Пошкус Болюс Игнович

Болюс Игнович Пошкус (9 апрель 1930 йыл — 9 июль 2014 йыл) — Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы иҡтисады өлкәһендәге ғалимы, ВАСХНИЛ академигы (1985), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2013).

Пошкус Болюс Игнович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Варенское районное самоуправление[d], Литва
Вафат булған көнө 9 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (84 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Вильнюс университеты[d]
Ғилми исеме действительный член РАСХН[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Болюс Ингович Пошкус 1930 йылдың 9 апрелендә Литва Республикаһы Варенский районының Ужумельничис ауылында тыуа.

В. Капсукас исемендәге Вильнюс дәүләт университетын тамамлай (1955).

1955—1959 йылдарҙа Литва ССР-ы Фәндәр академияһының Иҡтисад институты кесе ғилми хеҙмәткәре. 1959—1966 йылдарҙа урынбаҫары Литва ССР-ы Госпланының ауыл хужалығы бүлеге начальнигы. 1966—1989 йылдарҙа Литва ауыл хужалығы иҡтисады ғилми-тикшеренеү институты директоры. 1989—1991 йылдарҙа буйынса комиссия рәйесе уры — СССР Министрҙар Советының аҙыҡ-түлек һәм һатып алыу буйынса Дәүләт комиссияһы рәйесе урынбаҫары. 1991—1997 йылдарҙа РАСХН-дың вице-президенты (1991—1997). 1997—2014 йылдарҙа — «А. А. Никонов исемендәге аграр проблемалар һәм информатика Бөтә Рәсәй институты» ФГБНУ-ның төп фәнни хеҙмәткәре, бер үк Мәскәү иген биржаһы президенты.

СССР Юғары Советы депутаты (халыҡ депутаты) (1988—1991). Литва ССР-ы Юғары Советы депутаты (1970—1982), Литва ССР-ының халыҡ контроле комитеты ағзаһы (1982—1987), Литва ССР-ының Ауыл хужалығы минитсрлығы коллегияһы ағзаһы (1970—1989).

Ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу хаҡтарын дифференциациялау системаһын эшләүсе.

Иҡтисад фәндәре докторы (1981), профессор (1982), ВАСХНИЛ академигы (1985), РФА академигы (2013). Беларусь Республикаһы Аграр фәндәр академияһы (1991), Ҡаҙағстан Республикаһының фәндәр академияһы (1992) академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995).

Наградалары, премиялары, маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре. Литва ССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1980), Литва ССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1976). Ленин ордены (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1978), 4 миҙал.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Литва телендә 200-гә яҡын фәнни эш баҫтырған. Китаптары:

  • Резервы дальнейшего увеличения сельскохозяйственного производства. — Вильнюс, 1972. — 274 с.
  • Выравнивание экономических условий хозяйствования. — Вильнюс, 1979. — 201 с.
  • Аграрные отношения: теория, историческая практика, перспективы развития / соавт.: И. Н. Буздалов и др.; РАН. — М.: Наука, 1993. — 270 с.
  • Крестьянство России на перепутье / ГНУ Всерос. ин-т аграр. пробл. и информатики им. А. А. Никонова. — М., 2005. — 194 с.
  • Аграрный протекционизм: научные основы и механизмы осуществления в условиях рыночных отношений / соавт.: И. Н. Буздалов и др. — М.: Энцикл. рос. деревень, 2007. — 471 с. — (Науч. тр. / Всерос. ин-т аграр. пробл. и информатики им. А. А. Никонова; вып. 17).
  • Становление рыночных отношений в сельском хозяйстве. — М.: Энцикл. рос. деревень, 2009. — 219 с.- (Науч. тр. / Всерос. ин-т аграр. пробл. и информатики им. А. А. Никонова; вып. 29).
  • Организация консультационной деятельности: учеб.-метод. пособие / соавт.: В. В. Козлов, Е. Ю. Козлова. — М., 2010. — 151 с.

Сығанаҡтар үҙгәртергә