Потёмкин Василий Васильевич (физик)
Потемкин Василий Васильевич (6 август 1917 йыл — 22 октябрь 1999 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, физика-математика фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Потёмкин Василий Васильевич (физик) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 6 август 1917 |
Тыуған урыны | Ровно, Волын губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 17 октябрь 1999 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Данилов зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эш урыны | МДУ-ның физика факультеты[d] |
Уҡыу йорто | МДУ-ның физика факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Пётр Евгеньевич Краснушкин[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биография
үҙгәртергә1917 йылдың 6 авгусында Ровно ҡалаһында тыуған, ата-әсәһе унда рус армияһының ялан госпиталендә эшләй. Табип һәм химик Потемкин Василий Васильевичтың улы. 1930 йылдар башынан Мәскәүҙә йәшәй, унда атаһы Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында уҡыта.
1935 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә һәм уны тамамлағандан һуң (1940) аспирантураға ҡабул ителә. Шул уҡ йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла, Байкал аръяғы хәрби округында хеҙмәт итә. Һуғыш башлағандан һуң хәрби-сәйәси училищеға ебәрелә. 1942 йылдың февраленән 1944 йылдың мартына тиклем — хәрәкәт итеүсе армияла, 1142-се артиллерия полкының батальон комиссары.
1944 йылдан 5-се ғилми-тикшеренеү институтында инженер, радиолокацион станциялар эшләүҙә һәм уларҙы хәрби эксплуатациялау шарттарына әҙерләүҙә ҡатнаша.
1946 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультеты аспирантураһында уҡыуын дауам итә һәм диссертация яҡлағандан һуң университетта тирбәлеүҙәр физикаһы кафедралһында фәнни эш алып бара һәм уҡыта.
1971 йылдан — физика-математика фәндәре докторы, диссертацияһының темаһы «Һыҙыҡлы булмаған реактив системаларҙа тауыш»). Профессор.
15 фән кандидаты, 7 фән докторы әҙерләгән.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе
үҙгәртергәТөрлө физик системаларҙа артыҡ (йылылыҡ кимәлен үтеп киткән) флуктуациялар. Уларҙы ҡыҫҡаса «1/f күренешендәге тауыш» тип атайҙар, бында f — йышлыҡ. Уның етәкселегендә тауыштарҙы төрлө системаларҙа: үткәргестәрҙә, йоҡа магнит плёнкаларҙа, ҡояш батареяларында, сканерлаусы туннель микроскоптарҙа тикшереүҙәр үткәрелә.
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергәТөрлө физик системаларҙа кәрәгенән артыҡ флуктуациялар буйынса 100-ҙән ашыу публикациялар авторы. Түбәндәге дәреслектәр авторы:[1]
- В. В. Потемкин. Радиофизика. — Учеб. пособие для физ. спец. вузов. — М: Изд-во МГУ, 1988. — 259 с. — 7750 экз. — ISBN 5-211-00154-0.
- В. В. Потемкин, А. М. Бузько, Ю. В. Горохов, «Эффект депрессии магнитного шума при низких температурах», Докл. АН СССР, 217:6 (1974), 1287—1288
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Список публикаций в системе [[ИСТИНА МГУ]] . istina.msu.ru. Дата обращения: 20 август 2019.