдәләй Готшалль Рудольф, — шағирҙың интуицияһын аңлатҡан фигура — уның пафосынан; был — әҙер фекер һалынасаҡ схема».

Немец романтиктары Гёльдерлин Фридрих һәм Новалис традицияларын үҫтереүсе Хайдеггер Мартинға ярашлы, поэзия хәҡиҡәтте раҫлай, йәки халыҡҡа хәҡиҡәт бүләк итеү («именование богов»), «йәшәйеш йорто» тип аңлашылған үҙенең тел фәлсәфәһе ысынбарлыҡ көнкүреш асылын билдәләй [3], Хайдеггер ставит её на один уровень с философией, поскольку её историческим значением является «учреждение истины». Он также называет поэзию «сестрой философии»[4]. Шиғриәт, телдең башланғыс асыҡлыҡ модусы булараҡ, кеше тәбиғәтенә ысын кешесә, йәғни ваҡыт арауығына һуҙылған, тарихи ҡарашы[5].

Шулай итеп, шиғриәтте кеше-донъя оппозицияһында, уның тарихи-тел асылын табырға ынтылған шиғриәт мәсьәләләрен фәлсәфәүи ян-яҡтан уйлау һәм структура мәлдәрен өйрәнеү, йә теге йәки был әҫәрҙең баҫылып сығыу эмпирик фактына ышанып әҙәбиәт ғилеме тарафынан билдәләү[6]. Әҙәбиәт ғилеменән айырмалы рәүештә, был күренеш үҙенең фундаменталь онтологик әһәмиәте менән генә билдәләнмәй, фәлсәфәүи яҡтан ҡарағанда, шиғриәт уны етештереү һөҙөмтәләренән, йәғни шиғырҙарынан күренә.

Ошонан сығып, әҙәбиәт белгестәре поэзия тип раҫламағанды, фәйләсуфтар шиғриәт тип күрһәтеүҙәре бар. Мәҫәлән, әҙәби тәнҡитсе һәм шағир Арсеньев Павел Арсеньевич иҫбатлай һәм үҙ тәжрибәһендә (фрейминг һ. б.) хәҙерге заман поэзияһы элекке шиғриәт тураһындағыны шиғыр тип күҙаллауҙарға тап килергә тейеш түгел тигән иллюстрация бирә. Француз фәйләсуфы Тьерри Де Дювомға[7]эйәреп, поэзия, үҙенә телгә бәйле булмаған, визуаль, аудиаль, театраль һ. б. элементтар өҫтәргә һәм шиғыр традицияһы менән өҙөргә тейеш ти.

Шиғриәттең килеп сығыу теориялары

үҙгәртергә

Поэзияның иң ябай формаһы — һүҙ — музыкаль элемент менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Телмәрҙең һүҙ ымлыҡ менән ҡушылып барлыҡҡа килгән патогномик баҫҡысында ла, шулай уҡ артабанғы стадияларҙа ла «тәүге шиғри һүҙҙәр, моғайын, ҡысҡырып әйтелгәндер йәки йырланылғандыр». Тәүтормош кешеһенең өнлө әйтеүе шулай уҡ ымлау, ҡул хәрәкәтенән айырылғыһыҙ булған инде. Был өс элемент унан айырым төрҙәр бүленеп сыҡҡан прасәнғәттә формалашҡан. Был эстетик агрегатта модулләнгән өндәү тауыштары менән алмашынған аңлайышлы телмәр ҡайһы берҙә икенсе дәрәжәләге урын биләгәндер; һүҙһеҙ йырҙар, ымлыҡ йырҙары өлгөләре төрлө тәүтормош халыҡтарында табылған. Шулай итеп, өс төп төрө яралғыһы — бейеү менән оҙатылған хор ғәмәле тойомланған беренсе поэтик формаһы. Ундай "күренеш"тең («действие») йөкмәткеһендә формаһы буйынса драматик был әҫәрҙең бер үк ваҡытта авторы ла, башҡарыусыһы ла булған общинаның көндәлек тормоштан алынған формаһы буйынса драматик, йөкмәткеһе буйынса эпик һәм кәйеф буйынса лирик булған факттары сағыла. Герберт Спенсер бер хеҙмәтендә биргән аңлатма урын ала: бында тәүге әҙер берләштерелеп ҡабул ителгән һәм артабан бүленәсәк поэтик родтар элементтары күренеп тора.

Беренсел «синкретизм» теорияһына ҡаршы ҡайһы бер, тәүтормош шиғри әҫәрендә лә теге йәки был элемент баҫып китеүе мөмкин, ә мәҙәни рәүешле шиғриәттә бөтә өс төп поэзия элементтары бар, тигәнерәк иҫкәрмәләр эшләнде. Был ризаһыҙлыҡтар, бигерәк тә «ҡайһы бер поэтик родтар, шиғриәт һәм башҡа сәнғәт төрҙәре араһында ҡатнаштырыу түгел, ә айырмалыҡ юҡ» тип раҫлағанлыҡтан, теорияны юҡҡа сығармай (Веселовский Александр Николаевич). Гроссе драманы поэзияның иң һуңғы формаһы тип иҫәпләүсе әҙәбиәт һәм эстетика тарихсыларының күбеһе менән ризалашмай, ысынында иһә драма — иң боронғо. Ысынлап та, «драмаға ҡоролмаған примитив драма күренеше (действие)» формаль ҡараштан ғына драма тип аталыуы мөмкин; ул, һуңғараҡ, шәхес үҫеше ыңғайына ғына, драма характерын алған.

Тәүтормош кешеһе индивидуаль психологияға эйә тип әйтеү мөмкин түгелдер, ул «төркөм психологияһына» (Völkerpsychologie) бәйле булған тиер кәрәк. Шәхес үҙен аморф, бер төрлө бөтөндөң билдәһеҙ өлөшө итеп тоя; ул община, донъя, ер менән ҡаҡшамаҫ бәйләнештә йәшәй; уның бөтә рухи тормошо, бөтә ижади көсө, бөтә шиғриәте был «коллективизмдың битарафлығы» менән күңелдә ҡала. Шәхес шундай рәүештә саҡта индивидуаль әҙәбиәткә урын юҡ: коллектив тамашаларҙа, хор һәм дөйөм бейеүҙәрҙә, опера-балеттарҙа клан ағзалары «алмаш-тилмәш йә актёрҙар, йә тамашасы ролен башҡара» (Шарль Летурно). Был хор бейеүҙәренең сюжеттары — мифик сәхнәләр, хәрби, ерләү, никах һ. б. Ролдәрҙе хор төркөмдәре үҙ-ара бүлешкән; хор төркөмдәренең башлап йырлаусылары, хорегтары булған; күренештә (действие) уларға, уларҙың диалогына иғтибар тупланған, һәм был инде шәхси ижад үҫеше орлоҡтарын үҙ эсенә алған.

Был саф эпик материалдан йәмғиәтте тулҡынландырған сағыу ваҡиғалар уңайынан, айырымланған йырсы лиризмы менән түгел, дөйөм пафос менән һуғарылған шиғри әҫәрҙәр бүленеп сыға; был — лиро-эпик йыр (гомер гимндары, урта быуат кантиленаһы, серб һәм малорос тарихи йырҙары). Улар араһында йәмәғәт тормошо йөкмәткеле түгел, ә шәхси тарихты һүрәтләгән йырҙар (мәҫәлән, француз «тарихи шансоны») осрай; уларҙа лирик кәйеф көслө сағылған, әммә йырсының үҙ исеменән түгел. Әммә, йырҙа һүрәтләнгән ваҡиғаларға эшлекле теләктәшлек йәмғиәттә аҙлап һүнә бара; ул үҙенең тулҡынландырғыслығын, көнүҙәклеген юғалта һәм боронғо хәтирәләр тип тапшырыла.

Тыңлаусылары менән илаған йырсы теленән хикәйә эпик һөйләүсегә күсә; лиро-эпик йырҙан былина барлыҡҡа килә, һәм уның йөкмәткеһенән бер кем дә көлмәй. Формаһыҙ башҡарыусылар даирәһенән поэтик хикәйәттәрҙе профессиональ иҫендә тотоусылар һәм башҡарыусылар — тәүҙә үҙ ырыуҙаштары араһында ғына башҡарыусы йырсылар, артабан йыр хазиналарын си ешеләр алдында төрлө ерҙәрҙә таратыусы илгиҙәр йырсылар айырылып сыға. Был — Боронғо Римдә mimi, histriones, joculatores, урта быуат бардтары, друидтар, кельттарҙа филдар, тулирҙар, һуңынан Скандинавия скальдтары, Прованста труверҙар һ. б. Уларҙың мөхите бер төрлө һәм үҙгәрмәгән булып ҡалмай: бер өлөшө түбәнерәк баҫҡысҡа төшө, майҙан кәмитселәренә әйләнә, икенсе өлөшө боронғо йырҙарҙы ғына йырламай, ә яңы йырҙар ижад итеп, яҙма әҙәбиәткә тиклем күтәрелә; мәҫәлән, урта быуат Германияһы урамында — шпильмандар (нем. Gaukler), һарайҙарҙа — күсереп яҙыусылар (нем. Schriber) ҡарт йырсыларҙы алмаштыра. Был эпик традицияны һаҡлаусылар ҡайһы бере бер үк геройҙар, ваҡиғалар тураһында бер нисә йыр белгән; бер үк нәмә тураһында ижад ителгән төрлө хикәйәттәрҙе берләштерергә маташыу башта механик, дөйөм урындар ярҙамында — тәбиғи тырышлыҡ. Халыҡ йырҙарының халыҡ араһында популяр герой — мәҫәлән, Сид тураһында йыр, Илья Муромец — янында төркөмләнгән билдәләнмәгән материалы туплана. Ҡайһы берҙә эпик ижад, беҙҙәге кеүек, шул циклдар, йыйылмаларҙан ары китмәй; ҡайһы береһенең үҫеше эпопея менән тамамлана.

Эпопея төркөм һәм шәхсән ижадтарҙың сигендә тора; башҡа сәнғәт әҫәрҙәренә оҡшап, шәхес уяныуының был мәлендә ул аноним йә авторҙың фиктив исемен йөрөтә, стиль буйынса индивидуаль түгел, әммә «шәхси төп фекерҙе һәм композицияның бөтөнлөгөн күрһәтеп тора» инде. Веселовский Александр Николаевич ҙур халыҡ эпопеяларының килеп сығыуына тарихи тормоштоң өс факты сәбәпсе тип иҫәпләй: «шәхси ижадты аңлап та еткермәгән шәхси поэтик акт; шиғриәттә сағылыуҙы талап иткән халыҡтың сәйәси үҙаңының күтәрелеүе; элгәре килгән йыр риүәйәтенең, йәмғиәт үҫеше талаптарына ярашлы, йөкмәтке яғынан үҙгәрештәргә һәләтле типтары менән, өҙлөкһөҙлөгө». Шәхси баланғысты аңлау ваҡиғаларҙы индивидуаль баһалауға һәм шағир менән халыҡ араһында дошманлыҡҡа, шулай булһа — эпопея мөмкин түгеллеккә килтерер ине. Шәхси ижадты аңлау нисек тыуа — дөйөм һыҙаттарҙа, билдәләү ҡыйын; төрлө осраҡта был мәсьәлә төрлө хәл ителә. Шағир барлыҡҡа килеүе мәсьәләһе шиғриәттең килеп сығышы мәсьәләһенән үлсәп етмәҫлек ауыр. Мөмкин һәм примитив общинаның шәхесһеҙ ижады менән шәхси сәнғәтте индивидуаль булдырыу бер күренештең дәрәжәләр айырмаһына — аҫта күрһәтеп кителәсәк һәр бер шағирҙың бер нисә шартҡа буйһоноуына ҡайтып ҡалыуы мөмкин.

Тәүтормош община ҡоролошоноң тарҡалыуына донъяға ҡараштың яңы төҙөлөшө барплыҡҡа килгән; кеше үҙен ҙур бер организмдың «бармағы» тип кенә һанамай, әммә айырым бер әһәмиәткә эйә булған бер бөтөн, шәхес тип баһалай. Уның бер кем менән дә бүлешмәгән зарҙары һәм шатлыҡтары, аша атлап сығырға бер яҡтан да ярҙам көтөлмәгән иткән ҡаршылыҡтары бар; йәмғит ҡоролошо уның тормошон һәм уй-фекерен тотош биләмәй инде, һәм ул уның менән конфликтҡа инмәй. Бындай лирик элементтар элегерәк эпоста осрай ҙа инде; хәҙер ошо шәхси тормош күренештәре, алдағы үҫеш әҙерләгән үҙ аллы бөтөнгә бүленеп сыға. Лирик йыр музыкаль ҡорал оҙатыуында йырлана; быға термин да (лирика, грек. Λίρα) күрһәтә.

Шәхесте һәм йәмғиәтте ҡапма-ҡаршы ҡуйыуға килтергән ҡатмарлылыҡтар традицияға яңы ҡараш тыуҙыра. Боронғо хикәйәт менән ҡыҙыҡһыныуҙың ауырлыҡ үҙәге ваҡиғанан кешегә, уның эске донъяһына, уның башҡалар менән көрәшенә, шәхси ынтылыштары һәм йәмғиәт талаптары араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ уны һәләкәткә килтереү мөмкинлегенә күсә. Драма барлыҡҡа килеүгә шарттар шулай әҙерләнә. Уның тышҡы структураһы әҙер — был хор йолаһының боронғо формаһы; аҙ ғына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелә — ҡатнашыусылар хорҙан аныҡ айырымлана, диалог тәьҫирлерәк, күренеш йәнлерәк була бара. Тәүҙә материал тик традициянан, мифтан ғына алына; артабан ижад аллалар һәм геройҙар тормошонан ситтә, ябай кешеләр көнкүрешендә, шиғри йөкмәткегә эйә була бара. Башта уйлап сығарыуға мөрәжәғәт итеү ни тиклем һирәк булыуы грек драма әҙәбиәтендә эпик материалға нигеҙләнгән бер генә драма булғанлығы күренә. Көнкүрештең артабанғы тарҡалышы, милли үҙаңдың түбәнәйеүе, тарихи үткәндәр менән өҙөлөү шиғрилаштырылған формаларҙа күсеү мәлендә сағылыш таба. Шағир үҙ-үҙенә китә һәм үҙен уратып алған кешеләрҙең үҙгәргән рухи талаптарына традицияға туранан-тура ҡапма-ҡаршы яңы шиғырҙар менән яуап бирә. Был яңы форманың типик өлгөһө булып емерелеү осорондағы грек новеллаһы тора. Бында йәмғиәт йөкмәткеһе тураһында һүҙ ҙә юҡ: башлыса сәбәпсеһе мөхәббәт булған шәхси яҙмыштар перипетияһы хикәйәләү предметы булып тора. Формаһы ла традициянан ситләшкән; бында барыһы ла шәхси — индивидуаль ижадсы ла, фабула ла.

Шулай итеп, етерлек аныҡлыҡ менән айырылып сыҡҡан эпос, лирика, драма кеүек әҙәби родтар формалары барлыҡҡа килә; шуның менән бергә, поэзияны инде икенсе автор — боронғо поэтика ҡарашы буйынса үҙенең ирекле илһамы елкенеүенә буйһоноп яҙыусы, үҙенең йырҙарының предметын һайлауҙа сикһеҙ ирекле яңы осорҙоң индивидуаль шағиры булдыра.

Элекке община күңелен сағылдырыуҙы яңы, шәхси шағирҙан тотош упҡын һымаҡ айырған «өслөк» теорияһы хәҙерге заман поэтикаһы тарафынан күпселек дәрәжәлә кире ҡағыла. Ул иң бөйөк шағир, иң йүгәнһеҙ фантаст үҙенең ижадында бәйләнгән бер нисә шартҡа күрһәтә. Әҙер тел ҡулланып, сағыштырмаса кескәй генә яңыртыу мөмкинлегенә эйә булып, ул шиғри фекер йөрөтөүҙең мотлаҡ категориялары роленә күрһәтә. «Һөйләү, тимәк, үҙеңдең индивидуаль аңың менән дөйөмгә йәнәшә тороу» (Гумбольдт), шулай уҡ ижад итеү — тимәк, ижадта мотлаҡ формаларҙы һанға һуғыу. Эпик шағирҙың үҙлекһеҙлеге арттырыу булып сыға, әммә тағы ла күберәк дәрәжәлә шәхси ижадсы ирке арттырылып күрһәтә. Ул әҙер материалдан сығанаҡ ала һәм ниндәй формаға һорау бар, шул формаға төрә; ул — ваҡыт шарттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән нәмә. Был, ижадсы һалған яңы йөкмәтке менән яңырып, үҙ тормошо менән йәшәгәнгә оҡшаған поэтик сюжеттарҙың яҙмышында бигерәк тә сағыу кәүҙәләнеш таба; хәҙерге заманса тип атарлыҡ поэтик әҫәрҙәргә фольклор тип аталған белемдең яңы тармағы арҡаһында яратҡан сюжет яралғылары табыла. «Талантлы шағир теге йәки был мотивты осраҡлы табыуы, оҡшатыу менән мауыҡтырыуы, уның юлынан барған мәктәп асыуы мөмкин. Әммә был күренештәргә йыраҡтан, тарихи перспективанан ҡарағанда, бөтә ваҡ штрихтар, мода һәм мәктәп, шәхси ағымдар йәмғиәт-поэтик һорауҙар һәм тәҡдимдәрҙең киң талаптары араһында күмелеп ҡалыуы мөмкин» (Веселовский).

Шағир һәм китап уҡыусы араһында айырмалыҡ — типта түгел, ә дәрәжәлә: шиғри фекер йөрөтөү процесы үҙләштереүҙә дауам итә — һәм шулай уҡ китап уҡыусы ла шағир кеүек әҙер схеманы эшкәртә. Шиғри яңыртыуға бирелгәнгә, «үҙгәреүсән эйә менән даими хәбәр» булып хеҙмәт иткәнгә тиклем, схема (сюжет, тип, образ, троп) йәшәй — апперцепция ҡоралы булыуҙан туҡтаһа, йомғаҡлау көсөн юғалтһа, кисерештәр запасынан нимә булһа аңлата алмаһа, артабан онотола.

Поэзияның килеп сығышы элек шундай йүнәлештә тикшерелгән. Унда тарихи ҡанун күреүҙең, әлбиттә, нигеҙе юҡ; был — күсәгилешлектең мотлаҡ формулаһы түгел, ә эмпирик дөйөмләштереү. Был тарихты классик поэзия үҙенә бер башҡа үткән, айырым һәм яңынан, үҙенең башланғысының һәм грек-рим традицияһының икеләтә йоғонтоһо аҫтында, уны европа Көнбайышы атҡарҙы, славян донъяһы ла — айырым. Схема һәр ваҡыт яҡынса шундай булған, әммә уның өсөн аныҡ һәм дөйөм халыҡ-психологик тәүшарттары билдәләнмәгән; йәмәғәтселектең яңы шарттарында, моғайын, алдан әйтеп биреү мөмкин булмаған башҡа поэтик формалар барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Бәлки, шуның өсөндөр ҙә, әллә ҡасандан теория тәҡдим иткән ғилми ҡараштан күп төрлө поэтик родтарға бүленештең дедуктив нигеҙе аҡланыуы мөмкин. Эпос, лирика һәм драма поэзия тарихында бер-береһен алмаштырған; бер ниндәй айырым тартыш-һуҙышһыҙ был өс форма беҙҙә булған поэтик материалды файҙалана һәм шуның өсөн уҡытыу маҡсаттары өсөн дидактик алымға ярай — әммә ошо формаларҙы шиғри ижад өсөн ғүмерлеккә бирелгән тип ҡабул итергә ярамай. Эпоста объектив элементтар өҫтөнлөгөн, лирикала — субъектив элементтарҙың аҫҡа тартыуын күрергә мөмкин; әммә драманы, был элементтарҙы тоташтырыуҙың икенсе элементы, лиро-эпик йырҙа тегеһе йә быныһының синтезы тип аңлатыу мөмкин түгел.

Шиғриәттең хәҙерге донъялағы әһәмиәте

үҙгәртергә

Телдә үҫә барған прозаик стихияларҙың артып китеүе лә, ҡеүәтле фән үҫеше лә, йәмәғәт ҡоролошонда үҙгәртеүҙәр ихтималлығы ла, уның формаларына мөһим үҙгәрештәр индерә алһа ла, шиғриәттең йәшәүенә янамай. Уның роле элеккесә бик ҙур; уның бурысы ән бурысына оҡшаш — ысынбарлыҡтағы сикһеҙ төрлөлөктө мөмкин тиклем кәмерәк һанлы дөйөмләштереүҙәргә ҡайтарыу, — әммә ҡайһы берҙә уның саралары киңерәк. Фәндең ҡоро формулалары тәьҫире көсһөҙ булғанда, уның эмоциональ элементы (ҡара: Эстетика) йоғонто яһай ала. Бынан башҡа: иҫбатлау мөмкин булмағанды дөйөмләштереп, әммә нюанстарҙы логик анализлау «прокрустова ложа»һынан ҡасып китеп, сикһеҙ төрлө инандырырлыҡ образдар аша, поэзия фән асыштарын алдан күҙаллай.

Поэзия, бөтә нәмәгә лә баҫым яһаусы донъя ауырлығы тойғоһон тыуҙырып[8], уҡыусыларҙың кисерештәрен һәм фекерләүен ҡатмарлаштырып, шуның менән бергә кеше йәненең уның менән үтәнән-түтә бәйләнгәнлек сәбәбенән һәм уға иң яҡын «материал» булыуы арҡаһында шулай итеп уға тел менән уратып алыу мөмкинлеге бирә, — поэзия кешегә үҙен белеү мөмкинлеген бүләк итә. Бына шунда уның өҫтөнлөклө әһәмиәте, башҡа сәнғәттәр араһында[3] уның бүләкләүсе хәле. Тимәк, Хайдеггер йә Лосев Александр Николаевич әйткәнсә, бына шунда уның ҡотолғоһоҙлоғо.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. #poetry - Twitter Search / Twitter
  2. Кант Критика способности суждения § 53.
  3. 3,0 3,1 Хайдеггер М. Исток художественного творения (русский). Архивировано из первоисточника 29 август 2018.
  4. Хайдеггер М. Основные понятия метафизики (рус.) // Вопросы философии. — 1989. — № № 9.
  5. Хайдеггер М. [www.heidegger.ru/documents/gederlin_i_sutshnost.doc Гельдерлин и сущность поэзии] (русский).
  6. Селищева Дария Поэзирование как феномен фундаментальной онтологии (рус.) // Sciences of Europe. — 2018. — Т. 4. — № 27. — С. 57—65.
  7. Павел Арсеньев. Вынос мозга: современная поэзия между быстрым письмом и дальним чтением. youtube. Я знаю - проект, посвящённый современной культуре. (22 сентябрь 2016).
  8. Фридрих фон Херрманн. Фундаментальная онтология языка / Научный редактор академик ПАН РБ, профессор А. А. Михайлов. — Минск: ЗАО "Пропилеи", 2001. — С. 120-121. — 192 с. — ISBN 985-6614-29-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә